Эстәлеккә күсергә

Өмәтәй Ураҙымбәтов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Өмәтәй Ураҙымбәтов
Тыуған көнө

билдәһеҙ

Тыуған урыны

Себер даруғаһы, Һарт улусы, Һарт ауылы

Вафат булған көнө

билдәһеҙ

Вафат булған урыны

билдәһеҙ

Подданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Өмәтәй Ураҙымбәтов — башҡорт старшинаһы. 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёвтың полковнигы.

Сығышы менән Себер даруғаһы Һарт улусы Һарт ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дыуан районы Әбдрәшит ауылы) башҡорттарынан. Һарт улусы старшинаһы итеп һайлана.

1771—1773 йылдарҙа Бар конфедераттарына ҡаршы Польша походында ҡатнаша. Был походҡа 3 мең башҡорт ебәрелә, уларҙан 300-әр кешенән торған 10 партия ойошторола. Өмәтәй Ураҙымбәтов 2-се партия менән командалыҡ итә, был партия составында Һарт, Мырҙалар, Ҡошсо, Дыуан, Әйле, Түбәләҫ улусы башҡорттары була[1].

1773 йылда Е. И. Пугачёвтың етәкселегендә Крәҫтиәндәр һуғышы тоҡанғас, шул уҡ йылдың декабрендә ихтилалға ҡушыла. Һарт улусы башҡорттарын үҙ отрядына мобилизациялай һәм артабан Салауат Юлаев ғәскәре составында һуғыша. 1774 йылдың уның ғәскәре составында 23—24 ғинуарында Көңгөр ҡалаһын ҡамауға алыуҙа һәм штурмлауҙа ҡатнаша.

1774 йылдың 6 һәм 8 майында — Үрге Эҫем заводы, 31 майҙа — Әйле улусының Әйле пристане янындағы алыштарҙа; 3 һәм 5 июндә Емельян Пугачёвтың Төп ғәскәре составында Себер даруғаһының Тырнаҡлы улусы Үрге Ҡыйғы һәм Ураҙмәт ауылдары эргәһендә янында Иван Михельсон командалағындағы батша ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша.

1774 йылдың сентябрь-октябрендә Юлай Аҙналин отряды менән бергә Ҡытау-Ивановск заводын ҡамауға алыуҙа, шул уҡ йылдың 20 ноябрендә Ҡытау-Ивановск заводы янында подполковник И. К. Рылеев командалығындағы батша ғәскәрҙәренә ҡаршы алышта һуғыша.

1780 йылда Һарт улусы старшинаһы вазифаһын башҡарыуы билдәле[1]. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

  1. 1,0 1,1 История башкирских родов. Сарт. Том 26 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2017. — С. 111, 117.