Эстәлеккә күсергә

Әхәтов Шәүҡәт Нурлығаян улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхәтов Шәүҡәт Нурлығаян улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 14 ноябрь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Базытамаҡ, Илеш районы
Вафат булған көнө 7 декабрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (98 йәш)
Вафат булған урыны Өфө
Һөнәр төрө инженер, хозяйственный деятель, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө нефть химияһы сәнәғәте[d]
Эш урыны ӨДНТУ
Биләгән вазифаһы доцент[d] һәм кафедра мөдире[d]
Уҡыу йорто Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены премия Совета Министров СССР Почётный нефтяник СССР «Хеҙмәт ветераны» миҙалы В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы

Әхәтов Шәүҡәт Нурлығаян улы (рус. Ахатов Шаукат Нурлигаянович;14 ноябрь 1922 йыл7 декабрь 2020 йыл) — нефть сәнәғәте эшмәкәре, ғалим-инженер, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1952—1983 йылдарҙа Урал‑Себер магистраль нефть үткәргестәре идаралығының яуаплы хеҙмәткәре: бүлек етәксеһе, идаралыҡ начальнигының етештереү буйынса урынбаҫары, баш инженер, 1970 йылдан — идаралыҡ начальнигы, бер үк ваҡытта 1975—1995 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1975), доцент (1981). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған (1972), СССР‑ҙың почётлы (1977) нефтсеһе. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1983). Ленин (1973), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1977), Почёт Билдәһе (1966) ордендары кавалеры.

Шәүкәт Нурлығаян улы Әхәтов — 1922 йылдың 14 ноябрендә Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Баҙытамаҡ ауылында тыуған. 1947 йылда И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлағандан һуң, Өфө нефть сәнәғәте ғилми тикшеренеү институтының инженеры, өлкән инженеры булып эшләй.
19521983 йылдарҙа Урал-Себер магистраль нефть үткәргестәре идаралығында: бүлек начальнигы, етештереү буйынса начальник урынбаҫары, баш инженер вазифаларын башҡара[1].
1970 йылдан алып идаралыҡты етәкләй, бер үк ваҡытта 19751995 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡыта. Әхәтов Шәүкәт ҡатнашлығында Туймазы—Өфө, Туймазы—Омск, Шкапов—Ишембай нефть үткәргестәре, Өфө—Омск, Өфө—Петропавловск нефть продукт үткәргестәр төҙөлә һәм файҙаланыуға тапшырыла[1].
19701983 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университетында Шәүҡәт Нурлығаян улы нефть һәм газ транспорты һәм һаҡлау буйынса инженер-механиктар сығарылышының дәүләт комиссияһы рәйесе була[2].

Ғилми эшмәкәрлеге һәм хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 40-ҡа яҡын фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы.
  • Шулай уҡ « Эксплуатация магистральных трубопроводов по транспорту нефти и газа» дәреслек һәм башҡа уҡыу ҡулланмалары төҙөүҙә ҡатнаша.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған нефтсеһе (1972);
СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1977);
— СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1983);
Ленин ордены (1973);
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1977);
«Почёт Билдәһе» ордены (1966);