Өфө ТЭЦ-4

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Уфимская ТЭЦ-4
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Урынлашҡан

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Башҡортостан Башҡортостан
Өфө Өфө

Статус

эшләүсе

Эксплуатацияға башланған йылы

1956

Төп характеристикалар
Электр ҡеүәте

330 МВт

Йылылыҡ ҡеүәте

892 Гкал/сәғ

Ҡорамалдар характеристикаһы
Төп яғыулыҡ

тәбиғи газ

Резерв яғыулыҡ

мазут, эйәрсән газ («Башнефть» акционер нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте)

Ҡаҙанлыҡ агрегаттары

№ 1,3,4 — Е-230-100ГМ
№ 8 — Е-210-140ГМ
№ 11-16 — Е-420-140ГМ

Турбиналар һаны һәм маркаһы

№ 1,2 — ПТ-30-90/10
№ 6-8 — ПТ-60-130/13
№ 9 — Р-45-130/13
№ 10 — К-45-1,6

Картала
Уфимская ТЭЦ-4 (Рәсәй)
Красная точка
Уфимская ТЭЦ-4

Өфө ТЭЦ-4 — Башкортостан Республикаһы Өфө ҡалаһының төньяҡ сәнәғәт районында урынлашҡан йылылыҡ электр үҙәге. «Башкирская генерирующая компания» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт составына инә. «Өфөнефтехим» асыҡ акционер йәмғиәтенең сәнәғәт майҙансыҡтарын энергия менән тәьмин итә. .

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өфө ТЭЦ-4 тарихы Башҡортостанда XX быуаттың 50-80 йылдарында нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте үҫеше менән бәйле. Станция «Теплоэлектропроект» институтының Харьков бүлексәһе проекты буйынса проектлана, төҙөлә һәм киңәйтелә.

ТЭЦ 1954 йылда төҙөлә башлай, ә 1956 йылдың 3 ноябрендә уның тәүге агрегаты эшләй башлай.

Станцияның үҫеше 80-се йылдар аҙағына тиклем дауам итә. Станция газ яндырыуға күсерелә. 2-се һәм 1-се пар турбиналарының һыу үтә торған өлөштәренә Башкирэнерго тарихында тәүге тапҡыр кәрәҙле тығыҙлағыс ҡуйыла. Турбиналарҙы гидродинамик көйләү системаһы электрогидравлик көйләүгә күсерелә[1]. XX быуаттың 80-се йылдарында станцияның ҡеүәте 410—417 МВт-ҡа етә, йылылыҡ 2500 Гкал/сәғ етештерелә. Станцияны киңәйтеү көсөргәнешле алып барыла — өсөнсө сираты сафҡа индерелә. Өс ТГМ-84Б пар ҡаҙаны урынлаштырыла, һыуҙы химик таҙартыу күпкә арттырыла.

90-сы йылдарҙа республикала нефть химияһы предприятиеларында етештереү кәмей бара, һөҙөмтәлә ҡорамалдарҙың бер өлөшө кәрәкһеҙгә әйләнә. Техник-иҡтисади күрһәткестәр насарая, 40-45 йыл эшләгән ҡорамалдарҙың иҫкереү проблемалары йоғонто яһай.

1988 йылдан 1994 йылға тиклем станция менән Курапов Николай Андреевич — 2001—2009 йылдарҙа «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры, 2010 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Президенты кәңәшсеһе етәкселек итә.

2004 йылда 90 АТА беренсе блогы (7 пар ҡаҙаны һәм 5 турбоагрегат) туҡтатыла һәм консервациялау режимына күсерелә. Эшләүен дауам иткән 140 ата икенсе блоктың йылылыҡ схемаһы камиллаштырыла, һыу ҡулланыу оптималләштерелә. Һөҙөмтәлә ҡыҫылған һауаға һәм һыуға сығымдар күпкә кәмей. Шулай уҡ ҡорамалдарҙың һәм дөйөм алғанда станцияның экономиялылығын һәм ышаныслылығын арттырған режим характерҙағы саралар күрелә.

2010 йылда иҡтисади йәһәттән маҡсатҡа ярашлы булыуҙы күҙ уңында тотоп:

  • 1 марттан ПТВМ-100 типтағы ВК-1 һәм ВК-2 һыу йылытыу ҡаҙандарын файҙаланыу туҡтатыла;
  • 1 июльдән Р-20-90/18 тибындағы ТГ-3 пар турбинаһы, шулай уҡ Е-230/100ГМ тибындағы ПК-2 һәм Е-230-9,8-510ГМ тибындағы ПК-5 пар ҡаҙандарын файҙаланыу туҡтатыла;
  • 1 августтан ПТ-60-90/13 тибындағы ТГ-5 пар турбинаһын файҙаланыу туҡтатыла;
  • 1 сентябрҙән ТГ-8 пар турбинаһы ПТ-50-130/13 маркаһынан ПТ-60-130/13 маркаһына күсерелә, ТГ-10 пар турбинаһы, реконструкциялау һөҙөмтәһендә, Р-45-130/13 -тән К-45-1,6 тоташтырылған турбинаға алмаштырыла.

2011 йылдың 1 июленән ПК-6 һәм ПК-7 пар ҡаҙандары файҙаланыуҙан туҡтатыла.

Әйтеп үтелгән саралар һөҙөмтәһендә 2010 йылда йылылыҡ электр үҙәгенең электр ҡеүәте 400 МВттан 330 МВт тиклем, йылылыҡ — 1 608 Гкал/сәғ-тән 892 Гкал/сәғ тиклем кәмей.

Һүрәтләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Предприятие электр энергияһын, шулай уҡ эҫе һыу һәм парҙың йылылыҡ энергияһын йылытыу ихтыяжы өсөн оҙата. Парҙы төп ҡулланыусы булып нефть эшкәртеү сәнәғәте предприятиеһы, туранан-тура Өфө ТЭЦ-4 эргәһендә урынлашҡан «Өфөнефтехим» асыҡ акционерҙар йәмғиәте тора. ТЭЦ-та төп яғыулыҡ төрө булып тәбиғи газ тора, резерв яғыулыҡ — мазут. Шулай уҡ ТЭЦ-та күрше нефть химияһы комплексы предприятиеларының технологик һәм эйәрсән газы яндырыла.

2010 йылда Өфө ТЭЦ-4 1 185,7 млн квт·сәғ электр энергияһы етештерә, был Башҡортостан Республикаһы биләмәләрендә етештерелгән электр энергияһының 4,7 процентын тәшкил итә[2]. 2010 йылда билдәләнгән электр ҡеүәтен файҙаланыу коэффициенты 36,7 % тәшкил итә[3]. Шул уҡ йылда йылылыҡ энергияһын биреү 1 702 Гкал тәшкил итә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Пресс-релиз, посвященный 50-летию станции 2013 йыл 17 март архивланған.
  2. Схема и программа развития электроэнергетики Республики Башкортастан нa 2012—2017 годы
  3. Годовой отчет ОАО «Башкирэнерго» за 2010 год

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]