Әхәт йәмиғ мәсете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәсет
Әхәт йәмиғ мәсете
2011-10-30 - panoramio (1).jpg
Ил Украина Украина
Ҡала Донецк Донецк
Адресы пр. Маршала Жукова, 1а.
йүнәлеш, мәктәп сөнни
Мәсет төрө Йәмиғ мәсете
Архитектура стиле Ғосман архитектураһы
Төҙөлөш 19941999 йылдар
Торошо эшләй
Сайт dcmu.com.ua

1999


Әхәт йәмиғ мәсете (рус. Аха́ть Джами́) — Донецк ҡалаһы Куйбышев районында урынлашҡан йәмиғ мәсете. Донбасстағы беренсе мәсет[1].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1993 йылда Донецкиҙа «Пәйғәмбәр Йондоҙо» мосолман йәмәғәте төҙөлә. 1994 йылда был йәмәғәт төбәктә тәүге «Ибн Фаҙлан» мәсетенә (яҙыусы Әхмәт ибн Фаҙлан хөрмәтенә аталған) нигеҙ һала. Истанбул мәсеттәренең береһенең проекты нигеҙ итеп алына[2] Бағыусыларҙың береһе Әхәт Брагин исеме бирелә[3].

"Әхәт йәмиғ мәсете"н рәсми асыу тантанаһы 1999 йылдың 3 сентябрендә үтә.

Мәсет Донецк мосолмандарының күмәкләп Ҡорбан байрамын билдәләү урыны булып тора[4].

2014 йылдың 16 авгусында Донбасста хәрби ҡаршылыҡ һөҙөмтәһендә Донецк йәмиғ мәсете көмбәҙенә артиллерия снаряды эләгә[5]. «Өммәт» назараты мөфтөй Сәйет Исмәғилев, зарарланыу сәбәпле, көмбәҙҙе тулыһынса алмаштырырға тура киләсәк, тип фаразлай[6].

2022 йылдың 12 мартында утҡа тотоу һөҙөмтәһендә мәсет зыян күрә[7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Двери университета открыты для вас (недоступная ссылка). Дата обращения: 12 ноябрь 2010. Архивировано 23 октябрь 2013 года. 2013 йылдың 23 октябрь көнөндә архивланған.
  2. Ислам в Донецком регионе (недоступная ссылка). Архивировано 27 июль 2006 года. 2006 йылдың 27 июль көнөндә архивланған.
  3. Ислам в Донецком регионе (недоступная ссылка). Архивировано 27 июль 2006 года. 2006 йылдың 27 июль көнөндә архивланған.
  4. Мусульмане Донбасса отпраздновали Курбан-Байрам у мечети «Ахать Джами» (Украина). Дата обращения: 12 ноябрь 2010. Архивировано 5 декабрь 2012 года.
  5. В мечеть Донецка угодил артиллерийский снаряд. islamnews.ru (17 август 2014). Дата обращения: 18 август 2014. Архивировано 19 август 2014 года.
  6. В купол донецкой Соборной мечети «Ахать-Джами» попал снаряд. Дата обращения: 21 август 2014. Архивировано 21 август 2014 года.
  7. Обстрел в Донецке: повреждена территория мечети (билдәһеҙ). novosti.dn.ua. Дата обращения: 24 ноябрь 2022. Архивировано 24 ноябрь 2022 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]