Өфө II ҡаласығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Өфө 2 ҡаласығы битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Боронғо ҡаласыҡ
Өфө II ҡаласығы
Испан картографы Меркаторҙың 1554 йылғы картаһында Башкарти ҡалаһы
Испан картографы Меркаторҙың 1554 йылғы картаһында Башкарти ҡалаһы
Ил Рәсәй
Республика Башҡортостан
Статус Тарихи-археологик ҡомартҡы

Өфө II ҡаласығыӨфө ҡалаһының үҙәгендә, хәҙерге Пушкин — Яңы күпер — С. Юлаев проспектының башында урынлашҡан боронғо ҡаласыҡ. Был ҡаласыҡ I быуатта уҡ төҙөлгән һәм XV—XVI быуаттарға тиклем һаҡланған.

Испан картографы Меркаторҙың 1554 йылғы картаһында хәҙерге Ҡариҙел йылғаһы тамағында урынлашҡан ҡала Башҡорт (Башкирти) тип атала.

Ҡаҙыныуҙар барышында монументаль архитектура объекттары: нигеҙенең киңлеге 10 метр, бейеклеге 4—5 метрға еткән ҡеүәтле диуар, тәрән һәм киң соҡор, тура мөйөшлө һәм тирмә рәүешендәге торлаҡ эҙҙәре, уртаса киңлеге 2 метр, оҙонлоғо 50 метрҙан ашыу ағас күпер, тимер һәм баҡыр иретеү мейестәре, ювелир оҫтаханаһы ҡалдыҡтары табылды.

Хеҙмәт ҡоралдары, керамика, биҙәү һәм ҡорал әйберҙәре һәм башҡаларҙан, шул иҫәптән ХIII–ХIV быуаттарҙағы 19 көмөш тәңкәнән торған матди мәҙәниәт әйберҙәренән ҙур коллекция тупланды

Табылған материалдар V—XII быуатта уҡ ҡала булған тип раҫларға мөмкинлек бирә. Табылдыҡтар Өфө II ҡаласығы ул осорҙаға иң ҙур мәҙәни һәм сәйәси үҙәге булыуын дәлилләй.

Асылыу тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бронзовая фигурка лошади. Городище Уфа-2. 6-7 века.png
  • 1828 йылда алтын Византия тәңкәһе табыла. Был тураһында 1832 йылда Рәсәй академия журналында ла яҙып сығалар. Артабан да крайҙы өйрәнеүселәр бик күп алтын һәм башҡа биҙәүестәр, шулай уҡ VII быуат аҙағы, VIII быуат башы менән билдәләнгән алтын Византия сылбырының фрагментын таба.
  • 1953 йылда билдәле крайҙы өйрәнеүсе Петр Ищериков Өфө II ҡаласығы булыуын билдәләй. Артабан уны төрлө йылдарҙа Мәҡсүдә Садиҡова, Владимир Овсянников, Нияз Мәжитов өйрәнә. Өфө-II ҡаласығының мәҙәни ҡатламы дүрт, урыны менән унан да күберәк метрға етә. Ҡаҙыныу эштәре һөҙөмтәһе ҡаласыҡтың мең йылдан элек нигеҙләнеүен раҫлай.
  • Иң тәүге һәм билдәле датаға бәйләнгән табыш — хәҙерге Медуниверситеттың административ биналары урынында беҙҙең эраның VII-VIII быуатына ҡараған бай әйберҙәр табыла.
  • Өфө-II ҡаласығы буйынса етди эш 2006 йылдың ноябренән 2007 йылдың 30 ғинуарына тиклем алып барыла. Ҡаҙыныу эштәре барышында археологтар беҙҙең эраның VII—VIII быуатына ҡараған алтын һәм көмөш изделиеларҙың фрагменттарына юлыға. Алтын Урҙа осоро тәңкәләре лә ҙур табыш була.

«Боронғо Өфө» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2011 йылдың 14 мартта Башҡортостан Республикаһы президенты Рөстәм Хәмитовтың бойороғона ярашлы, ҡаҙыныу эштәре алып барылған урын «Боронғо Өфө» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы тип иғлан ителде.

Яңы музей-ҡурсаулыҡҡа проект эштәре башланды. Унда реставрацияланған торлаҡ, таҡта түшәлгән юлдар (мостовая), табылған экспонаттар урын аласаҡ.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]