Өммөгөлсөм
| Өммөгөлсөм | |
| ғәр. أم كلثوم | |
![]() | |
| Зат | ҡатын-ҡыҙ[1][2] |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған ваҡыттағы исеме | ғәр. أم كلثوم إبراهيم السيد البلتاجي |
| Тыуған көнө | 31 декабрь 1898[3] или 4 май 1904[4][5] |
| Тыуған урыны | Тамай-эз-Захайра[d], El Senbellawein[d], Дакахлия[d], Египетский хедиват[d], Мысыр[3] |
| Вафат булған көнө | 3 февраль 1975[2][6][7][…] |
| Вафат булған урыны | Ҡаһирә |
| Ерләнгән урыны | Al Basatin[d] |
| Хәләл ефете | Hassan Alhifnawy[d], Мустафа Амин[d] һәм Q11099183? |
| Һөнәр төрө | йырсы, актёр, кино актёры, музыкант |
| Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 1975 |
| Йырсы тауышы | контральто[d] |
| Музыка ҡоралы | вокал[d] |
| Жанр | музыка Египта[d] |
| Тауыш яҙҙырыу лейблы | EMI[d], Odeon[d] һәм Sono Cairo[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Өммөгөлсөм (ғәр. أمّ كلثوم, ысын исеме — әс бинт Эбрахим Фатма-Саййед эль-Бельтага (ғәр. فاطمة بنت إبراهيم السيد البلتاجي); 4 май 1904, Таммай эз-Захайра (ғәр.)баш. — 3 февраль 1975, Ҡаһирә) — Мысыр йырсыһы, йырҙар авторы, актриса. Ғәрәп йырҙарын башҡарған йырсы. Ғәрәп донъяһында иң билдәле йырсыларҙың береһе. Тауышы- контральто. Уның вафатынан һуң күп йылдар үтһә лә, XX быуат ғәрәп донъяһының иң бөйөк йырсыһы тип иҫәпләнә.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Фатма бинт Эбрахим әс-Саййед эль-эз 4 майҙа 1904 йылда ярлы ғаиләлә Нил дельтаһындағы Бельтага Таммай-Захайра (Дакахлиә мухафазаһы, Әс-Симбиллавейн районы) ауылында донъяға килгән[8]. Апаһы һәм ағаһы менән бергә үҫә.
Атаһы урындағы мәсет имамы. Ул ҡыҙын Ҡөрьән уҡырға өйрәтә, һәм Фатма бөтә китапты хәтерендә ҡалдыра. Ҡыҙҙың үтенеесе буйынса уны Ҡорьән мәктәбенә бирәләр[9].
Ижадының инеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фатма бала сағынан уҡ бик һәләтле йырсы булып таныла. Атаһы дини байрамдарҙа йырлап аҡса эшләй, шулай уҡ Ҡөрьән уҡый. Фатма (Өммөгөлсөм) биш йәшенән атаһының йырҙарын ҡабатлай башлай. Бер аҙҙан атаһы быны күреп, үҙе менән байрамдарҙа йырларға рөхсәт итә. Атаһы төркөмөнөң популярлығы арта, улар гастролдәргә йөрөй башлай, бында ҡыҙҙың һоҡланғыс тауышы ҙур роль уйнай. Мосолман йолаһы буйынса ҡыҙ ир-ат алдында сығыш яһай алмай, шуға күрә уны атаһы бер нисә йыл малайҙар кейеменә кейендереп йөрөтә[9].
16 йәшендә популяр йырсы Әбү-ль-Әлә Мөхәммәд (ғәр.)баш. күреп ҡала һәм уны классик репертуарға өйрәтә. 1920 йылда ул данлыҡлы композитор Закария Ахмед (инг.)баш. менән таныша. Композитор һүҙҙәре буйынса, ул «шул ваҡыттан алып уның тауышын онота алмай»[9]. Өммөгөлсөм бер нисә тапҡыр Ҡаһирә ҡалаһында булып китә һәм 1923 йылда, атаһы риза булмаһа ла, Ҡаһирәгә күсә.
Популярлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атаһы Өммөгөлсөмгә уд тигән ҡыллы музыка ҡоралында уйнарға өйрәнергә аҡса бирә, ҡыҙ бында репертуарын яңырта. Тиҙҙән Мысырҙа иң популяр йырсыларҙың береһе булып китә. 1932 йылда Өммөгөлсөм беренсе халыҡ-ара гастролгә юллана — ул Дамаск, Бағдад, Бәйрүт һәм Триполи ҡалаларында була.
1935 йылда Өммөгөлсөм тәүге тапҡыр киноға төшә. Шул уҡ йылда Өммөгөлсөм радиола тәүге тапҡыр сығыш яһай[10]. 1937 йылдан Ҡаһирә радиоһы солисы була, 1930—1940 йылдарҙа бер нисә музыкаль фильмда төшә.
Өммөгөлсөм шулай уҡ король ғаиләһе алдында ла сығыш яһай. 1944 йылда Мысыр короле Фаруҡ I уны иң юғары маҡтау билдәһе менән бүләкләй (нишан Әл Камал), уны быға тиклем тик сәйәсмәндәр һәм король ғаиләһе ағзалары ғына тапшырғандар.
1950 йылдар- Өммөгөлсөм иң популяр булған дәүер.
Мысыр президенты Ғәмәл Әбдел Насир йырсының король алдында сығыш яһауына ҡарамаҫтан, Өммөгөлсөмдең талантына һоҡланыуын йәшермәй. Йыш ҡына радиола уның йырҙарынан һуң Ғәмәл Әбдел Насирҙың сығыштарын ҡуялар, шулай итеп, президент телмәрҙәрен тыңлаусылар һаны арта[11].
1970 йылда Өммөгөлсөм СССР-ға гастролгә килә. Тик ул саҡта концерты булмай ҡала, сөнки Ғәмәл Әбдел Насир вафат була, һәм ул ашығыс Ҡаһирә ҡалаһына ҡайта[11].
1973 йылда Өммөгөлсөм пенсияға сыға. 1975 йылдың 3 февралендә йырсы вафат була. Уның менән мәңгелеккә хушлашырға күп кенә ғәрәп илдәре етәкселәре килә, ә дүрт миллионға яҡын кеше ҡайғы белдереп, Ҡаһирә урамдарына сыға.
Дубайҙа 2008 йылдың 29 апрельендән йырсының яратҡан биҙәүесе — туғыҙ рәтле муйынса (1888 ынйылы шәйех Зәид ибн Солтан Әл Нахъян бүләге) 1,38 миллион долларға[12] һатыуға ҡуйыла. Йырсының яулығы һәм сәхнә күҙлеге 5,5 миллион долларға һатыла[11].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1982 йылда композиторҙар һәм ғәрәп йырҙарын башҡарыусылар өсөн Мысырҙа Өммөгөлсөм исемендәге премия[13] булдырыла.
Ҡаһирә ҡалаһы Нилометр янында Өммөгөлсөм музейы урынлашҡан. Унда йырсының тауышы яҙҙырылған пластинкалар һәм таҫмалар архивы, башҡа экспонаттар бар[11].
Израилдең Хайфа ҡалаһында бер вегетариан ресторанына йырсы исеме бирелгән[14].
Ғәрәп музыка йәмғиәте рәйесе Ратиб Әл-Хефни ханым Өммөгөлсөм исемендәге ғәрәп музыка ансамбле ойошторған[15].
Дискография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Aghadan alqak («Shall you I tomorrow see?») maqam ajam (1971)
- Ana Entezarak Fi (« I am waiting for you») (1943)
- Alf Leila Leila wa («Nights One Thousand and One»)…..maqam nahawand (1969)
- Arouh Arook li Meen Lemeen or («I Should Go To Whom»)…….maqam rast (1958)
- Al Atlal («The Ruins»)……maqam huzam (1966)
- Amal Hayati"; Sono («Hope of My Life») (1965)
- Salam Ansak Ya («Forget you? Come on!») (1961)rast maqam
- Aqbal al-layl («arrived has Төндә») (1969)
- Araka asiya al-dam («I refusing cry you to see») (1964)
- 'Awwidt 'ayni («my I accustomed eyes») (1957) kurd maqam
- Anak Baeed («Away From You»)…….maqam bayyati (1965)
- Meen Betfaker fi («Of Who Are You Thinking?»)…..maqam bayati (1963)
- Dalili Ehtar («I am lost») (1955) kurd maqam
- Dhikrayatun (or the story of my love Hobbi Qessat) («memories»)(1955)
- El Kolloh Hobb («All The Love»)…….maqam rast (1971)
- Ental Hobb («The Love You Are»)…….maqam nahwand (1965)
- Enta Omri — Sono («the life of my love You Are»)…….. maqam kurd (1964)
- Al Es’Rouhak («Ask еңелерәк»)maqam kar hugaz (1970)
- Fakarouni («reminded They me»)…….maqam rast (1966)
- Fit al-оксфордтағы' ad ("It Is Too Late"or «over the is rendezvous») Sono Cairo…….maqam sikah (1967)
- Gharib' erraja Bab Ala («Stranger at the hope of терәп») (1955)
- Ghulubt asalih («Tired of forgiving») (1946)
- El Hadeeth Rouh («Уединиться of The The Тя»)……maqam kurd (1967)
- Hajartak Hagartek or («You I left») EMI (1959)
- Lil Hasibak-zaman («time to leave I will you») (1962)
- Hathehe Laylati («This is My Night»)……maqam bayyati (1968)
- Ma’Hayart Albi ak («My Heart Confused You»)……maqam nahwand (1961)
- Hakam 'al alayna-a haw' («Love me ordered has») (1973)
- Hobb Eih («Love Which»)…..maqam bayyati (1960)
- Howwa Sahih El-Hawa Ghallab («love Is stronger really?») (1960)maqam saba
- Kull al-ahabbah («All the friends») (1941)
- Diva La — CD, EMI Arabia, 1998
- Diva La II — CD, EMI Arabia, 1998
- Diva III La — CD, EMI Arabia, 1998
- Diva IV La — CD, EMI Arabia, 1998
- Diva La V — CD, EMI Arabia, 1998
- Leilet Hobb («a Love of night») (1973)nahawand maqam
- Hedod Lel Sabr («Has Limits Patience»)……maqam sikah (1964)
- Lessa Faker («Remember Still You»)…….maqam ajam (1960)
- Aynayk Agl Men («For your eyes») (1972)
- Othkorene («Remember Me») (1939)
- Il Raq Habeeb («My Back Tendered Beloved») (1941)
- Retrospective — Artists Associes Arabes
- Rihab al-huda (al-Thulathiyah al-Muqaddisah) («holly to the the trinity repentance paths or»)(1972)
- Rubaiyat Al-Khayyam («of Khayyám Quatrains Omar»)…….maqam rast (1950)
- El Sirat Houb («Tale of Love»)…….maqam sikah (1964)
- We Toof Shoof («Wander and wonder») (1963)
- The Classics — CD, EMI Arabia, 2001
- Wi-darit il-ayyam («Passed And By Time»)…….maqam nahwand (1970)
- Ya Karawan («O Plover») (1926)
- Yashqiq Anini Yali Kan («my cries who enjoyed You») (1949)
- Ya Msaharny («awake at night keeps me that You») (1972) rast maqam
- Ya Zalemny («unjust who were me to You») (1954)kurd maqam
- El Zalamna Hob («We Have Sinned Against Love») (1962)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Dictionary of African Biography (ингл.) / E. K. Akyeampong, Henry Louis Gates, Jr. — NYC: OUP, 2012.
- 1 2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118860178 // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
- 1 2 Danielson V. L. Umm Kulthūm // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Bell A. Encyclopædia Britannica (билдәһеҙ) — Encyclopædia Britannica, Inc., 1768.
- ↑ https://archive.org/details/voiceofegyptummk00dani — Б. 70. — 684 с.
- ↑ Umm Kulthum // https://www.fembio.org/biographie.php/frau/frauendatenbank?fem_id=27538 (нем.)
- ↑ Om Kalsoum // Store norske leksikon (билдәһеҙ) — 1978. — ISSN 2464-1480
- ↑ «Деревня состояла из 280 домов, в которых обитало 1665 жителей». — Virginia Danielson. The voice of Egypt. — стр. 21.
- 1 2 3 Stefanie Gsell. Umm Kulthum - Persönlichkeit und Faszination der ägyptischen Sängerin. — Frankfurt: Lang, 1994. — ISBN 3-631-47145-9.
- ↑ Леди Умм Кульсум. o-egypt.kiev.ua (20 ғинуар 2009). Дата обращения: 6 март 2012. Архивировано 23 июнь 2012 года.
- 1 2 3 4 Косынку великой египетской певицы продали за 5,5 миллиона долларов. Вести.ру (8 май 2008). Дата обращения: 6 март 2012. Архивировано 14 март 2016 года. 2016 йыл 14 март архивланған.
- ↑ Ожерелье арабской певицы продано за $1,38 млн. Информационно-аналитическое агентство «Русская Ювелирная Сеть» (5 май 2008). Дата обращения: 6 март 2012. Архивировано 23 июнь 2012 года. 2012 йыл 23 июнь архивланған.
- ↑ [ Кульсум Умм] — Большого Энциклопедического словаря
- ↑ https://www.rest.co.il/rest/80280538/ 2018 йыл 14 ноябрь архивланған.
- ↑ Michael Frishkopf. A Historty of Music and Singing on Egyptian Radio and Television // Music and Media in the Arab World. — Каир: The American University in Cairo Press, 2010. — С. 73. — 308 с. — ISBN 978-977-416-293-0.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Virginia Danielson. The voice of Egypt: Umm Kulthūm, Arabic song, and Egyptian society in the twentieth century. — Chicago: University of Chicago Press, 1997. — 273 с. — ISBN 0-226-13611-6.
- Сайтындағы биографияһы allmusic.com (инг.)
- Umm Kulthoum, ентекле мәғлүмәт, аудиояҙма
- Krwetatnt at Kulthoum Umm — Кульсум Өммәт йырын тыңлар өсөн сайты (инг.)
- «Kulthoum Umm», Al-Ahram Weekly
- 2008 11 Profile of that her Kulthum music Umm aired травень and рок, broadcast of ' s Sunday Edition NPR’Weekend
- Great Lives өммәт Кульсум дасти
- Du Monde at the Kalsoum Arabe Oum exhibition Institute, Paris, France.
- 31 декабрҙә тыуғандар
- 1898 йылда тыуғандар
- 4 майҙа тыуғандар
- 1904 йылда тыуғандар
- Мысырҙа тыуғандар
- 3 февралдә вафат булғандар
- 1975 йылда вафат булғандар
- Ҡаһирәлә вафат булғандар
- «Нил мәрйене» ордены кавалерҙары
- Иорданияның Яңырыу ордены кавалерҙары
- Сүриәнең Ҡаҙаныштар ордены кавалерҙары
- Республика ордены (Мысыр) кавалерҙары
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- 1906 йылда тыуғандар
- 4 апрелдә тыуғандар
- 1902 йылда тыуғандар
- 30 декабрҙә тыуғандар
- 18 декабрҙә тыуғандар
- Мысыр
