Өфө реаль училищеһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Рәсәй Федерацияһы Гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 0300000327№ 0300000327

Өфө реаль училищеһы — XX быуатта Өфө ҡалаһындағы урта махсус уҡыу йорто.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Теүәл фәндәрҙе өйрәтеүсе уҡыу йорттарының кәрәклеге Өфөлә XIX быуат аҙағында барлыҡҡа килә. Быға ҡәҙәр Өфөлә мәҙрәсәләр, гимназиялар ғына эшләй, ләкин улар йәштәрҙең теүәл фәндәр буйынса тәрән белем алырға булған ихтыяжын ҡәнәғәтләндермәй.

1883 йылда Земство йыйылышында беренсе тапҡыр ҡалала реаль училище асыу тураһында һорау ҡуҙғатыла. Тик бер нисә йылдан һуң ғына Өфө Ҡала думаһы 1897 йылдың 24 октябрендә үткәрелгән ултырышында техник бүлеге булған реаль училище асыу тураһындағы мәсьәләне яңынан ҡарай. Ҡала идаралығына, ошо һорау буйынса Өфөләге ситуацияны ентекле өйрәнеп, доклад әҙерләргә ҡушыла.

1898 йылдың декабрендә Губернияның Земство йыйылышы реаль училище асыу өсөн 10 мең һум аҡса бүлә. Һәм училищела ауыл хужалығы бүлеген булдырыу тураһында ла һүҙ ҡуҙғатыла. 1899 йылдың 21 майында Ҡала Думаһы ултырышында училище өсөн урын тәғәйенләнә һәм 10 мең аҡса буленә.

Губерния Земствоһы 1900 йылдың 21 декабрендә йыл һайын реаль училище өсөн земство ҡаҙнаһынан берәр мең аҡса бүлеп торорға ризалаша. Ҡала идаралығы реаль училищеға Үҙәк һәм Ҙур Ҡазан урамдары сатында урынлашҡан йортто (Өфөнөң почётлы гражданы Василий Епифанович Поносовтың өйө) файҙаланырға рөхсәт итә.

1901 йылдың 4 июнендә Өфө губернаһының губернаторы төп бүлекте тәшкил иткән 5-се, 6-сы кластарҙан һәм өҫтәлмә кластарҙан торған «Өфө реаль училищеһын асыу тураһында юғары бойроҡ» сығара. Шулай уҡ реаль училище өсөн айырым биналар төҙөү планы эшләнә, бының өсөн 1902 йылда Халыҡ мәғарифы министырлығынан 67000 һум аҡса бүлеү ҙә ҡарала.

Реаль училище Поносов йортоноң 2-се һәм 3-сө ҡаттарында урынлаша, элек бында ломбард була. Училищеның 1-се класының ваҡытлыса мөдире итеп Өфө ирҙәр гимназияһы директоры Владимир Николаевич Матвеев тәғәйенләнә. Уҡырға инергә теләүселәрҙең күплеген иҫәпкә алып, 1901—1902 уҡыу йылда 30 һумлыҡ түләү хаҡы менән өҫтәлмә кластар асыла.

Реаль училищеның яңы бинаһы башҡа уҡыу йорттары менән бер рәттән (Туҡай — З.Вәлиди ур. кварталы) Софья баҡсаһында урынлашырға тейеш була, ләкин был ҡарар өфөлөләрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Өфөлә йорттар тотоусы Н. Н. Хасабова Успенская урамындағы үҙенә ҡараған ерҙе ҡала ҡаҙнаһына һатырға ризалыҡ бирә.

Ике йыл эсендә яңы бина төҙөлә, 1905 йылда реаль училище бында күсә. Уҡыусылар өсөн дөйөм ятаҡ мәсъәләһе лә хәл ителә, ә ҡалған кредит училище эргәһендә китапхана ойоштороуға тотонола.

1907 йылда училищела 228 уҡыусы булһа, ә 1915 й. — 291 уҡыусы белем ала. Училищеның директоры Павел Иванович Свешников була. Шулай уҡ уҡытыусы булып С. М. Васильев, К. А. Егоров, П. Н. Степановтар эшләй. Училищены тамамлаусылар юғары уҡыу йортона инеү мөмкинлегенә лә эйә булалар.

1917 йылда, Октябрь Революцияһынан һуң, училище ябыла, бинаһына хөкүмәт учреждениеһы урынлаша, ә һуңынан — пединститут. 1930 йылдарҙа бинаға яңы ҡат өҫтәлә, ә 1942 йылда ул сәнәғәт предприятиеһына тапшырыла.

Хәҙер был йортта «Прогресс» Башҡорт производство ойошмаһы урынлашҡан.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Синенко С. Г. Уфа старая и новая — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 б. — 3000 экз.