Өфө автобусы
Ҡалып:Автобусная система Өфө автобусы — Өфө ҡалаһында автобус системаһы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1923 йылда БашЦИК-тың «Башҡорт Республикаһында авторанспортты көсәйтеү» тураһында ҡарар ҡабул итә. 1924 йылдың июнендә Өфөлә беренсе тапҡыр «Үҙәк — Тимер юл вокзалы — Сафрон пристаны» маршруты буйынса автобус бәйләнеше асылған. Линияла бер генә автобус йөрөгән була. 1926 йылдан был маршруn буйынса хәрәкәт регуляр булып китә. Беренсе пассажир машиналары йыһазландырылған йөк машиналарҙан торған.
1929 йылда Өфөнән Бөрөгә һәм Стәрлетамаҡҡа ҡала-ара маршруттары асыла.
Бөйөк Ватан һуғышының башында бөтә автотранспорт тиерлек фронтҡа хәрби эшелондары менән оҙатыла.
1946 йылда Өфө пассажир автотранспорт предприятиеһы ойошторола. 1948 йылда ҡала-ара пассажир маршруттары ҡабаттан яңыртыла. 1955 йылда Башҡорт автотранспорт тресы ойошторола.
2006 йылда Башҡортостан Республикаһының «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы 51 автобус маршрутын хеҙмәтләндерә (көндәлек сығарыу планы — 470 автобус), дәүләт ҡарамағында булмаған милек формалы 12 автопредприятиеһы һәм 1 шәхси эшҡыуар автопредприятиеһы — 86 коммерция маршруты (0,8 коэффициентлы 1400 автобус).
Автотранспорт предприятиелары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өфөнөң 1-се ПАТП-ы (Пассажир автотранспорт предприятиеһы)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1-се адресы: Сәскәле (Цветочный) урамы, 1-се йорт
- 2-се адресы: Һупайлы урамы, 7-се йорт
Пассажирҙар файҙаланыуында 332 автобус
Өфөнөң 3-сө ПАТП-ы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1-се адресы: Оло гражданлыҡ урамы, 22-се йорт.
- 2-се адресы: Степан Злобин урамы, 31-се йорт.
Пассажирҙар файҙаланыуында 332 автобус иҫәптә тора.
Йөрөү хаҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2016 йылдың 14 июненән:
- Ҡала буйлап юл йөрөү һәм багаж ташыу хаҡы ҡулаҡса менән 25 һум тәшкил итә (экспресс-маршруттарҙа — 30 һум).
- Ҡала буйлап юл йөрөү һәм багаж ташыу хаҡы транспорт картаһы буйынса 20 һум тәшкил итә (экспресс-маршруттарҙа — 25 һум).
- Ҡала буйлап юл йөрөү һәм багаж ташыу хаҡы студент һәм уҡыҡсы картаһы буйынса15 һум тәшкил итә (1 календарь айына картаны 750 һумға тулыландырыу осрағында).
- Юл хаҡы өсөн аҡса кондукторға бирелә, кондуктор булмаған осраҡта водителгә (төшкән саҡта).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт ГУП «Башавтотранс» РБ
- Өфө — БФ 2017 йыл 1 октябрь архивланған.
- Башҡортостан — Фотобус 2017 йыл 9 сентябрь архивланған.
- Өфө ҡалаһының рәсми сайты 2017 йыл 2 октябрь архивланған.