112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡыҙыл армия флагы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы
Наградалары:
Совет гвардияһы Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены II дәрәжә Суворов ордены II дәрәжә Кутузов ордены
Ғәскәр:

ҡоро ер ғәскәрҙәре

Ғәскәр төрө:

кавалерия

Ойошторолған:

28 ғинуар 1942

Һуңынан килеүсе:

16-сы гвардия кавалерия дивизияһы

Генерал Шайморатовтың тыуған ауылында ҡуйылған һәйкәле

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы — 1942 йылдың яҙында И. В. Сталин бойороғо буйынса ойошторолған дивизия. Дивизия командиры итеп 42 йәшлек тәжрибәле кадровый офицер полковник Миңлеғәле Шайморатов тәғәйенләнә. 1943 йылдың 14 февраленән 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы, 1943 йылдың 21 сентябренән 16-сы Чернигов гвардия кавалерия дивизияһы исемендә.

Тарихи хроника[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағы
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлы

Дивизия төҙөлөп бөткәндә уның составындағы яугирҙарҙың 81,4 проценты — башҡорттар, 14,5 проценты — татарҙар, 3,3 проценты урыҫтар һәм башҡа милләт вәкилдәре була.

1941 йылдың 25 декабрендә полковник Миңлеғәле Шайморатов дивизия командиры вазифаһын үтәй башлай. Артабан 1942 йылдың ғинуарына тиклемге ваҡыт эсендә полктарҙың фронттан һәм башҡа хәрби округтарҙан саҡыртылған даими командирҙары — майор Таһир Күсимов, майор Гәрәй Нафиҡов, майор Ғариф Макаев дивизия ҡарамағына килә.

1942 йылдың апреленән 1943 йылдың февраленә ҡәҙәр дивизияның башҡорт телендә үҙ баҫмаһы — «Ҡыҙыл атлылар» гәзите сыға.

1942 йылдың 22 мартында БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы рәйесе Рәхим Ибраһимов дивизияға БАССР Юғары Советы Президиумы һәм Халыҡ Комиссарҙары Советының байрағын тапшыра.

1942 йылдың 2 июленән дивизия Брянск фронтының 3-сө армияһы составында хәрби хәрәкәттәрҙә, Сталинград һуғышында ҡатнаша. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн дивизияның 213 һалдаты һәм командиры хөкүмәт наградаларына лайыҡ була.

Дивизия 400 километрҙан ашыу хәрби юл үтеп, йөҙҙән ашыу ауыл-ҡаланы азат итеүҙә ҡатнаша, 3000 тиерлек дошман һалдатын һәм офицерын, 56 танкыһын, 6 самолетын, 6000 автомашинаһын юҡ итә.

1942 йылдың 10 июлендә 294-се полк командиры майор Гәрәй Нафиҡов һәләк була.

1943 йылдың 14 февралендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы «16-сы гвардия кавалерия дивизияһы» итеп үҙгәртелә.

1943 йылдың 23 февралендә дивизия командиры генерал-майор М. Шайморатов һәләк була. Дивизия менән полковник Григорий Белов етәкселек итә башлай.

1943 йылдың 21 сентябрендә Черниговты азат итеүҙә күрһәткән батырлығы өсөн дивизияға «Чернигов» исеме бирелә.

Днепр янындағы яуҙа ҡатнашҡан өсөн дивизияның 1,4 мең һалдаты һәм командиры орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә, 54 кеше «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була.

1943 йылдың ноябрендә Белоруссия ҡалаларын һәм ауылдарын азат итеүҙә, 1944 йылдың 8 ғинуарынан 14-енә тиклем Мозырь рейдында ҡатнаша һәм Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.

Украина ҡалаларын һәм ауылдарын азат итеүҙә ҡатнашҡан өсөн дивизия — II дәрәжә Суворов ордены, ә 58-се һәм 62-се гвардия атлылар полкы һәм 148-се артиллерия-минометсылар полкы, Томашув-Мазовецкий ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашҡан өсөн 60-сы гвардия атлылар полкы Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.

1945 йылдың 10 февраленән 4 апреленә тиклем дивизия — Көнсығыш Померан, 1945 йылдың 19 апреленән 5 майға тиклем Берлин стратегик операцияһында ҡатнаша. II дәрәжә Кутузов ордены менән наградлана.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында дивизия Дондан Эльбаға тиклем 4 мең километрҙан ашыуыраҡ ер үтә. Һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Юғары Баш командующийҙың бойороҡтарында 15 тапҡыр билдәләнә. Ленин ордены менән бүләкләнә.

Командирҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Буйһоноу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Датаһы Фронт (округ) Армия Корпус (группа) Иҫкәрмәләр
июль 1942 йыл Брянск фронты 3-сө армия 8-се кавалерия корпусы
октябрь 1942 йыл Көньяҡ-Көнбайыш фронты 5-се танк армияһы 8-се кавалерия корпусы
2 февраль 1943 йыл 3-сө гвардия армияһы 7-се гвардия кавалерия корпусы
15 апрель 1943 йыл — 30 август 1943 йыл Баш командование ставкаһы резервы 7-се гвардия кавалерия корпусы
1943 йылдың авгусынан 61-се армия 7-се гвардия кавалерия корпусы
март 1944 йыл 47-се армия 7-се гвардия кавалерия корпусы
ғинуар 1945 йыл 1-се Белорус фронты 33-сө армия 7-се гвардия кавалерия корпусы

Полктар составы һәм командирҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

(командирҙар буйынса мәғлүмәттәр етерлек түгел)

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы (Өфө, Дим районы, Левитан урамы, 27-се йорт).
  • Дивизияның 30-йыллығы хөрмәтенә 1972 йылда Өфөлә 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы яугирҙарына һәйкәл асылған.
  • Өфөлә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын булдырыу буйынса штабы урынлашҡан йортта мемориаль таҡтаташ асылған.
  • Мемориальная доска с именами всех 78-и Героев Советского Союза 112-й Башкирской (16-й гвардейской Черниговской) кавалерийской дивизии, на здании Национального музея Республики Башкортостан (город Уфа, улица Советская, 14)
  • Белая Калитва ҡалаһы янында «Үлемһеҙлек бейеклеге»ндә Советтар Союзы Геройы лейтенант А.Атаев етәкселегендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары батырлыҡ күрһәткән урында мрамор обелискыһы ҡуйылған.
  • Дивизияның беренсе командиры М. М. Шайморатовҡа тыуған ауылында һәйкәл ҡуйылды, автор — скульптор Б. Д. Фузеев.
  • «Всадники победы» документаль фильмы (режиссёр: Әмир Тойғонов; сценаристар: Сәлимә Батисова, Әмир Тойғонов; сығарыу йылы: 2005; «Башкортостан» киностудияһы Өфө)[1]
  • Өфөлә Башҡорт кавдивизияһы урамы бар.
  • Башҡорт кавдивизияһы  тыҡрығы — Өфөнөң Дим районында, Баланово ҡасабаһында.
  • 7 августа 2012 года стартовал международный автопробег, посвящённый 70-летию формирования дивизии, по маршруту Уфа — Чернигов — Берлин — Уфа[2].[3]
  • В сентябре 2018 года Почта Луганской Народной Республики выпустила марку «Конный рейд Чернухино», посвященную дивизии. Марка входит в блок «75-лет освобождению Луганской области от немецко-фашистских захватчиков»[4].

Памятник 112-й Башкирской кавалерийской дивизии в Аргаяшском районе Челябинской области, расположен у автодороги Челябинск-Кыштым близ деревни Бажикаево.

Дивизияның юғары наградаға лайыҡ булыусы яугирҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дивизияның 3860 һалдат һәм офицеры орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. 78 яугирға «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә һәм биш һуғышсы Дан орденының тулы кавалеры була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. о фильме на сайте киностудии «Башкортостан»(недоступная ссылка)
  2. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archiveurl=, должен задаваться и параметр archivedate=, и наоборот. Блог автопробега. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 май 2014. 2012-08-15 archiveurl=https://web.archive.org/web/20140520002708/http://www.112divizia.ru/ тикшерелгән.
  3. По боевому пути легендарной шаймуратовской //«Вечерняя Уфа» № 152 (12050), 9 августа 2012 г.
  4. Почта ЛНР к 75-летию освобождения Луганщины ввела в обращение новые марки  (рус.), МИА «Исток» (4 сентябрь 2018). 5 сентябрь 2018 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ахмадиев Т. Х. Башкирская 16-я гвардейская кавалерийская 1941—1945 гг // Ватандаш. — 1997. — № 11. — С. 173—184. — ISSN 1683-3554.
  • Саҡма тояҡ аттарҙа. Яныбай Хамматов.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]