116-сы Дон казактары кавалерия дивизияһы яугирҙәре хөрмәтенә һәйкәл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Һәйкәл
Памятник в честь воинов 116-й Донской казачьей кавалерийской дивизии
Вид на памятник конникам в Сальске.jpg
Ил Рәсәй Рәсәй
Город Ҡалып:Флагификация/Сальск
Скульптор Демьяненко Михаил Иванович
Архитектор Стадник Александр Борисович
Төҙөлгән ваҡыты 1987 йыл
Материал металл, бетон

1987

116-сы Дон казактары кавалерия дивизияһы яугирҙәре һәйкәле — Ростов өлкәһенең Сальск ҡалаһында урынлашҡан.

Һәйкәлдең төҙөлөү тарихы һәм асылыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1941 йылдың ноябрендә Сальск ҡалаһында 116 Дон казактары кавалерия дивизияһы төҙөлә,артабан ул 12-се гвардия гвардия тип үҙгәртелә.

Немец-фашист илбаҫарҙарын тар-мар итеүҙә ҙур өлөш индергәне өсөн рәхмәт йөҙөнән Сальск ҡалаһы халҡы ҡалаға ингән урында ҡыйыу яугирҙәр хөрмәтенә һәйкәл ҡуйырға ҡарар итә[1].

Һәйкәлдең авторы Михаил Иванович Демьяненко һәм скульпторы Стадник Александр Борисович.

1987 йылдың 23 сентябрендә Сальск ҡалаһында яугирҙар хөрмәтенә һәйкәл асыу тантанаһы үтә.

Һәйкәл асыу уңайынан тантаналы сараға 116-сы Дон казактары кавалерияһы дивизияһы ветерандары һәм һәм монументтың авторҙары килә[1].

Һәйкәлдең скульптура композицияһы ҡыйыу атлыларҙың аттарҙа һөжүмгә ташланыуын һүрәтләй

Монументтың бейеклеге 7 метр тәшкил итә, 4-әр метрлы ике һыбайлы һәм ике ат, яһалма ҡалҡыулыҡта бетон постамент — 2 метр. Һәйкәлдең постаментында түбәндәге йөкмәтке менән мемориаль таҡта:

«1941 йылдың ноябрендә Сальск ҡалаһында 116-сы Дон казактары кавалерияһы дивизияһы ойошторола.

Уның командиры полковник П. В. Стрепух — Граждандар һуғышы геройы, Беренсе атлы ғәскәрҙәре ветераны.

1942 йылдың 27 авгусында 12 -се гвардия тип үҙгәртелгән дивизия немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта Кавказ тауҙарынан алып Австрия Альптарына тиклем еңеү юлы үтә.

Сальск халҡы был монументты Совет власнының 70 йыллығы алдынан Ватан азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлаусы геройҙар иҫтәлегенә рәхмәт йөҙөнән төҙөй».

Һәйкәлдең фотоһүрәттәр галереяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 В бою рожденная /газета «Сальская степь» от 23.09.1987 года № 152 (14.361)