Әүжән-Петровка заводтары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Пустой элемент Викиданных

Әүжән-Петровка заводтары — Ағиҙел йылғаһының ҡушылдыҡтары — Оло Әүжән һәм Көхтөр йылғаларындағы металлургия заводтары.

Заводтарға граф П. И. Шувалов 1755—1756 йылдарҙа нигеҙ һала һәм тимер рудниктары, күмер яндырыу, суйын иретеү һәм сүкеш етештереү производстволарынан тулы ҡанлы комплекс булдыра, шулай уҡ Ағиҙел йылғаһында пристанде төҙөү продукцияны Түбәнге Новгородҡа тиклем йөк ташыу өсөн мөмкинлек бирә. Эш көсө сифатында граф Шувалов Калуга губернаһынан үҙенең крәҫтиәндәрен күсереп алып килә. 1760 йылда заводтарҙы Евдоким Демидов һатып ала.

Пугачев ихтилалының башына 1773 йылда завод комплексына ике домна мейесен һәм 12 крица горны и ҡорос иретеү өсөн ике горны, табаҡлы тимер етештереү өсөн һыу тәгәрмәсенә беркетелгән 12 сүкеш инә. 17 октябрҙә Пугачев Әүжән-Петровка заводтарына завод приказчиктарына һәм крәҫтиәндәренә үҙенең указдары менән атаман Хлопушаны ебәрә[1]. Баш күтәреүселәр өсөн пушкалар һәм йәҙрәләр ҡойоуҙы ойоштороу кәрәк була. Ысын император Петр Федоровичтән ебәрелеүендә завод крәҫтиәндәрен инандырып, Хлопуша был эште атҡарып сыға, бынан тыш, 500 кешенән торған полк булдыра, заводтарҙа 6 пушка, 120 йылҡы малы, үгеҙ көтөүен алып, Бәрҙе биҫтәһенә кире ҡайта. Пугачев Хлопушаға полковник дәрәжәһен бирә. Ырымбур эргәһендә тар-мар ителгәндән һуң, 1774 йылдың яҙында, Пугачев армияһының ҡалдыҡтары 8 апрелдә Әүжән-Петровка заводтарына килә һәм бында 12 апрелгә тиклем ҡала. Урындағы Әүжән полкын үҙенә ҡушып, пугачевсылар Белорет заводына табан йүнәләләр. Ғәскәр киткәндән һуң бушап ҡалған заводтар бер айҙан ихтилалсы-башҡорттар тарафынан үртәлә.

1778 йылда, 4 йыл үткәс кенә, заводтар тергеҙелә, әммә элекке етештереүсәнлек кимәленә өлгәшеп булмай. Артабан заводтарға В. С. Демидов, 1796 йылдан — М. П. Губин, 1858 йылдан — Н. Е. Тимашев, 1859 йылдан — Д. Е. Бенардаки хужа булалар. Бенардаки исеме менән заводтарҙың яңырыуы һәм технологик үҫеше бәйле. 1870 йылдарҙа Д. Е. Бенардакиҙың вариҫтары хәлһеҙлеге (банкрот булыу) арҡаһында заводтар дәүләт ҡаҙнаһына тапшырыла. 1897 йылда Түбәнге Әүжән заводы яна, бынан һуң Үрге Әүжән заводын Урал-Волга металлургия йәмғиәте һатып ала, 1900—1918 йылдарҙа заводтар Комаров тимер рудаһы ятҡылыҡтары һәм Көньяҡ Урал тау заводтарының йәмғиәт идаралығы ҡарамағына күсерелә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]