Өфө слободалары
Өфө слободалары | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|
Өфө слободалары — ауыл йәки райондар, Өфө ҡалаһы эсендә йәки уның периферияһында төрлө ваҡытта барлыҡҡа килгән. Был слободалар, XVI—XVII быуаттарҙа Өфө кремлен төҙөп бөткәс, стихиялы барлыҡҡа килә башлаған. Өфө слободаларында йәшәгән халыҡтың көнкүреше ҡаланыҡын аҙ хәтерләтә: йыш ҡына өй янындағы участкалары бар, ә йорттар ағастан була.
Өфөлә үҙенең 400 йылдан ашыу тарихында егермегә яҡын слобода булған: былар Архиерей, Көнсығыш, Золотухин, Мәскәү, Түбәнге Новгород, Яңы, Репная (Оло һәм Кесе), Төньяҡ, Семинарский, Һалдат, Татар, Трунилов, Черкалихин һ. б.
Архиерей слободаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Архиерей слободаһы («Архиерейка») Өфөнөң тарихи өлөшөндә Ағиҙел йылғаһы ярында урынлашҡан. Слобода үҙенең исемен йылғаның яры битләүендә 1960 йылдарға тиклем торған иң ҙур йорт — Архиерей йорто исеменән ала. Хәҙер был урында Хөкүмәт Йорто урынлашҡан.
Слобода рәтһеҙ төҙөлгән йорттары менән тау битләүен биләй. Унан көнсығыш яҡҡа ҡарай Трунилов слободаһы, көнбайышҡа ҡарай — ҙур булмаған Семинар слободаһы. Әлеге ваҡытта был биләмәләр Киров районындағы Гоголь һәм Цюрупа урамдары араһында урынлашҡан.
Көнсығыш слободаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көнсығыш слободаһы XIX быуатта барлыҡҡа килә һәм Октябрь революцияһына тиклем Өфө составына инмәй. Ул ҡаланан Ново-Ивановский зыяраты менән айырылып торған, хәҙер унда «Юбилей» скверы урынлашҡан. Көнсығыш слободаһы биләмәһе хәҙер Көньяҡ автовокзалы менән Башҡорт дәүләт аграр университеты араһында урынлашҡан (хәҙер бында «Юбилей» скверы). Элекке урамдар (Николаевская, Васильевская, Ольгинская, Валентиновская, Георгиевская, Цеховая, Мариинская) йә юғалған, йә 1917 йылдан һуң революционерҙар хөрмәтенә был урамдар Володарский, Бабушкин, Клара Цеткин, Степан Халтурин урамдары тип атала. . Элекке слобода үҙе Совет районында урынлашҡан.
Мәскәү слободаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәскәү слободаһы Өфө кремленән төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 1698 йылда барлыҡҡа килгән. Атамаһы Петр Беренсегә ҡаршы стрелецтар сыуалышынан һуң Өфөгә һөргөнгә ебәрелгән мәскәү стрелецтары менән бәйле. Хәҙер Иҫке Өфө биләмәһендә урынлашҡан.
Түбәнге Новгород слободаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яңы слобода
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Трунилов слободаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Трунилов слободаһы Беренсе йәмиғ мәсете артындағы биләмә булып тора. Уның сиктәре булып көньяҡтан — Ағиҙел йылғаһының яр буйҙары, көнбайыштан — Архиерей слободаһы, төньяҡтан — Салауат урамы, көнсығыштан — Случевская тауы тора. Исеме иҫкергән «трунить» (шаяртыу, көлөү) һүҙенән килеп сыҡҡан.
Слобода төрлө йырындарҙан, йәшелсә баҡсалары менән ҙур булмаған өйҙәрҙән ғибәрәт. Слобода аша Трунилов урамы, хәҙер — Салауат урамы үтә. Шулай уҡ Трунилов тыҡрығы ла һаҡланып ҡалған. Трунилов урамынан Телеграф урамы башлана, хәҙер ул Цюрупа урамы булараҡ билдәле. Слободаның биләмәһе ҡаланың Киров районында урынлашҡан.
Золотухин слободаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Золотухин слободаһы («Золотуха») Өфөнөң көньяҡ-көнсығышы яғына ҡарай Ағиҙел йылғаһы эргәһендә урынлашҡан. Ул Өфө кремленән көнсығышҡа табан Өфө менән бер үк ваҡытта тиерлек XVI аҙағында XVII башында барлыҡҡа килгән һәм көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай Усол тауы янына урам кеүек һуҙылған. Слобода халҡы ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән.
Слобода XIX быуат аҙағына ҡырҡа үҫешә башлай һәм 1917 йылға 317 ихата иҫәпләнә. Октябрь Революцияһынан һуң ул Пугачев слободаһы тип үҙгәртелә. Хәҙер уның биләмәһе Киров районының Пугачев урамы тирәһендә һәм коттедждар менән төҙөлөп бөткән.
Версияларҙың береһе буйынса исеме «алтын урыны» тигәндән килә — слободала урланған әйберҙе еңел генә йәшереп йәки үҙеңә баҫтырып килеүҙәрҙән ҡасып була. Башҡа фараз буйынса «тормош түгел, ә алтын» — йәнәһе лә слобода халҡына ҡала халҡына ҡарағанда йәшәү еңелерәк, сөнки мал өсөн болон үләндәренә һәм йылға балыҡтарына бай. Өсөнсө версия буйынса — алтын оҫтаһы тигәндән, сөнки улар слобода халҡы араһында күп була.
Репная слободалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оло һәм Кесе Репная слободалары — Өфөлә тәүге слободаларҙың береһе. Улар XVII быуат башында ҡаланың төньяҡ өлөшөндә Соҡалаҡ йылғаһының яры буйында барлыҡҡа килә. Репная слободаларына һөнәрселәр күсеп ултыра башлай, бигерәк тә тимерселәр, улар арҡаһында тимерсе кәсебе төп кәсеп була.
Бер нисә тиҫтә йылда слобода ныҡ үҫешә, унда XVIII быуатта слободанан исемен алған урамдар, тыҡрыҡтар барлыҡҡа килә. Бәләкәй Репная урамы артабан Ҙур Казанская, хәҙер Октябрь Революцияһы урамы, Ҙур Репная урамы, артабан унан Себер тракты үтеү менән бәйле Себер урамы, хәҙер Минһажев урамы тип атала.
Хәҙер элекке Репная слободалары Киров районы территорияһында урынлашҡан.
Сафронов слободаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XX быуат башында Сафронов слободаһы Өфөнөң иң төньяҡ өлөшө була. Әлегә тиклем шәхси сектор булып тора һәм ағас өйҙәр менән төҙөлөп бөткән. Был слобода урамдарҙың элекке иҫке исемдәрен йөрөтөүе менән үҙенсәлекле, унда Өфө тарихы сағыла. Урам исемдәре — Златоуст, Минзәлә, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ, Бөрө — ҡасандыр Өфө губернаһы составына ингән ҡалаларҙың исемдәре менән атала.
Төньяҡ слобода
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төньяҡ слобода тип Өфөнөң тимер юлы вокзалынан һәм тимер юлы оҫтаханаларынан һәм Сафронов һыу аша сығыу урынынан Александров (хәҙер — Карл Маркс урамы), Үҙәк (хәҙер — Ленин урамы) һәм Телеграф (хәҙер — Цюрупа урамы) урамдары буйлап өҫкә табан Һалдат күленә тиклем эшсе район атала. Слободала эшсе халыҡ йәшәй, XX быуат башында ул Өфөнөң иң төньяҡ сите була. Хәҙер ул уның үҙәгендә, Совет районында урынлашҡан.
Һалдат слободаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һалдат слободаһыСоҡалаҡ йылғаһының уң яҡ ярында Приют урамының һәм йырындар буйлап түбәнгә Минһажев һәм Новомостовая урамдарының киҫешкән урындарында урынлашҡан. Ул отставкалағы һалдаттар ултыраҡланыу өсөн ер ала башлағас, XIX быуат башында барлыҡҡа килгән. 1819 йылда Гесте планына ярашлы был ер, слобода тип аталыуын дауам итһә лә, ҡала эсендә була.
Һалдат слободаһы халҡы ҡала ярлыларынан: ваҡ һөнәрселәрҙән, лотокта һатыусыларҙан, ҡара эш башҡарыусыларҙан, ылаусыларҙан, йөк ташыусыларҙан, йөк тейәүселәрҙән һәм төрлө криминаль элементтарҙан торған. Бында уҡ (Новомостовая һәм Минһажев урамдары мөйөштәрендә) яман данға эйә булған «Разгуляев металл иретеү йорто» урынлашҡан. Слобода үҙе балсыҡ өйҙәр, һарайҙар, мунсалар һәм башҡа төрлө ҡаралтылар менән тығыҙ итеп төҙөлөп бөткән. Слобода аша Һалдат урамы үткән. Бында уҡ Һалдат тыҡрығы урынлашҡан.
1897 йылда слободала йырын аша ҙур тупраҡ дамба төҙөйҙәр, ә йырын аша аҡҡан шишмәне таш торба эсенә алалар. Слободанан алыҫ түгел Өфөнөң төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә таш сығарыу урындары булған, унан сығарып алынған таштар өйҙәр һәм юлдар төҙөү өсөн ҡулланылған.
XIX быуат аҙағына Һалдат слободаһында 48 ихата иҫәпләнә. XX быуатта Октябрь Революцияһынан һуң Һалдат урамы Бела-Кун урамы тип үҙгәртелә, аҙаҡ Ильменская һәм һуңынан Волочаевская урамы тип атала. Һалдат тыҡрығы хәҙер Каховский урамы тип атала.
«Һалдат слободаһы» атамаһы бөгөн ҡулланыштан сыҡҡан. Слобода биләмәһе хәҙер ҡаланың Киров районында, тулыһынса төҙөкләндереү зонаһында урынлашҡан.
Татар слободаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Татар слободаһы беренсе тапҡыр 1591—1592 йылғы документтарҙа телгә алына. Ул Өфөнөң төньяғында Үръяҙа йылғаһы буйында урынлашҡан. Слободаға Шөгөр Али Конкузов нигеҙ һала, шуға слобода Шөгөр ауылы тип, ә Үръяҙа йылғаһы Шөғөр йылғаһы тип атала башлай. Хәҙер был слобода Орджоникидзе һәм Калинин райондарындағы Черниковка биҫтәһенең төньяҡ-көнсығыш өлөшө була.
Черкалихин слободаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Черкалихин слободаһы Ленин һәм Киров райондары биләмәһенең хәҙерге Телеүҙәк районында урынлашҡан. Көньяҡта слободаны Ағиҙел йылғаһы сикләй, көнсығышта — Архиерей слободаһы, көнбайышта — текә ҡалҡыулыҡ, төньяҡта — Черкалихин урамы (Революциянан һуң — Краснознаменная, Вәлиди һәм Пушкин урамдары араһында урынлашҡан, хәҙер юҡ). Слободала Черкалихин йырыны була, ул Башҡорт дәүләт университеты һәм Ағиҙел ярындағы Салауат Юлаев һәйкәле корпустары араһында урынлашҡан, хәҙер тулыһынса төҙөкләндерелгән һәм матурланған, ә йырындағы өйҙәр һүтелгән. Хәҙер бында Конгресс-холл бинаһы урынлашҡан.
Слобода атамаһының килеп сығышының бер нисә версияһы бар. Беренсеһе һуҡыр Черкалиха исеме менән бәйле, ул кәмә һәләкәтендә берҙән-бер тере ҡалған пассажир була. Уның исеме менән башта йырын атала, һуңынан бөтә слобода атала башлай. Икенсе версия буйынса йырын, өфө воеводаһының ҡыҙын урлап, түләү өсөн йырында йәшереп тотҡан юлбаҫар исеме менән аталған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Прогулки по Старой Уфе
- Уфимские окраины 2012 йыл 5 ғинуар архивланған.
- Александр Барановский. Интересное об Уфе . Истоки (25 апрель 2012). Дата обращения: 22 май 2012. Архивировано 10 сентябрь 2012 года. 2016 йыл 4 март архивланған.(рус.). Истоки (2012-04-25). Тәүге сығанаҡтан 2016 йыл 4 март архивланған. архивланған 10 сентябрь 2012. 22 май 2012 тикшерелгән.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Синенко С. Неторопливые прогулки по Уфе. Городской путеводитель. — Уфа: Китап, 2010. — 376 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-295-05148-7.
- Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.
- Нигматуллина И. В. Старая Уфа. Историко-краеведческий очерк. — Уфа: Белая река, 2007. — 224 с. — ISBN 978-5-87691-036-3.