Эстәлеккә күсергә

Өсөнсө Мәскәү процесы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Өсөнсө Мәскәү процесы
Рәсем
Дәүләт  СССР
Уң троцкистар блогы тураһында суд отчеты (1938 йылғы баҫма).

Өсөнсө Мәскәү процесы[1], рәсми рәүештә «Уң троцкистар блогынының» советтарға ҡаршы процесы, шулай уҡ Егерме бер процесы йәки Оло процесс булараҡ билдәле[2] — Мәскәү процестары тип исемләнгән өсөнсө һәм һуңғы процесы, Советтар Союзының элекке дәүләт һәм партия етәкселәре, ә шулай уҡ илдә киң билдәле юғары квалификациялы табиптар өҫтөнән ғибрәт өсөн үткәрелгән суд. 1938 йылдың яҙында, СССР-ҙағы Оло террор осоронда, үткәрелә.

Эш СССР Юғары судының Хәрби коллегияһы тарафынан 1938 йылдың 2 мартынан 13 мартына тиклем В. В. Ульрихтың рәйеслеге һәм дәүләт үткәрелә. Дәүләт прокуроры — А. Я. Вышинский.

Төп ғәйепләнеүселәр — 1920-се йылдар аҙағында уң тайпылыуҙа ғәйепләнгән һәм Сталиндың курсына оппозицияла торған күренекле партия эшмәкәрҙәре А. И. Рыков, Н. И. Бухарин, шулай уҡ элекке троцкистар Н. Н. Крестинский, Х. Г. Раковский. Шулай уҡ хөкөмгә бик мөһим ғәйепләнеүсе элеккеэске эштәр наркомы Г. Г. Ягода тарттырыла. Бер нисә кешегә Максим Горькийҙың һәм уның улының үлеүендә ғәйебе тағыла: Ягода, Горькийҙың секретары (бер үк ваҡытта ОГПУ хеҙмәткәре) П. П. Крючков, табиптар Л. Г. Левин, И. Н. Казаков һәм Д. Д. Плетнев. иИемләнгән кешеләрҙән тыш, А. П. Розенгольц, В. И. Иванов, М. А. Чернов, Ф. Г. Гринько, И. А. Зеленский, С. А. Бессонов, А. Иҡрамов, Ф. Г. Ходжаев, В. Ф. Шарангович, П. Т. Зубарев, П. Т. Буланов һәм В. А. Максимов-Диковский. Бөтәһе 21 кеше.

Ғәйепләпләнеүселәр «тыуған илгә хыянат иткән, шпионаж, диверсия, террор, СССР-ҙың хәрби ҡеүәтен емереү, ҡоротҡослоҡ, сит илдәрҙең СССР-ға ҡораллы һөжүме провокациялары — йәғни, РСФСР Енәйәт кодексының 58 12, 58², 587, 588, 589 һәм 5811 статьялары буйынса».Ғәйепләү үҙ эсенә киләһе пункттарҙы ала:

  • үҙ алдына исемләнгән, шулай уҡ капитализмды тергеҙеү һәм СССР-ҙан союздаш республикаларҙы һәм Приморьены ситләштереү маҡсаттарын ҡуйған «уң троцкистар блогы» заговорсылар төркөмөн булдырыу;
  • сит ил разведкалары менән бәйләнеш өсөн атап әйткәндә, немец-фашист (туранан-тура йәки Л. Д. Троцкий аша), СССР-ға ҡаршы ҡораллы агрессия әҙерләү, сит ил хөкүмәттәренән советтарға ҡаршы һәм троцкистар эмиграцияһынан ярҙам алыу;
  • производствола һәм ауыл хужалығында маҡсатлы ҡоротҡослоҡ;
  • Ҡыҙыл армияһы тылында киләсәк һуғыш булыу ихтималлы осрағында кулак ихтилалдарын ойоштороу;
  • совет дәүләт эшмәкәре С. М. Киров, В Р. Менжинский, В В. Куйбышевтарҙы үлтереү.
  • Максим Горькийҙы һәм уның улы М. А. Пешковты үлтереү.
  • 1918 йылда Лениинға һөжүм итеү, Сталинға һәм Н. И. Ежовҡа һөжүм әҙерләү.
А. И. Рыков һәм Н. И. Бухарин конвой аҫтында Союз Йортондағы суд залына баралар

Бынан тыш, Бухарин «Брест солохон юҡҡа сығарыу, Совет хөкүмәтен ҡолатыу, В. И. Ленинды, И. Сталинды һәм Я. М. Свердловты ҡулға алыу һәм үлтереү һәм бухаралыларҙан…троцкистарҙан» һәм «һул эсерҙарҙан торған яңы хөкүмәт булдырыу» өсөн совет хөкүмәтенә ҡаршы 1918 йылда заговор ойоштороуҙа ғәйепләнә[3]. Бер нисә ғәйепләнеүсегә (Зеленский, Иванов, Зубарев) батша охранкаһы менән хеҙмәттәшлек итеү ғәйебе тағыла.

Вышинский хөкөм ителеүселәрҙе «хатта енәйәтселәр иң түбән, иң әшәке, иң ерәнгес, аҙғындарҙың иң аҙғындары тип кәмһеткән» преступниктар булараҡ тасуирлай.

Ғәйепләнеүселәрҙең өсәүһе генә яҡлаулы була, ҡалғандары яҡлауҙан баш тарта.

Судта Бухариндың 1918 йылда «Һул коммунистар» төркөмөнә ҡағылышы булыуы тураһында шаһиттарҙың күрһәтмәләре һәм эксперттарҙың дәлилдәре тыңлана, эксперттарҙың күрһәтмәләрендә ғәйепләнеүсе табиптар ысынлап та Менжинскийҙың вафатын тиҙләтеү мөмкинлеген эйә булған (шул уҡ ваҡытта экспертиза шул уҡ табиптарҙың һүҙҙәренә таяна) тип дәлилләнә. Дәлилдәрҙең төп өлөшөн алдағы процестарҙың материалдары һәм ғәйепләнеүселәрҙең күрһәтмәләре тәшкил итә. Хөкөм ителеүселәргә иң фантастик ҡоротҡослоҡ акттары тағыла[4] — йәнәһе, улар күмер шахталарҙа шартлатыуҙар, тимер юлы һәләкәттәрен ойошторалар һәм башҡалар. Әммә иң ҡурҡыныс тарихтарҙы ҡарт большевик зеленский һөйләй: уның ойошмаһы, йәнәһе, совет кешеләренең тамаҡтарын һәм ашҡаҙандарын йыртыу өсөн майға быяла һәм сөйҙәр ташлай[5][6]. 2 мартта иртәнге ултырышта Вышинский менән бәхәскә ингән һәм үҙ күрһәтмәләренән баш тартҡан Н. Н. Крестинскийҙан башҡа, башҡалар үҙ ғәйебен таныйҙар. Икенсе көндө Крестинский ғәйебен таный һәм, уларҙан баш тартыуын «троцкистар провокацияһы» тип исемләп, үҙ ғәйебен таный һәм күрһәтмәләрен раҫлай.

Крестинский. Мин бөтөнләй троцкистар үҙәге составына инмәнем.

Вышинский. Тимәк, һеҙ дөрөҫ булмаған күрһәтмәләр биргәнһегеҙ?

Крестинский. Минең ошо күрһәтмәләр ысынбарлыҡҡа тап килмәй, тип әйттем бит.

Вышинский. Мин һеҙҙән алдан үткәрелгән тикшереүҙә һораған саҡта һеҙ миңә дөрөҫөн әйттегеҙме?

Крестинский. Юҡ.

Вышинский. Нишләп һеҙ миңә дөрөҫ булмаған нәмәне әйттегеҙ? Мин һеҙҙән шуны һораныммы?

Крестинский. Юҡ.

Вышинский. Мин һеҙҙән дөрөҫлөктө әйтергә һораныммы?

Крестинский.Һоранығыҙ.

Вышинский. Улай булғас, нишләп мин дөрөҫтө әйтергә үтенгәндә, һеҙ ялған нәмәне әйтәһегеҙ һәм тәфтишсенән шуны яҙҙыртаһығыҙ һәм шунан ҡул ҡуяһығыҙ? Нишләп?

Крестинский. Мин һеҙгә тиклем, алдағы тикшереүҙә, дөрөҫ булмаған күрһәтмәләр бирҙем.

Вышинский. …һәм ошо фекерҙә торҙоғоҙмо?

Крестинский. …һәм һуңынан да торҙом, сөнки шәхси тәжрибәмдән суд ултырышына тиклем, әгәр ул булһа, миңә үҙ һүҙҙәремдән тайпылырға ярамағанлығында инандым[7].

Артабан ғәйепләнеүселәр алдан биргән күрһәтмәләрен ҡабатлайҙар, халыҡ алдында енәйәттәре өсөн ғәфү үтенәләр.

Вышинский физик һәм мораль язалауҙар менән «кәрәкле кондицияға» еткерелгән медицина докторы, профессор Д. Д. Плетневтан «һорау ала»:[8]

Вышинский. Алексей Михайлович Горькийҙың үлтереүнә ҡарата һеҙҙең Левин менән бергә әҙерләгән план нимәнән ғибәрәт ине?

Плетнёв. Организмын йонсоторға һәм шуның менән организмдың ауырыуҙарға ҡаршы һәләтен кәметергә.

Вышинский. Кеше көстәренең мөмкинлеге сигенә тиклемме?

Плетнёв. Әйе.

Вышинский. Һәм быны эшләр өсөн уның ауырыуын ҡулланырғамы?

Плетнёв. Дөрөҫ булмаған дауалау ысулын ҡулланырға.

Вышинский. Ни өсөн?

Плетнёв. Горькийҙы үлтереү өсөн.

Вышинский. Ошо булдымы инде һеҙҙең план?

Плетнёв. Әйе.

Вышинский. Һәм һеҙ уны үтәнегеҙме?

Плетнёв. Әйе…

Крестинскийҙың сығышы менән бәйле СССР прокуроры ярҙамсыһы Г. М. Леплевский үҙ-ара әйтеп һала:

Раковскийҙың һәм башҡаларҙың йәнен көйҙөрөргә ярамай, сөнки улар бөтөнләй башҡа нәмәне һөйләүҙәре бар. Был процесс ҡыл өҫтөндә булыуын күреү өсөн артыҡ аҡыл кәрәкмәй, Ходжаевтан башҡа бер кем дә конкрет ҡоротҡослоҡ тураһында әйтмәгәнен, бөтәһе лә күрә. Крестинский ғәйепләнеүселәрҙең үҙ ғәйебен таныуға асыҡлыҡ индерә яҙып ҡуйҙы. Крестинскийҙың алдағы тикшереү версияһына ҡайтыуында Вышинскийҙың бер ҡыҫылышы юҡ, ә уның менән ултырыштар араһында эш алып барғандарҙың ҡаҙанышы[9].

Сталин Леплевскийҙың фекере тураһында ишеткәс, махсус яҙманың беренсе битендә ошондай яҙыу ҡалдыра: «Молотовҡа. Ежовҡа. Леплевскийҙы ҡулға алырға тәҡдим итәм (прокурорҙың элекке ярҙамсыһын)». Леплевский кисекмәҫтән һаҡ аҫтына алына[9]. Башҡа ғәйепләнеүселәрҙең сығыштарынан Бухариндың ғәйептәрҙең бер өлөшөн кире ҡаҡҡан, уларҙың ғаиләләренән үс алыу менән янаған Ягоданан ҡурҡҡан өсөн енәйәттәрҙе башҡарҙыҡ, тип белдергән табиптарҙы һәм М. А. Пешковтың ҡатыны Надеждаға («Тимоша») ҡарата һөйөүенә япһырған Ягоданың үҙенең күрһәтмәләрен атап булыр ине. Ягоданың үтенесе буйынса был мәсьәлә ябыҡ ултырышта ҡарала, унда Ягода ошондай күрһәтмә бирә:

Рәйеслек итеүсе. Ултырығыҙ, зинһар. Ултырыш дауам итә. Хөкөм ителеүсе Ягода, Максим Пешковты ғүмерен киҫеүе буйынса һеҙ нимә әйтергә теләйһегеҙ?

Ягода.Был мәсьәлә буйынса мин үҙемдең күрһәтмәләремде һәм Левиндың күрһәтмәләрен раҫлайым. Минең өсөн үтә шәхсән мәсьәлә булыу сәбәпле мин судты был мәсьәлә буйынса ентекле аңлатмаларҙан азат итеүҙе һорар инем.

Рәйеслек итеүсе. Һеҙ, ғәйепләнеүсе Ягода, бөтә мәсәләне ябыҡ ултырышҡа сығарырға һораған инегеҙ. Беҙ ризалаштыҡ. Һеҙ Пешковты үлтереүгә булышлыҡ иткәнегеҙҙе кире ҡаҡмайһығыҙмы?

Ягода. Ҡабатлап әйтәм: алдағы тикшереү ваҡытында биргән күрһәтмәләремде раҫлайым.

Вышинский. Йәғни, һеҙ ойошторған Пешковты үлтереүҙә һеҙҙең булышлыҡты раҫлайһығыҙ?

Ягода. Раҫлайым.

Вышинский. Ни өсөн икәнен генә әйтергә теләмәйһегеҙме?

Ягода. Минеңсә, кәрәкмәй.

Вышинский. Был үлтереү шәхси ихтыяждан эшләндеме әллә Эйәмәғәт ихтыяжынанмы?

Ягода. Мин әйттем: шәхси мөнәсәбәттәр арҡаһында.

Вышинский. Йәғни, был үлтереү шәхси ихтыяж нигеҙендә эшләнгәнгә күрә, һеҙ бының хаҡта ентекле һөйләргә теләмәйһегеҙ?

Ягода. Әйе[10].

Бухарин-Рыков-Ягода эше буйынса хөкөм ҡарары, 1938.

Суд бөтә хөкөм ителеүселәрҙең ғәйебен раҫланған, тип иҫәпләй һәм 1938 йылдың 13 мартында бөтәһен дә, өс кешенән башҡа, атып үлтереүгә хөкөм итә. Суд «В. В. Куйбышевты һәм Плетневты А. М. Горькийҙы үлтереүҙә туранан-тура әүҙем ҡатнашмаған, әммә был енәйәткә булышлыҡ иткән» өсөн — 25 йылға, «террористик һәм диверсион-ҡоротҡос эштәрҙе ойоштороуҙа туранан-тура ҡатнашмаған» Бессонов һәм Раковскийҙы 15 һәм 20 йылға иркенән мәхрүм итә. Әммә өсөһө лә 1941 йылдың 11 сентябрендә Гитлер ғәскәрҙәре Орел ҡалаһына яҡынлашҡас, 154 тотҡон менән бергә атып үлтерелә.

Хөкөм ителгәндәр атып үлтерелә һәм 15 мартта Мәскәү өлкәһендәге «Коммунарка» спецобъектында ерләнә (хәҙер МКАД тирәһендә).

Крестинский, Иҡрамов, Ходжаев, Зеленский 1963 йылда, КПСС-тың XXII съезынан һуң, аҡлана. Медицина профессоры Д. Д. Плетнев — 1985 йылда, ҡалғандар 1988 йылда реабилитациялана (Ягоданан башҡа).

  1. А. П. Горкин. Россия: энциклопедический справочник. М., БРЭ, 1998. И. С. Ратьковский, М. В. Ходяков. История России. XX век. СПб., Питер, 2005
  2. «Родная Газета» № 9(238), 20 марта 2008 г., полоса 24. «Год 1938-й. Большой процесс» 2012 йыл 12 май архивланған.
  3. Стенограмма бухаринско-троцкистского процесса. Обвинительное заключение
  4. Тайная история сталинского времени By Александр Орлов
  5. Бухаринско-троцкистский процесс
  6. Судебный отчет по делу антисоветского право-троцкистского блока
  7. Стенограмма бухаринско-троцкистского процесса. Продолжение утреннего заседания 2 марта 1938 года
  8. Дмитриев Ю. Дмитрий Плетнёв: "Я готов кричать на весь мир о своей невиновности..." Трагическая страница из жизни видного деятеля отечественной медицины (рус.) // Труд : Газета. — Молодая гвардия, 1988.
  9. 9,0 9,1 Хаустов В., Самуэльсон Л. Сталин, НКВД и репрессии 1936—1938 гг. М., РОССПЭН, 2009. С. 175.
  10. Стенографический протокол закрытого судебного заседания Военной коллегии Верховного суда СССР 9 марта 1938 года