1881, 1887 йылдарҙа И. П. Павлов йәшәгән йорт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
1881, 1887 йылдарҙа И. П. Павлов йәшәгән йорт
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов, Оло Баҡса урамы, 97-се йорт
Статус
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 6110010000объект № 6110010000

1881 һәм 1887 йылдарҙа И. П. Павлов йәшәгән йорт[1] — Дондағы Ростовтағы бина. Оло Баҡса урамы, 97 адресы буйынса урынлашҡан. Йорт унда ике тапҡыр бөйөк рус ғалим-физиологы Иван Петрович Павлов туҡталып китеүе менән билдәле[2][3]. Бина федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ обеъкты статусына эйә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йорт XIX быуаттың өсөнсө сирегендә төҙөлә. Ул буласаҡ ҡала башлығы Евстигней Никифорович Хмельницкийҙәң милкендә була. Уның кесе һеңлеһе Серафима Васильевна Карачевская киләсәктә Иван Петрович Павловҡа кейәүгә сыға[4].

1881 йылдың яҙында Павлов Ростовҡа Карчевскаяға өйләнергә килә һәм Хмельницкийҙың йортонда туҡтала. 25 майҙа туй була. Тантана Хмельницкий йортонда, ғаилә ағзалары араһында ғына үтә. Туйҙан һуң йәш пар был йортта ике аҙна самаһы йәшәй. 1887 йылда Павлов менән тормош иптәше һәм улы менән тағы ла Ростовҡа килеп, ошо йортта туҡтала.

1949 йылда И. П. Павловтың тыуыуына 100 йыл тулғанда бинаның фасадына мемориаль таҡтаташ ҡуйыла. Унда: «Был йортта 1881 һәм 1887 йылдарҙа бөйөк рус физиологы И. П. Павлов — Ватаныбыҙ патриоты, хәҙерге материалистик физиологияны булдырыусы йәшәгән», — тигән юлдар яҙылған. РСФСР Министрҙар Советының 1960 йылдың ҡарары менән бина дәүләт һаҡлауына алына. 1971 йылда мемориаль таҡтаташ скульптор О. Ч. Кахановская эшләгән яүыһына алмаштырыла.

Хәҙерге ваҡытта йортта балалар магазины урынлашҡан.

Архитектураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер ҡатлы тура мөйөшлө кирбес йорт. Түбәһе дүрт яҡлы, сарҙаҡлы. Бинаның фасады Оло Баҡса урамына сыға. Йорттоң һул яғында ихатаға сығыусы ҡапҡалар бар. Фасад яғындағы тәрҙрә уйымдары бай итеп биҙәлгән. Үҙәк өлөшөндә биш бер үк төрлө тәҙрә урынлашҡан, улар профилләнгән тәҙрә йөҙлөгө һәм дуға формаһындағы кәрниз менән биҙәлгән. Ҡабырғалағы тәҙрәләр ябай ғына итеп эшләнгән. Һул яҡта урынлашҡан төп фронтон менән биҙәлгән. Ҡоролма коридор системаһында планлаштырылған, б-лмәләр ике яҡта урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ростов-на-Дону. Объекты культурного наследия (памятники истории и культуры) государственного (федерального) значения. Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 18 сентябрь 2013.
  2. Шулепова Э. А. Дом, в котором в 1881 и 1887 гг. останавливался ученый-физиолог И. П. Павлов // Материалы свода памятников истории и культуры РСФСР. Ростовская область.. — М.: Изд-во НИИ культуры, 1990.
  3. Андрианов В. И., Терещенко А. Г. Выдающимся ученым // Памятники Дона. — Ростов-на-Дону: Ростовское книжное издательство, 1981.
  4. Владислав Смирнов. Ростовский след в биографии Ивана Петровича Павлова. Журнал RELGA (16 ноябрь 2012). Дата обращения: 18 сентябрь 2013.