1-се Белорус фронты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
1-се Белорус фронты
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 20 октябрь 1943
Нигеҙләүсе Рокоссовский Константин Константинович
Дәүләт Flag of the Soviet Union (1924–1955).svg СССР
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы һәм Икенсе бөтә донъя һуғышы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 10 июнь 1945

Беренсе Белорус фронты — Бөйөк Ватан һуғышының һуңғы этабындағы РККА формированиеһы (берекмәһе), Ҡыҙыл Армия фронттарының береһе, 1944 йылдың 24 февралендә булдырыла, 5 апрелдә бөтөрөлә, 16 апрелдә үк ҡабаттан тергеҙелә һәм һуғыш аҙағына тиклем ғәмәлдә була. Белоруссияны, Польшаны азат итә, Берлин өсөн Алышта ҡатнаша.

Беренсе формирование[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Висла йылғаһы аръяғында танкылар плацдармдағы йырылған урынға инәләр, 1-се Белоруссия фронты, Польша.
Варшавала Хәрби мемориаль зыяраты. Бында 1-се Белорус фронты яугирҙары ерләнгән.

Фронт беренсе формированиеһы көнбайыш йүнәлешендә 1944 йылдың 24 февралендә ВГК Ставкаһының 1944 йылдың 17 февралендәге директиваһы нигеҙендә беренсе формирование Белоруссия фронтының исемен үҙгәртеү аша булдырыла:

  • идара итеү;
  • 3-сө, 10-сы, 48-се, 50-се, 61-се, 65-се армиялар һәм 16-сы һауа армияһы;
  • берекмәләр һәм частар;

Фронт ғәскәрҙәре командующийы итеп армия генералы К. К. Рокоссовский тәғәйенләнә, Хәрби советы ағзаһы — генерал-лейтенант К. Ф. Телегин, штаб начальнигы — генерал-полковник М. С. Малинин.

1944 йылдың башында фронт ғәскәрҙәре Белоруссияла урындағы әһәмиәте булған операциялар алып бара. 21-26 февралендә фронттың уң ҡанаты ғәскәрҙәре Рогачев-Жлоб операцияһы үткәрәлә һәм, Днепрҙың уң ярында плацдармды яулап, Рогачевты азат итәләр.

1944 йылдың 5 апрелендә ВГК Ставкаһының 1944 йылдың 2 апрелендәге директиваһына ярашлы фронт тағы ла Белорус фронты исемен ала (икенсе формирование).

Икенсе формирование[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Икенсе формирование фронты ВГК Ставкаһының 1944 йылдың 12 апрелендәге директиваһына ярашлы булдырыла. Фронт составына 3-сө, 47-се, 48-се, 60-сы, 61-се, 69-сы, 70-се армиялар һәм 16-сы һауа армияһы инә. Һуңғараҡ фронтҡа шулай фронт составына 8-се гвардия армияһы (15 июндән.), 3-сө (31 декабҙән) һәм 5-се (30 октябрҙән) удар армиялары, 28-се (27 майҙан 15 сентябргә тиклем) һәм 33-сө (19 октябрҙән) армиялар, 1-се (1944 йылдың 22 ноябренән 1945 йылдың 8 мартына һәм тағы бер ҡат 1945 йылдың 28 мартынан) һәм 2-се (20 ноябрҙән) гвардия танк армиялары, 2-се танк армияһы (15 июндән 6 сентябгә тиклем, яңынан — 30 октябрҙән, 20 ноябрҙә 2-се гвардия танк армияһы итеп үҙгәртелә), 6-сы һауа армияһы (29 апрелдән 8 сентябргә тиклем), Поляк Ғәскәренең 1-се һәм 2-я армиялары. Фронттың оператив буйһоноуында Днепр хәрби флотилияһы ла була.

33-сө армия составындағы 7-се гвардия кавалерия корпусында 16-сы Чернигов гвардия кавалерия дивизияһы яугирҙары һуғыша.

Фронт командующийы — 1944 йылдың ноябргә тиклем армия генералы, 1944 йылдың июненән Советтар Союзы Маршалы К. К. Рокоссовский, а ноябрҙн алып һуғыштың аҙағына тиклем — Советтар Союзы Маршалы Г. К. Жуков. 1944 йылдың майына һәм 1944 йылдың ноябренән һуғыштың аҙағына тиклем Хәрби Советы ағзаһы — генерал-лейтенант К. Ф. Телегин, ә 1944 йылдың июленән — генерал-полковник Н. А. Булыгин. Штаб начальнигы — генерал-полковник М. С. Малинин.

Белоруссия стратегик операцияһы барышында 1944 йылдың 24-29 июнендә фронт ғәскәрҙәре Бобруйск операцияһын үткәрә, уның һөҙөмтәһендә 6 дошман дивизияһын ҡамайҙар һәм юҡ итәләр. 29 июндән 4 июлгә тиклем 1-се Белоруссия фронты Минск операцияһында ҡатнаша. 18 июлдән 2 августҡа тиклем фронт ғәскәрҙәре Люблин-Брест операцияһын үткәрәләр, уның барышында Висла аша сығып, уның һул ярында Магнуш һәм Пулав плацдармдарын яулайҙар, Брест, Седлец, Люблин ҡалаларын азат итәләр.

Август-декабрҙә фронт ғәскәрҙәре Вислалағы плацдармдарҙы (Магнуш плацдармы) һәм Наревала (Сероц плацдармы, Ружан плацдармы) тотоп алып ҡалыу һәм уларҙы киңәйтеү буйынса хәрби ғәмәлдәр алып бара, ҡышҡы һөжүмгә әҙерләнә; ошо алыштар һөҙөмтәһендә 1944 йылдың август һәм сентябрендә 1-се Белорус фронтының юғалтыуҙары 170 мең кешенән ашыу тәшкил итә, шул иҫәптән һәләк булғандар — 30 мең кеше. 1945 йылдың 14 ғинуарынан 3 февраленә тиклем, Висла-Одер стратегик операцияһында ҡатнашып, Варшава-Познань операцияһын үткәрә һәм, Польшаның үҙәк өлөшөн Варшава менән бергә азат иткәндән һуң, Одерға сығалар һәм йылғанынң һул ярында Кюстриндан төньяҡҡараҡ һәм көньяҡҡараҡ плацдармды баҫып алалар.

Фронттың уң ҡанаты ғәскәрҙәре Көнсығыш Померания операцияһы барышында 10 февралдән 4 апрел тиклем Польшаның төньяҡ өлөшөн азат итәләр. Бер үк ваҡытта Одерҙағы плацдармдарҙы юғалтмау һәм киңәйтеү буйынса хәрби ғәмәлдәр алып барыла.

16 апрелдән 8 майға фронт Берлин стратегик операцияһында ҡатнаша, уның барышында фронт ғәскәрҙәре 1-се Украин фронты ғәскәрҙәре менән берлектә һәм 2-се Белорус фронтының ғәскәрҙәрре ҡатнашлығында Германияның баш ҡалаһы Берлинды яулап алалар.

Фронт йыйылма колоннаһы Еңеү Парадында ҡатнаша.

Тарҡатылыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1945 йылдың 10 июнендә ВГК Ставкаһының 1945 йылдың 29 майындағы директиваһына ярашлы фронт тарҡатыла, фронт ялан идаралығы яулап алынған Германия территорияһында булдырылған идаралыҡҡа әүерелә — Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмө. Шунда уҡ элек 1-се Белорус фронты составына ингән частар һәм берекмәләрҙең күпселеге инә.

Советтар Союзы Геройҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Колпакчи Владимир Яковлевич — 69-сы армия ғәскәрҙәре командующийы, генерал-полковник.

Гәзит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Ҡыҙыл армия» гәзите нәшер ителә. Мөхәррире — полковник Николай Степанович Потапов (1903-?)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Горбачев А. Н. Военные газеты периода 1900—2018 гг. из фондов Российской Государственной библиотеки и архивов РФ: Краткий справочник. М., Infogans, 2019

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]