Өмми Камал

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Өмми Камал, Исмәғил (XIV быуат аҙағы — 1475 й.) — төрки суфый шағиры. Ә. Йәсәүи, Баҡырғаниҙың суфыйсылыҡ традицияларына эйәргән. Тормошо тураһында тулы мәғлүмәттәр һаҡланмаған.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өмми Камал Койсу (ҡумыҡ — Ҡуй һыу) йылғаһы буйындағы Коюн ҡалала (хәҙерге Дағстандағы Баутуғай) тыуған. Төрлө сығанаҡтар буйынса, белемде туған ерендә, унан фән һәм сәнғәт өлкәһендәге белемен Ширванда киңәйтә. Тикшеренеүселәр Өмми Камалдың биографияһын Ҡырым, Кавказ арты, Кесе Азия, шулай уҡ Урал-Волга буйы менән бәйләй. Риүәйәттәр буйынса, Ғосман империяһы осоронда Өмми Камалды Мәхмәт Солтан Фәтих (Константинополде яулаусы) үҙе янына ала һәм ул ғәскәрҙә кадиаскер (судья) булып хеҙмәт итә. Өмми Камалдың шулай уҡ башҡа солтандар (Морат II) ихтирамын яулауы ла билдәле. Ғосман әҙәбиәтендә шәйех Баһауетдин Эрзинжанскийҙың уҡыусыһы һәм суфыйсылыҡ шиғриәтенең, философияһының сағыу вәкиле була.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өмми Камал шиғриәтенең әҙәби ҡиммәте уның дөйөм ҡулланылған төрки телдә генә түгел, шул уҡ мәлдә туған ҡумыҡ һөйләшендә лә яҙылыуында. Шағир үҙ ижадында йәшәү мәғәнәһе, һөйөү, сикһеҙ йыһан, изгелек, йомартлыҡ темаларын күтәрә. Тикшеренеүселәр уны таланты һәм замандаштары күңеленә юл таба алыуы буйынса суфыйсы төрөк шағиры Юныс Әмире менән сағыштыра. Шағирҙың әҫәрҙәре башҡорттар һәм татарҙар араһында киң тарала. 1884 йылда Өфө кешеһе Мөхәммәт Фәтих тарафынан Ҡаҙанда «Өммикамал китабы» нәшер ителә, йыйынтыҡҡа хикмәттәр, ғәзәлдәр, мәрҫиәләр (бөтәһе 6500 юл) индерелгән. Өмми Камалдың әҫәрҙәре Өфө ҡалаһындағы З.Вәлиди исемендәге милли китапханала һирәк китаптар бүлегендә, Ғ. Хөсәйенов исемендәге ғәрәп графикалы һәм иҫке баҫма китаптар фондында, Ҡаҙан, Махачкала, Санкт-Петербург, Истанбул архивтарында һаҡлана. Уның ҡайһы бер әҫәрҙәре 1917 йылға тиклем Ҡаҙанда, Төркиәлә баҫылған поэтик йыйынтыҡтарға индерелгән.

Иҫтәлекле урындар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төркиәлә (Болу, Караман, Маниса, Мудурну) Өмми Камалға арналған иҫтәлекле урындар күп. Нигде ҡалаһында мавзолейы бар.

Нәҫеле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өмми Камалдың өс улы була: Синана, Джамала, өсөнсө улыныҡы билдәһеҙ.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]