Эстәлеккә күсергә

Әҙибай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әҙибай
Дәүләт  СССР
 Рәсәй империяһы
 Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Аҡтаныш районы, Мензелинский кантон[d] һәм Минзәлә өйәҙе
Сәғәт бүлкәте MSD[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Кама
Халыҡ һаны 180 кеше (1811)[1],
302 кеше (1818)[1],
496 кеше (1834)[1],
863 кеше (1859)[2],
929 кеше (1870)[2],
271 кеше (1902)[2]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1972
Карта

Әҙибай (рус. Азиаба, Азибей) — Йәнәй улусының Тоҙош (Тузуск) түбәһенә ҡараған (хәҙерге Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районы), бөткән ауыл[3].

Әҙибай ауылы Йәнәй улусының Тоҙош (Тузуск) түбәһендә (хәҙерге Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районы), Ҡаҙыркүл эргәһендә нигеҙләнә. Тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров «Минзәлә башҡорттары ауылдары» китабында уға 18001808 йылдар араһында ерҙәрҙе генераль бүлеүҙән (межалауҙан) һуң барлыҡҡа килгәнлеген теркәй[3]. Ауыл — 11-се, 1847 йылдан һуң 12-се Башҡорт кантоны составына инә. 1811 йылда унда 180 башҡорт йәшәүе теркәлгән, улар, нигеҙҙә, Ҡалтай, Байсар, Иҫәнбай, Сикия, Апас, Ҡәҙермәт һәм башҡа ауылдан сыҡҡан. 1812—1814 йылғы Ватан һуғышында Әҙибай ауылынан 15-се йорттан зауряд-сотник Ғәҙелша Дәүләтбаев тың 6-сы башҡорт полкында хеҙмәт итеүе, походтарҙа ҡатнашыуы тураһында мәғлүмәт бар. шулай уҡ 1814 йылда ошо уҡ ауылдан Рәхимғол Нәҙерғолов та әрме хеҙмәтендә була[4]. 1818 йылда йәнәйҙәр 301 кеше тип иҫәпләнә, типтәрҙәр — 1. 1834 йылда 102 йортта 496 башҡорт, шул иҫәптән 255 ир-егет, 241 ҡатын-ҡыҙ йәшәүе, ауылда ике указной мулла: 44 йәшлек Ғүмәр Әхмәров һәм 53 йәшлек Абсалих Мансуров булыуы теркәлгән. Артабан уларҙың арта барыуы күҙәтелә: 1859 йылда − 863 кеше, 1870 йылда — 929 башҡорт һанала. 1902 йылда Әҙибай элекке удел крәҫтиәндәренең йәшәгән ере тип билдәләнгән һәм ирҙәр һаны 271 тип күрһәтелгән. Түбәнге Кама һыуһаҡлағысын төҙөгән ваҡытта ауыл халҡы башҡа урындарға күсерелә[3].