15 февраль

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(15 февраля битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску

15 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 46-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 319 көн ҡала (кәбисә йылында 320).

февраль
Дш Шш Шр Кс Йм Шм Йк
      1 2 3 4
5 6 7 8 9 10 11
12 13 14 15 16 17 18
19 20 21 22 23 24 25
26 27 28        
2018 йыл

Christmas bell icon.png Байрамдар

Sciences de la terre.svg Халыҡ-ара байрамдар
Crystal locale.png Милли байрамдар
  • Рәсәй Рәсәй — Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө.
  • Канада Канада — Флаг көнө.
Social sciences.svg Һөнәри байрамдар

Hoplite helmet.svg Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 438 — Рәсми рәүештә дөйөм ҡулланыу өсөн Рим империяһы закондарының тәүге рәсми йыйылмаһы Феодосий кодексы ҡабул ителә.
  • 1045 — Бөйөк Новгородта София соборы төҙөлә башлай.
  • 1113 — Рим Папаһы Пасхалий II тәүге монах орденын  — Изге Иоанн Иерусалимлының госпитальерҙарының рыцарҙар орденын таный, һуңғараҡ ул Мальта ордены булараҡ киңерәк билдәлелек ала.
  • 1145 — 167-се Рим Папаһы итеп Бернардо Паганелли һайлана, ул Евгений III исемен ҡабул итә.
  • 1288 — Конклав Джироламо Маши д’Асколиҙы бер тауыштан Рим Папаһы итеп һайлай, әммә ул баш тарта. 22 февралдә ҡабат һайлауҙан һуң ғына Джироламо Сиркәүҙе етәкләргә риза була, Николай IV исемен ала.
  • 1563 — Урыҫ ғәскәрҙәре Ливон һуғышы барышында Полоцк ҡалаһын ала.
  • 1565 — Иван IV Грозный батшаның Александров слободаһынан ҡайтыуы һәм опричнина индереүҙе иғлан итеүе.
  • 1717 — Рәсәйҙә тәүге тәрбиәүи китап — «Юности честное зерцало, или Показание к житейскому обхождению» баҫыла. Ул Петрҙың йәш дворян быуынын тәрбиәләүгә ҡарашының сағылышы була. Төҙөүсеһе тип Рязань һәм Муром епискобы Гавриил (Бужинский) атала. Китапты төҙөүҙә императорҙың арҡалашы Яков Брюс әүҙем ҡатнаша.
  • 1763 — Саксонияла, Лейпцигтан алыҫ түгел Губертусбург һунарсы ҡәлғәһендә Пруссия, Австрия һәм Саксония араһында Ете йыллыҡ һуғыштың тамамланыуын аңлатҡан солох килешеүенә ҡул ҡуйыла.
  • 1775 — 250-се Рим Папаһы итеп Джананджело граф Браски һайлана, ул Пий VI есемен ҡабул итә.
  • 1794 — Француз республикаһының өс төҫлө («һабы янында күк, уртала аҡ һәм аҙағында ҡыҙыл ») хәрби-диңгеҙ флагы ҡабул ителә. Флаг һәм вымпел һүрәттәрен рәссам Жак Луи Давид эшләй. 1794 йылдың 17 февралендә был флагты Океан эскадраһының хәрби караптары күтәрә. 1794 йылдың 20 майында был байраҡ Францияның милли флагы итеп иғлан ителә.
  • 1798 — Римға Наполеон Францияһының ғәскәрҙәре баҫып инеүе һөҙөмтәһендә Рим республикаһы иғлан ителә. Ул Францияның сателлиты була һәм француз Директорияһы тарафынан идара ителә.
  • 1895 — Мәскәүҙә апалы-һеңлеле Гнесиналар тәҡдиме буйынса Рәсәй империяһында балалар өсөн тәүге музыка мәктәбе асыла. Был көндө Гагарин тыҡрығындағы бәләкәй генә йортҡа «Музыкальное училище Е. и М. Гнесиных» алтаҡтаһы ҡуйыла һәм тәүге уҡыусы алына.
  • 1897 — Фердинанд Браун осциллографтың схемаһын баҫтырып сығара.
  • 1898 — Гаванала америка броненосецы «Мэн» шартлай һәм һыу төбөнә китә, 260 диңгеҙсе һәләк була. Шартлауҙарҙың сәбәптәре асыҡланмай, Испанияға ғәйеп ташлана. Испания менән АҠШ араһында һуғыш ҡуба, ул Америка өсөн уңышлы тамамлана: американдар Гавай республикаһын баҫып ала, Пуэрто-Риконы оккупациялай, Испаниянан Филлипинды ала, һөҙөмтәлә 8,5 миллион кеше йәшәгән ғәйәт ҙур колониаль империяға эйә була.
  • 1899 — Рәсәй империяһы закондарының фин закондарынан өҫтөнлөгө тураһында император манифесы. Финляндияны урыҫлаштырыу сәйәсәтенең башы. Уның үткәреүсеһе генерал Н. Бобриков була.
  • 1902 — Берлин метроһының беренсе юлы асыла.
  • 1910 — Француз авиаторҙар клубында Михаил Никифорович Ефимов 31-се һанлы диплом ала һәм тәүге дипломлы Рәсәй авиаторы була.
  • 1918 — Латвия һәм Литва григориан календарына күсә.
  • 1919 — Совет Рәсәйендә, Петроградта Консерваторияның Ҙур залында Фридрих Шиллерҙың «Дон Карлос» пьесаһы буйынса спектакль менән Ҙур драма театры асыла.
  • 1922 — Гаагала Халыҡ-ара судтың тәүге ултырышы асыла.
  • Латвияның Конституцияһы ҡабул ителә (1940 йылға тиклем һәм 1993 йылдың 6 июленән ғәмәлдә).
  • 1932 — Лейк-Плэсидта III Ҡышҡы Олимпия уйындары тамамлана.
  • 1940 — Ҡышҡы һуғыш: 7-се армия совет ғәскәрҙәре Маннергейм һыҙығын өҙә.
  • 1943 — Монте-Кассино янында һуғыш: 4-се һинд һәм 2-се Яңы Зеландия дивизиялары Монте-Кассино монастыры өсөн икенсе һуғышты башлай. Аббатлыҡ көслө утҡа тотола — унда 1150 тонна бомба ташлана, Монте-Кассино тауының башы төтәп ятҡан емереклектәр өйөмөнә әйләнә.
  • 1946 — ЭНИАК һанлы компьютерының эше күрһәтелә.
  • «Douglas DC-6» америка винтлы авиалайнерының тәүге осошо.
  • 1947 — «CCCР һәм сит ил граждандары араһында никахтарҙы тыйыу тураһында» ҡарар сыға.
  • 1949Кнессет Хаим Вейцманды Израилдең тәүге президенты вазифаһында раҫлай.
  • 1950 — Шарль Перроның «Золушка» тылсымлы әкиәте буйынса Уолт Дисней студияһында төшөрөлгән мультфильм премьераһы.
  • 1957 — СССР-ҙың сит ил эштәр министры итеп Андрей Андреевич Громыко тәғәйенләнә.
  • 1959 — Антонио Сеньи ҡабат Италияның премьер-министры була.
  • 1963 — Рәсәй Фәндәр Академияһының Ҡаты есем физикаһы институты ойошторола.
  • 1965Канада флагы раҫлана.
  • 1973Ҡояштағы сағыулыҡтарҙы өйрәнеү өсөн «Прогноз-3» юлдашы осорола.
  • 1976Инсбрукта XII Ҡышҡы Олимпия уйындары тамамлана.
  • 1989 — Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыу тамамлана (1988 йылдың 15 майында башлана).
  • 1994 — Рәсми рәүештә Рәсәйҙәге президент власы символы — Рәсәй Федерацияһы Президенты Штандарты индерелә.
  • 2010Бельгия тарихында иң ҙур тимер юл һәләкәте була.
  • 2013Силәбе янында метеорит төшөүе.

Nuvola apps date.svg Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Cemetery template.svg Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Oxygen480-actions-view-calendar.svg Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ай һәм көндәр
Ғинуар 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Февраль 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29
Март 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Апрель 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Май 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Июнь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Июль 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Август 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Сентябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Октябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Ноябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Декабрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31


Ғинуар (Һыуығай) | Февраль (Шаҡай) | Март (Буранай) | Апрель (Алағарай) | Май (Һабанай) | Июнь (Һөтай)
Июль (Майай) | Август (Урағай) | Сентябрь (Һарысай) | Октябрь (Ҡарасай) | Ноябрь (Ҡырпағай) | Декабрь (Аҡъюлай)