14 август
Перейти к навигации
Перейти к поиску
14 август — григориан стиле буйынса йылдың 226-сы (кәбисә йылында 227-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 139 көн ҡала.
| ← август → | ||||||
| Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
| 1 | 2 | 3 | 4 | |||
| 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
| 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
| 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
| 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
| 2019 йыл | ||||||
Йөкмәткеһе
Байрамдар
Пакистан — Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Португалия — Коррида (үгеҙҙәр алышы тәүге үткәрелгән көн).
Абхазия — Матәм көнө (1992 йылда абхаз-грузин һуғышы башлана).
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Биктимеров Сәлмән Ғәлиәхмәт улы (14.08.1913—24.02.1971), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, өлкән сержант. Башҡорт кавалерия дивизияһының отделение командиры. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Кочетков Степан Михайлович, (14.08.1923—24.09.1984), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, гвардия кесе сержанты. Уҡсылар полкының пулемёт расчёты командиры. Советтар Союзы Геройы (1943). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Васильевка ауылынан.
- Зәйтүнә Насретдинова (14.08.1923—1.10.2009), башҡорт балет артисы, педагог. СССР-ҙың (1955) һәм РСФСР-ҙың (1954) халыҡ, БАССР-ҙың атҡаҙанған (1946) артисы. Октябрь Революцияһы (1976), «Почёт Билдәһе» (1946) ордендары кавалеры.
- Зәкиев Мирфәтих Зәки улы (14.08.1928), тел белгесе, төркиәтсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Татарстан Республикаһы Фәндәр Академияһы академигы (1991), филология фәндәре докторы (1963), профессор (1964), Башҡорт дәүләт университетының почётлы докторы (2011). РСФСР-ҙың (1976) һәм Татар АССР‑ының (1970) атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР-ҙың юғары мәктәп отличнигы (1972), мәғариф отличнигы (1974). ТАССР Юғары Советы рәйесе (1980—1990). Татарстан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (1994), Жәлил Кейекбаев исемендәге премия (1993) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Халыҡтар дуҫлығы (1981), «Татарстан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2008) ордендары, шулай уҡ бер нисә сит ил ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Баулы районы Зәйпе ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Садиҡова Мәхмүҙә Хисай ҡыҙы (14.08.1919—20.09.1985), совет ғалим-археологы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, комсомол органдары хеҙмәткәре. Тарих фәндәре кандидаты (1965). Хәҙерге заман Башҡортостан археологияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан беренсе профессиональ археолог.
- Заһиҙуллин Шамил Зариф улы (14.08.1944), совет һәм Рәсәй ғалим-терапевы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1972), профессор (1993). Рәсәй Федерацияһының (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының (1996) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы (1991), Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2003), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2003).
- Хәлилов Әҡсән Насретдин улы (14.08.1959), педагог, шағир. 2018 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы, 1997 йылдан — Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 2012 — Ғиләжетдинов Тажетдин Баһауетдин улы (1924—2012), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]