Өҫтәл теннисы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Өҫтәл теннисы
Нигеҙләү датаһы 1891[1]
Рәсем
Исем Gossima[1] һәм Ping Pong[1]
Етәксе орган Международная федерация настольного тенниса[d]
Ил  Англия
Минимальное число игроков 2
Максимальное число игроков 4
Пиктограмма
Тасуирлау биттәре neal.fun/earth-reviews/t…
bouncepingpong.com/about[1]
Икенсе исеме Ping-Pong
 Өҫтәл теннисы Викимилектә

Өҫтәл теннисы (шулай уҡ пинг-понг атамаһы менән дә йөрөтөлә[2][3]) — олимпия спорт төрө, ракетка һәм уртанан селтәр менән бүленгән уйын өҫтәле файҙаланылған туплы спорт уйыны. Уйын ике дәғүәсе йәки парлап көнәркәш уйнаусылар селтәр аша бер-береһенә табан теннис тубын һелтәүенән ғибәрәт. Уйынсы ракетка ярҙамында тупты ҡаршы яҡта уйнаусы ҡағиҙәләргә ярашлы кире ҡайтара алмаҫлыҡ итеп бәрергә тейеш. Төп халыҡ-ара турнирҙар — Донъя чемпионаты һәм Олимпия уйындары.

Уйын тарихы XIX быуат аҙағында башлана, 1926 йылда Халыҡ-ара өҫтәл теннисы федерацияһы ойошторола, 1988 йылдан өҫтәл теннисы — олимпия спорт төрө. 2017 йылға өҫтәл теннисы планетала иң популяр спорт төрө исемлегенә инә, һәм уны яратыусылар һаны 850 миллиондан ашыуға барып етә[4][5].

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уйын ҙурлығы 2,74 × 1,52 м, бейеклеге 76 см булған өҫтәлдә үтә. Өҫтәл уртаһына бейеклеге 15,2 см булған селтәр тарттырып ҡуйыла. Уйында ағас тотҡосло, бер яғы алһыу-ҡыҙыл, икенсе яғы ҡара төҫтә булған йоҡа эрзинкә менән ҡапланған һуҡҡыстан торған ракеткалар ҡулланыла. Өҫтәл теннисы өсөн туп целлулоидтан йәки пластиктан эшләнә, туптың диаметры 40 мм-ҙан ашыуыраҡ, ауырлығы 2,7 грамм. Туп аҡ йәки ҡыҙғылт-һары төҫтә булырға тейеш[6].

Уйын ике уйынсы йәки икешәр уйынсынан торған ике команда араһында үтә. Уйынсылар йәки парҙар өҫтәл артында бер-береһенә ҡаршы тора. Тупты өҫтәл аша һелтәү менән мәрәйҙәр уйнатыла башлай. Туп өҫтәлдең икенсе яғына ҡаршы яҡта уйнаусы уны кире ҡайтара алмаҫлыҡ итеп ебәрелергә тейеш[7].

Ярыш теге йәки был уйынсыға (командаға) бер мәрәй биреү менән тамамлана. 2001 йылда ҡабул ителгән хәҙерге заман халыҡ-ара ҡағиҙәләр буйынса һәр партия 11 мәрәйгә тиклем дауам итә. Матчта партиялар һаны (ғәҙәттә биш йәки ете) таҡ булырға тейеш, партиялар күберәк еңеүгә тиклем уйнатыла.

Уйын тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атамаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ағалы-ҡустылы Паркерҙарҙың «Пинг-Понг» уйыны өсөн йыйылмаһы

«Пинг-Понг» атамаһы тәүге тапҡыр 1891 йылдан осрай башлай, ә быға тиклем интонация буйынса шуға оҡшаш атамалар менән: «Флим-Флам», «Вифа-Ваф», шулай уҡ «Госсима» тип йөрөтөлгән була. 1891 йылда Jaques of London компанияһы «Пинг-Понг» уйыны өсөн комплектты әҙерләй һәм етештерә башлай. Атамаһы ике тауышты яраштырыуҙан килеп сыға: «пинг» — туп ракеткаға һуғылғанда яңғыраған тауыш, «понг» — туп өҫтәлдән һикереп киткәндәге тауыш. Артабан был атама ағалы-ҡустылы Паркерҙарға һатыла[8][9][10].

Бөгөн өҫтәл теннисының төп нөхсәһенә оҡшаш төрҙәге уйын пинг-понг тип атала, унда уйынсыларҙың бөтәһе лә, ХХ быуат башында өҫтәл теннисы уйыны үҫешә генә башлаған осорҙағы кеүек, наждак менән ҡапланған бер төрлө ракеткалар файҙалана.

Уйын эволюцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIX быуатта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Белгестәр билдәләүенсә, өҫтәл теннисы үҙенең тыуыуы менән Англияның ямғырлы һауа торошона бурыслы, сөнки тап ул ҙур теннис матчтарын бинаға күсерергә мәжбүр итә. Тәүҙә уйын иҙәндә үтә, артабан уйын өсөн өҫтәлдәрҙе бергә беркетә башлайҙар. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң, XIX быуаттың икенсе яртыһында, Jaques of London компанияһы йортта күңел асыу өсөн «Госсима» тип аталған ҡорамал әҙерләй. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә «Госсима» Англия һәм ҡайһы бер Европа илдәре салондарында популярлыҡ яулай.

Өҫтәл теннисы уйыны ҡағиҙәләренең иң тәүгеһен 1884 йылда Ф. Айерс (F. Ayers) «Game Lawn Miniature Indoor Tennis»[11] исеме аҫтында Лондонда баҫтырып сығара. Күп кенә сығанаҡтарҙа, ҡағиҙәләрҙең баҫылып сығыу йылы 1834 йыл, йәғни 1874 йылда баҫылып сыҡҡан ҙур теннисҡа ҡағиҙәләренән 40 йыл элек баҫылған, тип яңылыш күрһәтелә. 1891 йылда Ч. Бакстер һәм Дж. Джакес «Пинг-Понг»[12] уйыны атамаһына һәм ҡағиҙәләренә патент ала, шул мәлдән өҫтәл теннисы беҙ уны әле белгән йүнәлештә «Пинг-Понг» атамаһы аҫтында үҫешә башлай.

XIX быуат аҙағына уйын өсөн ҡорамал бер нисек тә стандартлаштырылмаған була, оҙон тотҡосло, ҡылдарҙы тарттырып эшләнгән йәки тире кирелгән һуҡҡыслы ракеткалар ҡулланыла. Туптарҙы ла көпшәк һәм каучук кеүек материалдарҙан етештерәләр, ҡайһы берҙә уларҙы туҡыма менән көпләйҙәр. 1891 йылда Джеймс Гибб Американан Англияға балалар уйыны өсөн целлулуидтан эсе ҡыуыш төҫлө шариктар алып ҡайта һәм уларҙы «Пинг-Понг» уйынында файҙаланырға ҡарар итә. Шул мәлдән алып целлулоид туптар башҡа материалдарҙан эшләнгәндәрен ҡыҫырыҡлап сығара, был, үҙ сиратында, ракеткаларға ла үҙгәрештәр индерә. Туп еңел булғанға күрә, ракеткаларҙы ҡыҫҡа тотҡос менән, тышы көпшәк, пергамент, велюр менән көпләнгән фанеранан эшләй башлайҙар.

XX быуатта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Икенсе донъя һуғышы, инглиз моряктары карап бортында өҫтәл теннисы уйнай.

XIX быуатта һәм ХХ быуат башында уйын өсөн шыма ағастан эшләнгән ракеткалар ҡулланыла, йәғни ракеткеның йөҙө көпләнмәй, йәки көпшәк, пергамент, велюр йәки башҡа шундай материалдар менән көпләнә. Бындай ракеткалар менән хәҙерге заман өҫтәл теннисында билдәле булған һуғыуҙарҙы үтәү һәм динамик уйын алып барыу мөмкин булмай. 1902 йылда Ч. Гуд күҙәнәкле каучук ҡатламы булған ракетканы беренсе тапҡыр ҡуллана. Егерменсе йылдарҙың беренсе яртыһында күҙәнәкле каучук ҡулланыу киң тарала, шуға ла ракеткаларҙың башҡа төрҙәре тулыһынса ҡулланылыштан сыға. Тупты төрлө ысулдар ҡулланып әйләндереү мөмкин була. Күҙәнәкле каучуклы ракеткаларҙы файҙаланыу тупты яҡшыраҡ контролдә тотоу мөмкинлеген бирә, һәм өҫтәл теннисы техникаһы үҙгәрә. Был осор 1950 йылдар башына[13] тиклем дауам итә.

Саҡ ҡына элегерәк, 1901 йылда, Һиндостанда өҫтәл теннисы буйынса рәсми турнир булып үтә, белгестәр уны беренсе халыҡ-ара ярыштар тип иҫәпләй.

1926 йылда Австрия, Англия, Венгрия, Германия, Дания, Һиндостан, Чехословакия, Швеция һәм Уэльс вәкилдәре осрашыуында Халыҡ-ара өҫтәл теннисы федерацияһы ойошторола, шул уҡ йылда өҫтәл теннисы буйынса беренсе донъя чемпионаты үткәрелә.

1936 йылда тәүге тапҡыр матчтарҙың оҙайлығын сикләү индерелә. Ул ваҡытта уйындың һаҡланыу стиле өҫтөнлөк алғанға күрә, матчтар бик оҙаҡ ваҡытҡа һуҙылыр була. Шунлыҡтан өс партиянан торған матчҡа 1 сәғәт, ә биш партиянан торғанына 1 сәғәт 45 минут бүлә башлайҙар. 1937 йылда селтәр бейеклеген 17 см-нан 15,25 см-ға тиклем кәметәләр, шулай уҡ асыҡ устар менән туп биреү ҡағиҙәһе индерелә.

1940 йылдан 1946 йылға тиклем, Икенсе донъя һуғышына бәйле, өҫтәл теннисы буйынса донъя чемпионаттары үткәрелмәй.

1950-се йылдар башында ракеткаларҙың йөҙөн губка менән ҡаплатыу уйлап табыла. Европала уны беренсе тапҡыр 1951 йылда Австрияла Фритч ҡуллана, әммә был уйынға үҙгәрештәр индермәгән[14] берҙән-бер осраҡ. 1952 йылда губкалы резина менән ҡапланған ракетканы Бомбейҙа үткән Донъя чемпионатында чемпион титулын яулаған япон спортсыһы Сато Хиродзи ҡуллана[15]. Ул ваҡытта Япония йыйылма командаһы беренсе тапҡыр донъя чемпионатында ҡатнаша һәм үҙенең йылдам һөжүм итеү тактикаһы ярҙамында бик күп миҙалдар яулай, араларында шәхси ярыштарҙа яуланған алтын миҙал да була. Ошо мәлдән башлап йөҙө губкалы резина менән ҡапланған ракеткалар бөтә донъя өҫтәл теннисы үҙәгенә әйләнгән Европала тарала. Әммә яңы ҡаплатма өҫтәл теннисын ҡыҙыҡлыраҡ спорт төрөнә әйләндерә алмай. Туптың ҡалын губкалы резинаға һуғылыуы уға бик ҙур тиҙлек өҫтәй, һәм бындай һөжүмде кире ҡағыу үтә ҡатмарлы була. Ярышта көс төп урынды ала, ә уйын техникаһы икенсе планға күсә, был, үҙ сиратында, өҫтәл теннисының популярлығының кәмеүенә килтерә. 1959 йылда губкалы резина көпләүле ракетканы ҡулланыу тыйыла.

1957 йылда Европа өҫтәл теннисы союзы (ETTU) булдырыла, һәм Халыҡ-ара федерация донъя чемпионаттарын таҡ һанына ҡараған йылдарҙа, ә континенталь форумдарҙы — йоп йылдарҙа үткәрергә тигән ҡарар ҡабул итә.

1959 йылда ваҡыт сиктәре тағы ла ҡыҫҡартыла төшә — бер партияны уйнау өсөн 20 минут ваҡыт бирелә. Шул уҡ йылда ITTF, ракеткаларға ҡарата талапты арттырып, уларҙы камиллаштырыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Ракетка йөҙөнә «сэндвич» тибындағы ике ҡатламлы резинаны файҙаланыу рөхсәт ителә — губканы күҙәнәкле резинаға аҫҡы ҡат итеп һалырға ҡушыла. Бындай үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә уйындың тиҙлеге арта, һәм тупты төрлөсә әйләндереү мөмкинлеге тыуа. Белгестәр баһаһы буйынса, был хәл өҫтәл теннисында яңы эраның башы булып тора, сөнки уйында файҙаланылған яңы материалдар менән бергә абсолют яңы, тиҙ, элек билдәле булмаған, туптың әйләнеүе менән ҡушылып барған һуғыуҙары булған яңы уйын техникаһы ла барлыҡҡа килә. Шулай, «топ-спин» тип аталған һуғыу төрө килеп сыға. Губка менән резинаны яраҡлаштырыу өҫтәл теннисының уйын манераһын һәм концепцияһын тулыһынса үҙгәртә. Бер үк ваҡытта был хәл һуғыу техникаһының үҫешенә йоғонто яһай. Уйын материалдары (ракеткалар, туп) бөгөн дә үҙгәреүен дауам итә, һәм был, үҙ сиратында, һуғыу техникаһының һәм уйындың үҙенең үҫеш йүнәлешенә һис шикһеҙ йоғонто яһаясаҡ.

1970 йылда АҠШ президенты Никсондың КНР-ға сәфәренә әҙерлек барышында Америка дипломаттары үҙҙәренең өҫтәл теннисы буйынса командалары менән йәшерен рәүештә Ҡытайҙа булып ҡайта. Был эпизод тарихҡа «Пинг-понг дипломатияһы» булараҡ инеп ҡала — Ҡытай һәм АҠШ араһында өҫтәл теннисы уйынсыларын алмашыу[16].

1988 йылда Сеулда, Кореяла өҫтәл теннисы 1988 йылғы йәйге Олимпия уйындары прграммаһына индерелә[17].

XXI быуатта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өҫтәл теннисы өсөн 40 мм-лы туп

XXI быуат башында бик оҙаҡ ваҡыттан һуң беренсе тапҡыр ҡағиҙәләр һиҙелерлек үҙгәрештәр кисерә. 2000 йылға тиклем диаметры 38 мм булған туп менән уйнайҙар, әммә 2000 йылғы Сиднейҙағы Олимпия уйындарынан һуң ҡулланылышҡа 40 мм-лы туптар индерелә. Үлсәмде арттырыуҙың сәбәбе бер нисә. Бөтәһенән элек, ҙурыраҡ туп телевизион трансляциялар ваҡытында яҡшыраҡ күренә. Икенсенән, һауа ҡаршылығы ҙур булыу сәбәпле, ҙур туптың тиҙлеге кәмерәк, был судъялыҡ итеүҙе еңеләйтә һәм уйындың ҡыҙыҡлы тамашаға әйләнеүенә лә булышлыҡ итә.

2001 йылда партияла еңеү өсөн талап ителгән мәрәйҙәр һаны 21-ҙән 11-гә ҡалдырыла, уйнаған яҡтарҙы алмашыу 5 партиянан һуң түгел, ә 2 партиянан һуң башҡарыла. Шуға бәйле ҙурыраҡ донъя ярыштарында матчта партиялар һаны 5-тән 7-гә тиклем арттырыла. 2001 йылда Осакалағы донъя чемпионаты беренсе тапҡыр ошо яңы ҡағиҙәләр буйынса үткәрелә. Партияларҙың ҡыҫҡараҡ булыуы дөйөм көсөргәнеште күтәрә, матчтарҙы ҡыҙыҡлы тамашаға әйләндерә.

2014 йылда Халыҡ-ара өҫтәл теннисы федерацияһы (ITTF) пластмасса урынына целлулоидтан[18] эшләнгән яңы туп ҡабул ителеүе тураһында хәбәр итә. Яңы тупҡа «40+» тамғаһы һуғылған, диаметры 40 мм-ҙан бер аҙ күберәк. 2014 йылдың 1 июленән[19][20] рәсми донъя ярыштарында мотлаҡ пластик туп ҡулланылырға тейеш. Яңы материалға күсеүҙең сәбәбе бер нисә — донъяла целлулоид етештереү кәмей, целлулоид туптарҙы транспортта ташыуҙағы ҡатмарлылыҡтар һәм башҡа хәүефһеҙлек мәсьәләләре[21]. Пластик туптың тәүге өлгөләренең мурт булыуы һәм бик ҡиммәт тороуы сәбәпле, уларҙы ҡулланылышҡа индереүгә һәүәҫкәр спортсылар араһында ҡаршылар ҙа була[22]. Белгестәр ҙә был үҙгәрештәргә бер төрлө генә баһа бирмәй[23].

Өҫтәл теннисы хронологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өҫтәл теннисы уйыны хронологияһы нигеҙендә профессор Г. В. Барчукованың[24] «Өҫтәл теннисы теорияһы һәм методикаһы: юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн дәреслек» китапбы нигеҙендә төҙөлә.

Донъя өҫтәл теннисында төп даталар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1880-се йылдар — өҫтәл теннисы өҫтәлдә уйнауға күсерелә, ҡорамал һәм ҡағиҙәләр эшкәртелә
  • 1891 йыл — инглиздәр Ч. Бакстер (Ch.Baxter) Дж. Джаке (J.Jaques) менән берлектә уйын ҡағиҙәләрен яҙа һәм яңы «Пинг-понг» уйынына һәм уның ҡорамалына патент ала;
  • 1891 йыл — целлулоид туп Американан Англияға килтерелә;
  • 1900 йыл — целлулоид тупты ҡулланыу көпшәк һәм резина (каучук) туптарҙы ҡыҫырыҡлап сығара, уйын Англияла һәм башҡа илдәрҙә тарала;
  • 1902 йыл — күҙәнәкле резина ҡаплағыстар барлыҡҡа килә, өҫтәл теннисы тураһында тәүге китаптар баҫтырыла;
  • 1900 йыл — 1904 йыл — уйын Англияла, артабан Венгрия, АҠШ, Германия кеүек һәм башҡа илдәрҙә әүҙем үҫешә;
  • 1905 йыл — 1920 йыл — ҡорамалға «Jaques&Parker»ҙың монополияһы, Беренсе донъя һуғышы — өҫтәл теннисы уйынының популярлығының кәмеүе;
  • 1921 йыл — Англияла беренсе өҫтәл теннисы милли федерацияһы булдырыла, өҫтәл теннисының Европаға хәҙерге атамаһында ҡайтыуы;
  • 1922 йыл — уйын ҡағиҙәләрен стандартлаштырыу;
  • 1926 йыл — Халыҡ ара өҫтәл теннисы федерацияһы (ITTF) булдырыла, ITTF-тың беренсе конгресы үтә, сетта 21 мәрәйгә тиклем уйнау ҡағиҙәләре раҫлана;
  • 1926 йыл — Лонданда Өҫтәл теннисы буйынса беренсе Донъя чемпионаты;
  • 1936 йыл — ике еңеү өсөн партия ваҡыты 1 сәғәт менән сикләнә (осрашыу 3 партиянан тора) һәм өс еңеү өсөн 1 сәғ. 45 минут (осрашыу 5 партиянан);
  • 1937 йыл — ваҡыт сикләүе үҙгәрә; селтәр бейеклеге 15,25 см-ға тиклем тәпәшәйә; тупты һелтәү ҡағиҙәһе үҙгәрә;
  • 1951 йыл — Азия илдәре (Япония, Корея, Ҡытай) вәкилдәре донъя чемпионатында иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә;
  • 1952 йыл — губкаға оҡшаш ҡаплағыс барлыҡҡа килә, япон спортсыһы Хиродзи Сато губкалы ҡаплағыслы ракетканы беренсе тапҡыр ҡуллана һәм донъя чемпионы була;
  • 1957 йыл — Европа өҫтәл теннисы союзын (ЕТТУ) булдырыу;
  • 1958 йыл — беренсе Европа чемпионаты үтә;
  • 1959 йыл — «сэндвич» ҡаплағыстарын файҙаланыу рәсми рәүештә рөхсәт ителә;
  • 1961 йыл — яңы «топ-спин» һуғыуының барлыҡҡа килеүе, уны япон тенниссылары донъя чемпионатында күрһәтә;
  • 1973 йыл — халыҡ-ара арбитр (судья) квалификацияһы индерелә; университеттар студенттары араһында беренсе өҫтәл теннисы чемпионаты үтә;
  • 1988 йыл — Сеулдағы Олимпия уйындарында өҫтәл теннисы олимпия спорт төрөнә әйләнә;
  • 2000 йыл — туп параметрҙарының үҙгәреүе (яңы туптың диаметры 40 мм һәм ауырлығы 2,7 г);
  • 2001 йыл — ҡағиҙәләрҙең үҙгәреүе: партияларҙа иҫәп 11 мәрәйгә тиклем, партиялар һаны 3-тән 7-гә йәки 9-ға тиклем;
  • 2002 йыл — һелтәү ҡағиҙәләре үҙгәрә: туп сөйөүҙе кәүҙә өлөштәре менән ҡапламаҫҡа;
  • 2014 йыл — туп параметрҙарының үҙгәреүе, целлулоид урынына яңы материал пластмасса, диаметры 40+мм;
  • 2015 йыл — Бөтә донъя өҫтәл теннисы көнө — 6 апрелгә[25] билдәләнгән

Рәсәй өҫтәл теннисының төп даталары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1927 йыл — СССР-ҙа инглиз эшселәре делегацияһының күрһәтмә уйындары үтә;
  • 1946 йыл — Мәскәүҙә «Спартак» — «Динамо» беренсе рәсми ярыштары һәм Мәскәүҙең шәхси беренселеге үткәрелә;
  • 1950 йыл — СССР-ҙа Бөтә Союз өҫтәл теннисы секциялары булдырыу;
  • 1951 йыл — Вильнюстә өҫтәл теннисы буйынса беренсе СССР чемпионаты үткәрелә;
  • 1954 йыл — «СССР-ҙың өҫтәл теннисы федерацияһы» (ул саҡта «Бөтә Союз өҫтәл теннисы секциялары») Халыҡ-ара өҫтәл теннисы федерацияһына инә;
  • 1958 йыл — Беренсе Европа чемпионатында СССР йыйылма командаһы дебюты;
  • 1961 йыл — Пекинда донъя чемпионатына совет тенниссылары дебюты;
  • 1969 йыл — Мюнхенда донъя чемпионатында СССР спортсылары ике беренсе алтын миҙал яулай — ҡатын-ҡыҙҙар парында (Зоя Руднова һәм Светлана Федорова-Гринберг) һәм команда зачетында;
  • 1975 йыл — Калькутталағы донъя чемпионатында СССР спортсылары үҙҙәренең өсөнсө алтын миҙалын яулай — ҡатнаш парҙарҙа (Станислав Гомозков һәм Татьяна Фердман-Кутергина);
  • 1988 йыл — Олимпия уйындарында өҫтәл теннисында совет уйынсылары сығышы.

Хәҙерге торошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Германияла өҫтәл теннисы буйынса турнир , 2014 йыл

Бөгөн кеше йәшәгән бөтә континенттарҙа профессиональ рәүештә өҫтәл теннисы менән шөғөлләнәләр. Халыҡ-ара өҫтәл теннисы федерацияһына (ITTF) 226 ил инә (2017 йылғы мәғлүмәттәр)[26][27]. Өҫтәл теннисы 4 миллиард самаһы кеше йәшәгән Азияла айырыуса ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Өҫтәл теннисы Европала ла популяр — 2017 йылғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда Европа өҫтәл теннисы союзына (ETTU) 58 ил[28] инә. Өҫтәл теннисы буйынса донъя чемпионаттары ғәйәт ҙур форумға әйләнә бара, уларҙа бер үк ваҡытта 170-тән ашыу ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егеттәр командаһы сығыш яһай. Өҫтәл теннисы ветерандарының ике йылға бер тапҡыр үткәрелгән донъя чемпионаттары 3000-дән ашыу спортсыны йыя һәм бер ҡыйыҡ аҫтында урынлаштырылған йөҙҙәрсә теннис өҫтәлдәрендә бер юлы үткәрелә. Ҡайһы бер баһалауҙар буйынса, өҫтәл теннисы донъялағы 10 иң популяр спорт төрөнә ҡарай һәм бөтә планеты буйынса дөйөм алғанда яҡынса 850 миллиондан ашыу уйынсыны һәм көйәрмәнде йәлеп итә.

1970-се йылдарҙан башлап ҡатын-ҡыҙҙар өҫтәл теннисында Ҡытай спортсылары өҫтөнлөк итә. Мәҫәлән, 1975 йылдан Ҡытайҙың ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы донъя чемпионатында команда зачетында ни бары ике тапҡыр ғына отолдо (1991 йылда Кореяның берләшкән йыйылма командаһына һәм 2010 йылда Сингапур йыйылма командаһына). Хәҙерге заман ир-егеттәр өҫтәл теннисында ла Ҡытай тенниссылары алда бара. 2001 йылдан башлап Ҡытай командаһы бөтә донъя чемпионаттарында ла алтын миҙал яулай. Яңғыҙ разрядта Ҡытай спортсыһы алтын миҙал ала алмаған һуңғы осраҡ 2003 йылда ғына теркәлә, ул чемпионатта Австрия спортсыһы Вернер Шлагер донъя чемпионы исемен яулауға өлгәшә. 1997 йылдан алып 20 йыл эсендә уйнатылған 70 алтын миҙалдың (команда һәм яңғыҙ разрядта) тик бишәүһе генә ҡытайҙарға эләкмәй — 1997 йылда ир-егеттәр араһында яңғыҙ разрядта швед Ян-Уве-Вальднер, 2003 йылда — австриялы Вернер Шлагер, ир-егеттәрҙең парлы разрядында 2013 йылда Тайвандән килгән пар, Швецияның ир-егеттәр командаһы 2000 йылда донъя чемпионатында «алтын», Сингапурҙың ҡатын-ҡыҙҙар командаһы 2010 йылда донъя чемпионатында «алтын» яулай. Тулыраҡ Донъя чемпионаттары статистикаһын ҡарағыҙ.

1988 йылдан алып 2016 йылға тиклемге Олимпия уйындарында уйнатылған 32 алтын миҙалдың 27-һен ҡытайҙар яулай[29], өсәүһе — Көньяҡ Корея Республикаһы вәкилдәрендә. Европанан Ян-Уве Вальднер ғына олимпия чемпионы була ала (1992 йылда Барселоналағы Олимпия уйындары). Пекинда үткән Олимпия уйындарында ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың яңғыҙ разрядтарында бөтә пьедесталды ҡытайҙар биләй, шулай уҡ ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың команда беренселектәрендә лә улар еңә. Шунан һуң олимпия регламенты үҙгәртелде — 2012 йылдан алып шәхси турнирҙа бер илдән ике ир-егет һәм ике ҡатын-ҡыҙ ғына ҡатнаша ала[30], шуның арҡаһында ғына артабанғы олимпиадаларҙа яңғыҙ разрядта еңеүселәр Ҡытайҙан булмай. 2017 йылда түбәндәге ҡарар иғлан ителде: 2020 йылда Токиола үтәсәк Олимпия уйындары программаһына ҡатнаш парҙар разряды[31] ярыштары өҫтәләсәк.

Ҡытай уйынсылары бөтә донъяға таралды, һәм, гражданлыҡтарын алмаштырып, күп кенә илдәрҙең йыйылма командаларында уйнай. Мәҫәлән, 2016 йылғы Йәйге Олимпия уйындарында өҫтәл теннисы буйынса ярыштарҙа ҡатнашҡан 172 уйынсының 44-е сығышы буйынса Ҡытайҙан була[32].

Темп, етеҙ хәрәкәт, уйын ситуацияларында һығылмалылыҡ — хәҙерге заман уйынына хас һыҙаттар. Уйынды көсөргәнешле алып барыу бөтәһен дә хәл итә, тупты көс менән һуғыу — төп еңеү ҡоралы. Уйын стилдәре араһында һөжүм һәм контрһөжүм өҫтөнлөк итә.

Халыҡ-ара федерация[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ-ара өҫтәл теннисы федерацияһы (ингл. International Table Tennis Federation, ҡыҫҡ. ITTF)— халыҡ-ара өҫтәл теннисы ассоциациялары өсөн етәксе орган. ITTF өҫтәл теннисы нормалары, ҡағиҙәләре һәм уны технологик камиллаштырыуҙы контролдә тота. Шулай уҡ ITTF бер нисә халыҡ-ара ярышты ойоштороу өсөн яуаплы, уларҙан иң ҙуры — өҫтәл теннисы буйынса донъя чемпионаты. ITTF өҫтәл теннисында уйнаусыларҙың ағымдағы донъя рейтингын йылына уртаса 12 тапҡыр ҡайтанан иҫәпләй[33] һәм баҫтырып сығара. Мәғлүмәттәр уның ҡанаты аҫтында үткән ярыштарҙағы һөҙөмтәләре нигеҙендә иҫәпләп сығарыла.

ITTF 1926 йылдың ғинуарында туғыҙ ағза-ойоштороусы: Австрия, Англия, Венгрия, Германия, Дания, Һиндостан, Чехословакия, Швеция һәм Уэльс тарафынан булдырыла. Беренсе донъя чемпионаты шул уҡ йылдың декабрендә Лондонда[34] үткәрелә. 2017 йылға Халыҡ-ара өҫтәл теннисы федерацияһына 226 ил инә.

Ярыштар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үтә мөһим халыҡ-ара ярыштар: Донъя чемпионаты, Донъя кубогы, Олимпия уйындары һәм ITTF World Tour. Үтә мөһим континенталь ярыштар: Европа чемпионаты, Europe Top-16, Азия чемпионаты, Азия уйындары, Африка чемпионаты, Латин Америкаһы чемпионаты, Төньяҡ Америка чемпионаты, Панамерика уйындары, Океания чемпионаты, Евро-Азия Кубогы[35].

Өҫтәл теннисы беренсе тапҡыр 1988 йылда, Көньяҡ Кореяла Сеулда Йәйге Олимпия уйындары программаһына индерелә. Йәйге паралимпия уйындары программаһына өҫтәл теннисы 1960 йылдағы беренсе старттан уҡ индерелә (Рим, Италия)[36].

Күпселек ҙур ярыштар олимпия системаһы буйынса үткәрелә, уға ярашлы спортсы беренсе отолоуҙан һуң уҡ турнирҙан төшөп ҡала. Ғәҙәттә, көслө уйынсылар тәүге турҙа уҡ осрашмаһын өсөн, рейтингтарын иҫәпкә алып, уларҙы уйын селтәре буйынса бүләләр, был сара посев (инг.)баш. (инг.)баш. файҙаланыу тип атала. Бынан тыш, көн элгәре үткәрелгән этапта төркөм турнирҙары уйнатыла, улар ваҡытында, улар барышында төркөм эсендә уйнап, спортсылар турнир селтәренә эләгеү хоҡуғын алырға тырыша[37][38][39][40].

2017 йылда ITTF World Tour серияһының дөйөмләштерелгән приз фонды $ 3,000,000[41], ашыу тәшкил итә, шуларҙың $ 1,000,000 ITTF Worid Tour Grand Finals[42].-ҡа тура килә.

Өҫтәл теннисында атаҡлы уйынсылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ITTF сайтында символик Дан залы бар, унда донъя чемпионаттарында йәки Олимпиадаларҙа 5-тән кәм булмаған алтын миҙал яулаған уйынсыларҙың исемдәрен теркәйҙәр. Әлеге мәлдә был Дан залына 46 уйынсы инә. Улар араһында түбәндәгеләр титулдары һаны буйынса рекордсы: ир-егеттәр араһында — венгр уйынсыһы Виктор Барна (1911—1972), уның донъя чемпионаттарынан 40 миҙалы бар, ҡатын-ҡыҙҙар араһында — румын спортсыһы Анжелика Розеану (1921—2006), донъя чемпионаттарының 30 миҙалы уның иҫәбендә[43].

Өҫтәл теннисында ҙур шлем[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Белгестәр, башҡа спорт төрҙәрендәге кеүек, өҫтәл теннисында «ҙур шлем» алғандарҙы, йәғни Олимпия уйындарында, Донъя чемпионатында һәм Донъя кубогында[44][45] яңғыҙ разрядта еңеү яулағандарҙы айырып билдәләй. Өҫтәл теннисы тарихында «ҙур шлем» алған тәүге уйынсы — Ян-Уве Вальднер (1992 й.). Ҡатын-ҡыҙҙарҙан "ҙур шлем"лы уйынсы — Дэн Япин (1996 й.).

Ҙур шлем хужалары
Исеме Енесе Милләте Еңеүҙәр һаны Сығанаҡ
Олимпия

уйындарында
өҫтәл теннисы

Өҫтәл

теннисы
буйынса
донъя
чемпионаты

Өҫтәл теннисы буйынса донъя кубогы
Ян-Уве Вальднер Ир-егет Швеция Швеция 1 (1992) 2 (1989, 1997) 1 (1990) [46]
Дэн Япин Ҡатын-ҡыҙ Ҡытай Халыҡ Республикаһы ҠХР 2 (1992, 1996) 3 (1991, 1995, 1997) 1 (1996) [47]
Лю Голян Ир-егет Ҡытай Халыҡ Республикаһы ҠХР 1 (1996) 1 (1999) 1 (1996) [48]
Кун Линхуэй Ир-егет Ҡытай Халыҡ Республикаһы ҠХР 1 (2000) 1 (1995) 1 (1995) [49]
Ван Нань Ҡатын-ҡыҙ Ҡытай Халыҡ Республикаһы ҠХР 1 (2000) 3 (1999, 2001, 2003) 4 (1997, 1998, 2003, 2007) [50]
Чжан Инин Ҡатын-ҡыҙ Ҡытай Халыҡ Республикаһы ҠХР 2 (2004, 2008) 2 (2005, 2009) 4 (2001, 2002, 2004, 2005) [51]
Чжан Цзикэ Ир-егет Ҡытай Халыҡ Республикаһы ҠХР 1 (2012) 2 (2011, 2013) 2 (2011, 2014) [52]
Ли Сяося Ҡатын-ҡыҙ Ҡытай Халыҡ Республикаһы ҠХР 1 (2012) 1 (2013) 1 (2008) [53]
Дин Нин Ҡатын-ҡыҙ Ҡытай Халыҡ Республикаһы ҠХР 1 (2016) 3 (2011, 2015, 2017) 2 (2011, 2014) [54]
Ма Лун Ир-егет Ҡытай Халыҡ Республикаһы ҠХР 1 (2016) 2 (2015, 2017) 2 (2012, 2015) [55]

Ҡорамал һәм уйын зонаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өҫтәл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Теннис өҫтәле — селтәр менән ике яртыға бүленгән махсус өҫтәл. Халыҡ-ара стандарттарға эйә булған үлсәмдәре бар: оҙонлоғо 274 см (9 фут), киңлеге 152,5 см (5 фут), бейеклеге 76 см (2,5 фут)[56]. Өҫтәл ДСП, алюмин, пластик, меламин, SMC 1800 композициялы материал (Sheet Molding Compound)[57] кеүек беше материалдарҙан етештерелә, йышыраҡ йәшел йәки ҡара-күк төҫкә буяла.

Уйын яҫылығы үҙ эсенә өҫтәлдең юғары ситтәрен (мөйөштәрен) ала, был ситтәрҙән түбәнерәк булған ҡабырға яҡтары уйын яҫылығы тип иҫәпләнмәй.

Уйын яҫылығы теләһә ниндәй материалдан була ала, һәм ул стандарт туп 30 см бейеклектән уға төшкәндә бер тапҡыр 23 см-ға һикереүҙе тәьмин итергә тейеш. Өҫтәл өҫтө вертикаль селтәр менән ике яртыға бүленә. Уйын яҫылығы тоноҡ, бер төрлө ҡарағусҡыл төҫтә була. Өҫтәл ситтәре буйлатып билге һалына — киңлеге 20 мм булған аҡ һыҙат. Парлы уйын өсөн файҙаланғанда өҫтәл уртаһынан, селтәргә ҡарата перпендикуляр рәүештә 3 мм киңлегендәге аҡ һыҙат һыҙыла.

Селтәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Селтәр комплектына селтәр үҙе, бау, өҫтәл өҫтөнә беркетеп ҡуйыу өсөн нығытмалары менән бергә таяу таяҡтары инә. Селтәр бау һәм таяҡтар ярҙамында уның өҫкө сите өҫтәл өҫтөнән 15,25 см (6 дюйм) бейеклектә булырлыҡ итеп тарттырып ҡуйыла. Селтәр өҫтәлдең ҡабырғалағы һыҙаттарынан 15,25 см[58] см-нан артыҡ сыҡмаҫҡа тейеш.

Туп[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өҫтәл теннисы өсөн 40+ мм-лы пластик туп

Өҫтәл теннисы тубы целлулоидтан йәки уға оҡшаш пластмассанан әҙерләнә. 2000 йылға тиклем диаметры 38 мм-лы туп ҡулланыла, 2000 йылдан башлап туп диаметры 40 мм, ауырлығы 2,7 г[59] була. Туп ҡыҙғылт һары йәки аҡ төҫтә булыуы мөмкин, әммә тоноҡ булыуы мотлаҡ. 2007 йылдан[60][61] халыҡ-ара ярыштарҙа башҡа төҫтәге туптар ҡуланылмай.

2014 йылдың 6 февралендә Халыҡ-ара өҫтәл теннисы федерацияһы (ITTF) өҫтәл теннисы өсөн пластмасса туп урынына яңы целлулоид туп ҡабул ителеүе тураһында хәбәр итә. Яңы тупҡа «40+» тамғаһы ҡуйыла, уның диаметры — 40 мм. 2014 йылдың 1 июленән рәсми донъя ярыштарында был яңы тупты ҡулланыу мотлаҡ. Башҡа ярыштар, уларҙы ойоштороусыларҙың ҡарары буйынса, яңы пластик менән дә, шулай уҡ яңы целлулоид туп менән дә үткәрелергә мөмкин.

2014 йылдың йәйендә өҫтәл теннисы өсөн ике төҫтәге, аҡ — ҡыҙғылт һары туп индереү тураһындағы мәғлүмәттәр күренә. 2014 йылдың авгусында Ҡытай суперлигаһы беренсе тапҡыр рәсми рәүештә был тупҡа ҡарата протест белдерә. 2014 йылдың октябрендә Евро-Азия кубогы[62]</ref>. уйындары ваҡытында ике төрлө төҫтәге туп ҡулланыла. 2015 йылдың майында ITTF генераль ассамблеяһы бөтә рәсми ярыштарҙа ла[63] ике төҫтәге туп файҙаланыу тураһында ҡарар ҡабул итергә тейеш була, әммә 2017 йылдың аҙаһына ла был тупты ҡулланыу буйынса пландар тураһында бер ниндәй мәғлүмәт юҡ.

Ракетка[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Заманса өҫтәл теннисы өсөн ракетка

Уйында нигеҙе ағастан эшләнгән, һуҡҡыс өлөшөнөң ике яғы ла бер йәки ике ҡат махсус эрзинкә ҡатлам (накладка) менән ҡапланған ракетка ҡулланыла («ҡауырһын» алымы буйынса уйнағанда ракетканың бер яғында ҡаплағыс ҡатлам булмай, һәм уйында ҡапланылмаған яғы бөтөнләй ҡулланылырға тейеш түгел). Ракетканың ике яғындағы ҡаплағыстар төрлө булыуы ихтимал, әммә уларҙың төҫө тоноҡ булырға тейеш, һәм төҫтәре лә төрлө була: бер яҡтан — ҡара төҫтә, икенсеһе — алһыу-ҡыҙыл[64].

Ракетканың нигеҙе бер нисә төрлө ағас һәм титан, карбон һәм башҡа материалдар ҡатламдарын бер-береһенә йәбештереп эшләнә. Ҡаплағыс, ғәҙәттә, ике ҡатламдан тора: тышҡы эрзинкәнән (topsheet) һәм эске губканан (sponge). Эрзинкә ҡатламының да ике төрлө булыуы ихтимал — энәләре эскә (шыма) һәм энәләре тышҡа (энәле) ҡараған. Губканың ҡатылығы ла төрлөсә була, һәм ул градустарҙа иҫәпләнелә — яҡынса 30°-тан[65] (йомшаҡ) 70°-ҡа тиклем[66] (ҡаты). Бер үк моделдәге ракеткаларға төрлө ҡалынлыҡтағы губка менән ҡаплатып эшләнергә мөмкин был уларҙың ҡылыҡһырлауын үҙгәртә. Ҡағиҙәләр ҡаплағыстарҙың дөйөм ҡалынлығын (эрзинкә плюс губка) сикләй[56]. Ҡайһы берҙә губка бөтөнләй ҡулланылмай, эрзинкә туранан-тура нигеҙгә йәбештерелә.

Профессиональ ракеткалар әҙер килеш һатылмай. Уйынсы йәки тренер нигеҙҙе һәм ҡаплағысты айырым килеш һайлап ала. Махсуслаштырылған кибеттәрҙә эрзинкә (topsheet) һәм губка (sponge) шулай уҡ айырым килеш һатылыуы һәм йыйылыуы ихтимал. ITTF ҡағиҙәләренә ярашлы, ракетканың нигеҙенең, исмаһам, 85%-ы ағастан булырға тейеш[56]. Шулай уҡ ярыштарҙа энәләрҙең ҡайһы бер төрҙәре тыйыла (башлыса, оҙондары), сөнки ундай энәләр уның хужаһына көнәркәшенең тупты әйләндереүенә иғтибар итмәүенә килтерә[56]. Осрашыу башында һәм уйын ваҡытында ракетканы алмаштырғанда уйынсы үҙенең ракеткаһын, уның ҡағиҙәләргә ярашлы булыуын раҫлау маҡсатында, көнәркәшенә һәм судьяға күрһәтергә тейеш.

Уйын майҙансығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уйын майҙансыҡтарының үлсәме (бейеклеге 60—65 см6×12 м булған туҡыма менән кәртәләп ҡуйылған; халыҡ-ара ярыштарҙа — 7×14 м). Өҫтәл майҙансыҡ уртаһында урынлаша. Тамашасылар майҙансыҡтан ситтә урынлашырға тейеш[67].

Уйын техникаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тотоу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уйынсы ракетканы ҡулында тотоп тороуы «тотоу» тип атала. Тотоуҙың төп төрҙәре — ул «европаса» һәм «азияса» төрө. Азияса төрөн «ҡауырһын менән тотоу» тип тә атайҙар. Ҡауырһын менән тотоу, үҙ сиратында, ҡытай һәм япон төрҙәренә бүленә[68].

Ҡайһы бер белгестәр шулай уҡ АҠШ-тың билдәле уйынсыһы Денни Симиллер хөрмәтенә «Симиллер тотоуын», йәки «американ тотоуын» да билдәләй[69][70]. Европаса тотоуҙың был вариантында ике яҡтан һелтәнгән һуғыуҙар ракетканың бер яғы менән генә үтәлә. Юғары кимәлдәге хәҙерге заман уйынсыларынан 2016 йылда ошондай тотоуҙы швейцар уйынсыһы Элия Шмид[70] башҡарҙы.

Уйында һуғыуҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыу — уйында төп һөжүм итеү һәм һаҡланыу хәрәкәте. Юғары класлы спортсылар һуҡҡанда туптың башланғыс тиҙлеге 180 км/сәғәткә, ә туптың әйләнеү тиҙлеге — 50—170 об/секундҡа барып етә[71][14]. Партияла һуғыуҙар менән алмашыу темпы минутына 120 һуғыуға барып етә ала[72].

Һуғыуҙар һөжүм итеү һәм һаҡлау һуғыуҙары, әйләнеп һәм әйләнмәйенсә һуғыуҙар, форхэнд һәм бэкхэнд һуғыуҙары һәм башҡалар. Был классификацияны шартлы тип әйтеп тә була, сөнки бер үк һуғыуҙы төрлө белгестәр төрлөсә атай ала[14][73].

Уйын стратегияһы һәм тактикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уйын стратегияһы — ул спортсының үҙен тотоу һәм, уның әҙерлек кимәленә нигеҙләнеп, бик оҙайлы ваҡытҡа —— бер осрашыуҙан турнирға йәки хатта тотош бер спорт циклына тиклем спорт көрәшен алып барыу планы[9].

Уйын тактикаһы уйындың бик ҡыҫҡа осорона, бер партияға йәки бер туп отошона ғына, һәм спортсының үҙенең техник кимәлен һәм мөмкинлектәрен, билдәле көнәркәшенең техник кимәлен һәм уның физиологик һәм психологик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, аныҡ уйын ситуацияһында маҡсатлы файҙаланыуға иҫәпләнгән. Өҫтәл теннисында уйын тактикаһы күп нәмәгә бәйле — ҡорамалдың сифатына, ракетканы тотоуға, спортсының техник-тактик алымдарына, уның етеҙ күсә белеүенә[9].

Уйындың үҫеш процесында уйында ҡулланылған ҡорамал һиҙелерлек үҙгәрештәргә дусар ителә — өҫтәл үлсәмдәре, селтәр бейеклеге, туптың ауырлығы һәм материалы, ракетканың һәм өҫтәлдең уйын яҫылығы материалы яңыртыла. Былар бөтәһе лә уйын техникаһын үҙгәртеүгә, тимәк, уйын тактикаһының да үҙгәрештәренә килтерҙе. Белгестәр өҫтәл теннисы уйыны тактикаһының үҫеш тарихында дүрт осороҙоң булыуын билдәләй[9]:

1. Уйын барлыҡҡа килгәндән алып 1930 йылдарға тиклем.
2. 1930 йылдар уртаһынан 1960 йылдарға тиклем.
3. 1960 йылдарҙан 1970 йылдар уртаһына тиклем.
4. 1970 йылдар уртаһынан һәм хәҙерге ваҡытҡа тиклем.

Уйындың темпы һәм һөжүмгә тартым булыуы арта бара. Әүҙем һөжүм, контрһөжүм, ҡыҫҡа ваҡытлы әүҙем һаҡ ҡулланыла, уйынсылар күберәк техник алымдарҙы үҙләштерә, аҙаҡ уйын торошона бәйле уларҙы файҙалана. 11 мәрәйгә тиклем уйнау һәм 2 мәрәй аша һуғыуҙы алмашыу уйындың тағы ла етеҙерәк һәм тиҙерәк үтә барыуына килтерә.

Хәҙер тактик алымды һөжүм итеү (кисекмәҫтән мәрәй отоу маҡсатында бер тапҡыр йәки бер нисә тапҡыр һуғыу), контрһөжүм (инициативаны үҙ ҡулыңа алыу, һөжүмгә тағы ла көслөрәк һөжүм менән яуап биреү), әҙерләнеү (һөжүм итеү өсөн ҡулай шарттар тыуҙырыу) һәм һаҡланыу (көнәркәшең һөҙөмтәгә өлгәшмәһен һәм тупты уның яғына сығарыу өсөн уның һөжүмен ҡаҡлыҡтырыу)[9].

Еңеүгә өлгәшеү өсөн спортсының ниндәй саралар ҡулланыуына бәйле уйынсыларҙы һөжүм итеүсе (нигеҙҙә һөжүм һәм контрһөжүм алымдарын ҡуллана), һаҡланыусы (һаҡланыу сараларына өҫтөнлөк бирә) һәм универсаль уйынсы (һаҡланыуҙы һөжүм, контрһөжүм менән бергә алып бара)[9] типтарына бүлеп йөрөтәләр.

Уйын ҡағиҙәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уйындың рәсми ҡағиҙәләре күп тапҡыпҙар үҙгәртелә, хәҙерге ваҡытта Рәсәйҙә 2016 йылғы һуңғы редакция ғәмәлдә ҡала[74]. Өҫтәл теннисы ҡағиҙәләренең тулы редакцияһы бер нисә тиҫтә бит күләмендә, күп кенә илдәрҙең федерациялары Халыҡ-ара өҫтәл теннисы федерацияһы (ITTF) ҡабул иткәнгә ярашлы үҙ ҡағиҙәләрен раҫлай.

Билдәләмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өҫтәл теннисы ҡағиҙәләрендә түбәндәге билдәләмәләр бар[75]:

  • «Уйнатыу» — туп уйында булған ваҡыт арауығы
  • «Туп уйында» — буш ҡулдың усында булған мәлдән алып тупты һуғыу өсөн һауаға ырғытыуҙан алда ҡабаттан уйнатыу ҡарары ҡабул ителгәнсегә йәки ул мәрәй биреү менән тамамланасағын белгәнгә тиклем туп уйында тип иҫәпләнелә
  • «Ҡайтанан уйнау» — һөҙөмтәһе иҫәпкә алынмаған уйнатыу
  • «Мәрәй» — һөҙөмтәһе иҫәпкә алынған уйнатыу
  • Уйынсы тупҡа «һуға»
  • «Һуғыусы» — уйнатыуҙа беренсе булып тупҡа һуҡҡан уйынсы
  • «Ҡабул итеүсе» — уйнатыуҙа икенсе булып тупҡа һуҡҡан уйынсы

Уйын тәртибе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ярыштарҙа уйын бер нисә партиянан тора. Партия һәр береһе һуғыуҙан башланған уйнатыуҙарҙы үҙ эсенә ала. Беренсе булып һуғыусыны йәрәбә һалып билдәләйҙәр. Артабан икешәр һуғыу аша уйынсыға һуғыу хоҡуғы бирелә. Партия уйынсыларҙың береһе 11 мәрәй йыйғанға тиклем дауам итә. Әгәр иҫәп бер тигеҙ булһа, тупҡа һуғыу хоҡуғы икенсе уйынсыға (командаға) күсә. Уйынсыларҙың береһе икегә артығыраҡ мәрәй туплағанға тиклем шулай дауам итә[76].

2015 йылдың 7 декабренән Рәсәйҙә, ярыштарҙың регламентында күрһәтелһә, 10:10 иҫәптән һуң үтәлгән уйнатыуҙа еңгән уйынсы еңгән тип иҫәпләнелә. Шулай уҡ Рәсәйҙәге яңы ҡағиҙәләргә ярашлы мөмкин булған партияларҙың һуңғыһында, аныҡ ярыштарҙың рекламентында күрһәтелһә, беренсе булып 7 мәрәй йыйған уйынсы еңеүсе тип таныла. Өҫтәл теннисының Ҡытай лигаһында ла ошондай ҡағиҙә ҡулланыла, йәғни ғәҙәти партияла 11-се мәрәй — еңеүсене билдәләһә, хәл иткес партияла 7-се мәрәй еңеү килтерә[77].

Өҫтәл теннисында һуғыу төрҙәре: һуғыу (подача), ҡайтанан һуғыу (переподача), ҡайтарыу (возврат).

Парлап уйнау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Правила подачи в парной игре

Өҫтәл теннисы ярыштарында парлап уйнау разряды түбәндәге категорияларҙа үткәрелә:

  • ир-егеттәр парҙары
  • ҡатын-ҡыҙҙар парҙары
  • ҡатнаш парҙар

Парлап уйнауҙа түбәндәге өҫтәлмә ҡағиҙәләр бар:

  • Өҫтәл буйынан буйына аҡ һыҙат менән өҫтәл зоналарға бүленгән[78]. Һуҡҡанда туп үҙҙәренең дә, көнәркәштәренең дә уң яғына төшөп һикерергә тейеш, йәғни туп диоганаль буйынса һуғыла[79].
  • Партнёрҙары тупты сиратлап кире табан һуғырға тейеш. [80]
  • Һуғыу күскәндә тупты ҡабул итеүсе уйынсы һуғыусыға, ә уның портнеры ҡабул итеүсегә әйләнә[81].

Мәҙәниәттә өҫтәл теннисы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Американың 1994 йылда сыҡҡан «Форрест Гамп» фильмы 6 Оскар премияһына лайыҡ була. Был фильмда өҫтәл теннисы төп геройҙың биографияһында һиҙелерлек роль уйнай, Гамп үҙендә өҫтәл теннисына ҙур таланты булыуын асыҡлай, шуға күрә халыҡ-ара турнирға Ҡытайға юллана һәм артабан өҫтәл теннисы ҡорамалдарын етештереүсе менән реклама контрактын төҙөй. Өҫтәл теннисы уйыны күрһәтелгән күренештәрҙә теннис тубы ысын түгел, туп һәр ваҡыт ракеткаға эләкһен өсөн уны компьютер графикаһы ярҙамында өҫтәп төшөрәләр[82].

«Ярһыу шарҙары» — 2007 йылғы американ комедия фильмы. Фильмдың сюжеты туранан-тура өҫтәл теннисы менән бәйле, һәм төп герой өҫтәл теннисының профессиональ уйынсыһы[83]. Фильм комедия жанрында төшөрөлгән, өҫтәл теннисы уйыны сәхнәләре комбинациялы төшөрөүҙәр ярҙамында төшөрөлгән һәм ысынбарлыҡҡа бер ниндәй ҡағылышы ла юҡ. «USA Today» гәзите фильмды, икенсе сортлы спорт сатираһы, тип тә атай[84].

«Игрок в пинг-понг» (инг.)баш. — 2007 йылғы американ комедия фильмы Калифорнияла йәшәгән һәм өҫтәл теннисындав уйнаған ҡытай ғаиләһе тураһында һөйләй[85].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 About | Bounce PingPong
  2. Коротаев Николай. Максим Шмырев: «Пинг-понг демократичнее настольного тенниса». Спорт-Экспресс (22 ноябрь 2012). Дата обращения: 11 май 2014.
  3. Федор Кривочуров. Топ-5 мифов о настольном теннисе. Sports.ru (16 июль 2017). Дата обращения: 15 ноябрь 2017.
  4. Top 10 Most Popular Sports in The World (ингл.). Sporteology.
  5. Most popular types of sport in the world (ингл.). VIP BETTING TIPS. список ТАФИСА
  6. Правила настольного тенниса, Раздел 2. Правила игры
  7. Физкультура и спорт. Малая энциклопедия. — М: Радуга, 1982. — 374 с.
  8. ROBERT STRAUSS. Differences in Table Tennis and Ping-Pong? Pride (ингл.). The New York Times Company (28 ғинуар 2001). Дата обращения: октябрь 2017.
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 9,5 Барчукова Г. В., Богушас В. М. М., Матыцин О. В. Теория и методика настольного тенниса: учебник для студ. высш. учеб. заведений. — Москва: Издательский центр «Академия», 2006. — 528 с. — ISBN 5-7695-2167-8.
  10. Jaques of London. Ping Pong (ингл.). Jaques of London. Дата обращения: октябрь 2017.
  11. The Table Tennis Collector, номер 63, февраль 2012 года (ингл.). Официальный сайт ITTF. Архивировано 14 сентябрь 2017 года. 2017 йыл 14 сентябрь архивланған.
  12. Ch. Baxter, патент № 190070, правила игры, и J. Jaques, патент № 157615, «Игра пинг-понг»
  13. Отделения по видам спорта: Настольный теннис. САНКТ-ПЕТЕРБУРГСКОЕ ГОСУДАРСТВЕННОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ СРЕДНЕГО ПРОФЕССИОНАЛЬНОГО ОБРАЗОВАНИЯ «КОЛЛЕДЖ ОЛИМПИЙСКОГО РЕЗЕРВА № 1». Дата обращения: 14 ноябрь 2017. 2017 йыл 14 ноябрь архивланған.
  14. 14,0 14,1 14,2 Худец Радивой. Книга: «Настольный теннис. Техника с Владимиром Самсоновым». studmed.ru. Дата обращения: октябрь 2017. 2016 йыл 4 ноябрь архивланған.
  15. SATOH Hiroji (JPN) (ингл.). Официальный сайт ITTF. Архивировано 18 август 2017 года. 2017 йыл 18 август архивланған.
  16. АНДРЕЙ Ъ-ИВАНОВ. Ъ-Газета — Китай простил Америке бомбардировку посольства. АО «Коммерсантъ» (29 октябрь 1999). Дата обращения: 9 октябрь 2017.
  17. Table Tennis in the Olympic Games (ингл.). Официальный сайт ITTF. Архивировано 8 август 2017 года. 2017 йыл 8 август архивланған.
  18. New Plastic Balls Approved by International Table Tennis Federation (ингл.). Официальный сайт ITTF (2 июнь 2014). Архивировано 3 август 2017 года. 2017 йыл 3 август архивланған.
  19. Алексей Ломаев. ITTF даёт зелёный свет пластиковому мячу. Официальный сайт ФНТР (5 август 2014). Дата обращения: 9 октябрь 2017.
  20. Table tennis goes plastic for future events (ингл.). Официальный сайт ETTU (5 август 2014). Дата обращения: 9 октябрь 2017. 2014 йыл 16 сентябрь архивланған.
  21. Алексей Ломаев. ITTF даёт зелёный свет пластиковому мячу. Официальный сайт ФНТР (5 август 2014). Дата обращения: 14 ноябрь 2017.
  22. Protesting Against Plastic Ping-Pong Balls (ингл.). ThoughtCo. (1 июль 2017). Дата обращения: 9 октябрь 2017.
  23. Thoughts on the Plastic Ball (ингл.). Butterflyonline.com (8 июнь 2015). Дата обращения: 9 октябрь 2017. 2017 йыл 3 август архивланған.
  24. Пресс служба ГЦОЛИФК. Барчукова Галина Васильевна. Официальный сайт Российского Государственного Университета Физической Культуры, Спорта, Молодёжи и Туризма (ГЦОЛИФК) (30 декабрь 2010). Дата обращения: 16-112017. 2017 йыл 16 ноябрь архивланған.
  25. 6 апреля 2015 года Всемирный день настольного тенниса! Официальный сайт ФНТР (5 апрель 2015). Дата обращения: 9 октябрь 2017.
  26. Total Number of Associations: 226 (ингл.). Официальный сайт ITTF. Архивировано 7 август 2017 года. 2017 йыл 7 август архивланған.(инг.). Официальный сайт ITTF. Тәүге сығанаҡтан 2017 йыл 7 август архивланған. архивланған 7 август 2017.
  27. ITTF Directory Members (ингл.). Официальный сайт ITTF. Архивировано 3 февраль 2017 года. 2017 йыл 3 февраль архивланған.(инг.). Официальный сайт ITTF. Тәүге сығанаҡтан 2017 йыл 3 февраль архивланған. архивланған 3 февраль 2017.
  28. 2017 EC — Media Guide (ингл.). Официальный сайт ETTU. Дата обращения: 7 сентябрь 2017.
  29. Феномен китайского пинг-понга. интернет-портал "МИР24" (18 август 2016). Дата обращения: 14 ноябрь 2017.(рус.). интернет-портал «МИР24» (2016-08-18). 14 ноябрь 2017 тикшерелгән.
  30. Елена Зайцева. ITTF против господства Китая в настольном теннисе. «TTSPORT» (15 март 2010). Дата обращения: 14 ноябрь 2017.(рус.). «TTSPORT» (2010-03-15). 14 ноябрь 2017 тикшерелгән.
  31. Table Tennis Mixed Doubles Added to Tokyo 2020 (ингл.). Официальный сайт ITTF (9 июнь 2017).(инг.). Официальный сайт ITTF (2017-06-09).
  32. Louise Cheer. Staggering loophole sees 38 Chinese table tennis stars representing other nations in Rio - as Canada, Qatar and Congo poach players to boost their medal chances (ингл.). Mail Online (18 август 2016). Дата обращения: 7 сентябрь 2017.(инг.). Mail Online (18.08.2016). 7 сентябрь 2017 тикшерелгән.
  33. ITTF. International Table Tennis Federation World Ranking Regulations (ингл.). Официальный сайт ITTF (14 ғинуар 2018). Дата обращения: 25 ғинуар 2018. 2018 йыл 26 ғинуар архивланған.(инг.). Официальный сайт ITTF (2018-01-14). 25 ғинуар 2018 тикшерелгән.
  34. Архив ITTF. 1926 — год создания и первого чемпионата мира (ингл.). Официальный сайт ITTF. Архивировано 2 февраль 2017 года. 2017 йыл 2 февраль архивланған.(инг.). Официальный сайт ITTF. Тәүге сығанаҡтан 2017 йыл 2 февраль архивланған. архивланған 2 февраль 2017.
  35. ITTF Events Tournament Calendar (ингл.). Официальный сайт ITTF. Дата обращения: 9 октябрь 2017. 2016 йыл 9 декабрь архивланған.(инг.). Официальный сайт ITTF. 9 октябрь 2017 тикшерелгән.
  36. Table tennis (ингл.). Official Website of the Paralympic Movement. Дата обращения: 9 октябрь 2017.(инг.). Official Website of the Paralympic Movement. 9 октябрь 2017 тикшерелгән.
  37. 2017 World TT Championships Playing System (ингл.). Официальный сайт ITTF. Архивировано 29 март 2017 года. 2017 йыл 29 март архивланған.(инг.). Официальный сайт ITTF. Тәүге сығанаҡтан 2017 йыл 29 март архивланған. архивланған 29 март 2017.
  38. Qualification and Playing System for the Women’s & Men’s World Cup (ингл.). Официальный сайт ITTF. Архивировано 8 август 2017 года. 2017 йыл 8 август архивланған.(инг.). Официальный сайт ITTF. Тәүге сығанаҡтан 2017 йыл 8 август архивланған. архивланған 8 август 2017.
  39. Rio 2016 Olympic Games TABLE TENNIS (ингл.). Официальный сайт ITTF. Архивировано 8 август 2017 года. 2017 йыл 8 август архивланған.(инг.). Официальный сайт ITTF. Тәүге сығанаҡтан 2017 йыл 8 август архивланған. архивланған 8 август 2017.
  40. International Table Tennis Federation 2016 ITTF WORLD TOUR Sports Specific Information (ингл.). Официальный сайт ITTF. Архивировано 8 август 2017 года. 2017 йыл 8 август архивланған.(инг.). Официальный сайт ITTF. Тәүге сығанаҡтан 2017 йыл 8 август архивланған. архивланған 8 август 2017.
  41. Kazakhstan to host the Seamaster 2017 World Tour Grand Finals (ингл.). Официальный сайт ITTF (14 август 2017). Дата обращения: 9 октябрь 2017.(инг.). Официальный сайт ITTF (2017-08-14). 9 октябрь 2017 тикшерелгән.
  42. Top step in Bulgaria, now Dimitrij Ovtcharov stands tall (ингл.). Официальный сайт ITTF (21 август 2017). Дата обращения: 9 октябрь 2017.(инг.). Официальный сайт ITTF (2017-08-21). 9 октябрь 2017 тикшерелгән.
  43. Зал славы Международной Федерации Настольного Тенниса (ингл.). Официальный сайт ITTF. Дата обращения: 8 сентябрь 2017. Архивировано 27 февраль 2017 года. 2017 йыл 27 февраль архивланған.(инг.). Официальный сайт ITTF. Тәүге сығанаҡтан 2017 йыл 27 февраль архивланған. архивланған 27 февраль 2017. 8 сентябрь 2017 тикшерелгән.
  44. Liu Guoliang needs to prove he is good as coach (ингл.). Официальный сайт ITTF (13 декабрь 2003). Архивировано 18 август 2017 года. 2017 йыл 18 август архивланған.(инг.). Официальный сайт ITTF (2003-12-13). Тәүге сығанаҡтан 2017 йыл 18 август архивланған. архивланған 18 август 2017.
  45. Press Release: Ma Long Completes Golden Grand Slam with Rio 2016 Gold (ингл.). Официальный сайт ITTF (21 март 2017). Дата обращения: 9 октябрь 2017.(инг.). Официальный сайт ITTF (2017-03-21). 9 октябрь 2017 тикшерелгән.
  46. Jan-Ove Waldner's results of tournaments. ITTF. Дата обращения: 27 август 2010. Архивировано 11 ғинуар 2017 года. 2017 йыл 11 ғинуар архивланған.
  47. Deng Yaping's results of tournaments. ITTF. Дата обращения: 27 август 2010. Архивировано 26 ноябрь 2016 года. 2016 йыл 26 ноябрь архивланған.
  48. Liu Guoliang's results of tournaments. ITTF. Дата обращения: 27 август 2010. Архивировано 26 ноябрь 2016 года. 2016 йыл 26 ноябрь архивланған.
  49. Kong Linghui's results of tournaments. ITTF. Дата обращения: 27 август 2010. Архивировано 26 ноябрь 2016 года. 2016 йыл 26 ноябрь архивланған.
  50. Wang Nan's results of tournaments. ITTF. Дата обращения: 27 август 2010. Архивировано 26 ноябрь 2016 года. 2016 йыл 26 ноябрь архивланған.
  51. Zhang Yining's results of tournaments. ITTF. Дата обращения: 27 август 2010. Архивировано 26 ноябрь 2016 года. 2016 йыл 26 ноябрь архивланған.
  52. Zhang Jike's results of tournaments. ITTF. Дата обращения: 27 август 2010. Архивировано 26 ноябрь 2016 года. 2016 йыл 26 ноябрь архивланған.
  53. Li Xiaoxia's results of tournaments. ITTF. Дата обращения: 27 август 2010. Архивировано 26 ноябрь 2016 года. 2016 йыл 26 ноябрь архивланған.
  54. Ding Ning's results of tournaments. ITTF. Дата обращения: 11 август 2016. Архивировано 26 ноябрь 2016 года. 2016 йыл 26 ноябрь архивланған.
  55. Ма Лун, результаты выступлений (ингл.). Официальный сайт ITTF. Дата обращения: 9 октябрь 2017.(недоступная ссылка)(инг.). Официальный сайт ITTF. 9 октябрь 2017 тикшерелгән.
  56. 56,0 56,1 56,2 56,3 Ҡытай Халыҡ Республикаһы ҠХР
  57. Немножко о теннисных столах на улице! 2017 йыл 8 сентябрь архивланған.. EnterSport.Ru (16 февраля 2011). Проверено 8 сентября 2017.Немножко о теннисных столах на улице! EnterSport.Ru (16 февраль 2011). Дата обращения: 8 сентябрь 2017.
  58. Правила настольного тенниса, Раздел 2.2 Комплект сетки
  59. A Comprehensive History of Table Tennis presented by the ITTF Museum 2017 йыл 3 март архивланған. (англ.). Официальный сайт ITTF. 3 марта 2017 года.A Comprehensive History of Table Tennis presented by the ITTF Museum (ингл.). Официальный сайт ITTF. Архивировано 3 март 2017 года. 2017 йыл 3 март архивланған.
  60. Tischtennisregeln A 2007 йыл 13 февраль архивланған. (нем.). Deutscher Tischtennis-Bund e.V. — DTTB (February 2007). Проверено 14 ноября 2017. 13 февраля 2007 года.Ding Ning's results of tournaments. ITTF. Дата обращения: 11 август 2016. Архивировано 26 ноябрь 2016 года. 2016 йыл 26 ноябрь архивланған.
  61. Ҡытай Халыҡ Республикаһы ҠХР
  62. 2014 Asia-Euro All Stars in Zhang Jia Gang (ингл.). ETTU (16 февраль 2011). Дата обращения: 9 октябрь 2017.(инг.). ETTU (2011-02-16). 9 октябрь 2017 тикшерелгән.
  63. Мария Терминасова. Овчаров протестировал двухцветные мячи. TTSport (4 август 2014). Дата обращения: 9 октябрь 2017.
  64. Правила настольного тенниса, Раздел 2.4.6
  65. Накладка Butterfly TENERGY 64-FX Жесткость губки: 32°. TTSport. Дата обращения: 9 октябрь 2017.
  66. Sponge hardness table (ингл.). tabletennis-reviews.com. Дата обращения: 9 октябрь 2017.
  67. Правила настольного тенниса, Раздел 2.18 Игровые условия
  68. Хватка в настольном теннисе. pingpong.su. Дата обращения: 9 октябрь 2017. 2016 йыл 4 март архивланған.
  69. Larry Hodges. Playing the Seemiller or American Grip (ингл.). paddlepalace.com (19 ғинуар 2014). Дата обращения: 9 октябрь 2017. 2014 йыл 30 декабрь архивланған.
  70. 70,0 70,1 Галина Потапова. Элия Шмидт вернется к учёбе? TTSport (16 декабрь 2016). Дата обращения: 9 октябрь 2017.
  71. Елена Зайцева. Настольный теннис — самый быстрый вид спорта в мире. TTSport (27 декабрь 2010). Дата обращения: 9 октябрь 2017.
  72. Дорошенко С.А., Муллер А.Б. Настольный теннис. Учебное пособие. Красноярск, КГТУ. Дата обращения: 9 октябрь 2017. 2017 йыл 29 март архивланған.
  73. Василий Жданов. Удары в настольном теннисе. Таблица всех ударов. Онлайн Школа настольного тенниса братьев Ждановых. Дата обращения: 9 октябрь 2017.
  74. Правила настольного тенниса. Официальный сайт ФНТР. Дата обращения: 14 ноябрь 2017.
  75. Правила настольного тенниса, Раздел 2.5 Определения
  76. Правила настольного тенниса, Раздел 2.11 Партия
  77. Пресс-служба ФНТР. Изменения в правилах настольного тенниса. Официальный сайт ФНТР (9 декабрь 2015). Архивировано 24 июнь 2017 года.
  78. Правила настольного тенниса, Раздел 2.1.6
  79. Правила настольного тенниса, Раздел 2.6.3
  80. Правила настольного тенниса, Раздел 2.8.2
  81. Правила настольного тенниса, Раздел 2.13.5
  82. Интересно о фильме «Форрест Гамп». xEXE club (30 июль 2017). Дата обращения: 9 октябрь 2017. 2017 йыл 29 август архивланған.
  83. Брицына Елена. Состоялась мировая премьера фильма о настольном теннисе «Шары ярости» (Balls of Fury"). TTSport (30 август 2007). Дата обращения: 9 октябрь 2017.
  84. Claudia Puig. Balls of Fury' plays as well as a smashed ping-pong ball (ингл.). USA TODAY (28 август 2007). Дата обращения: 9 октябрь 2017.
  85. Брицына Елена. «Ping pong Playa»: новый голливудский фильм о настольном теннисе. TTSport (28 август 2008). Дата обращения: 9 октябрь 2017.