18 ғинуар
Перейти к навигации
Перейти к поиску
18 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 18-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 347 көн ҡала (кәбисә йылында 348).
| ← ғинуар → | ||||||
| Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
| 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
| 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
| 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
| 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
| 28 | 29 | 30 | 31 | |||
| 2019 йыл | ||||||
Йөкмәткеһе
Байрамдар
Тунис — Революция көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1778 — инглиз диңгеҙ сәйәхәтсеһе Джеймс Кук Гавай утрауҙарын аса.
- 1825 — Мәскәүҙәге Ҙур театрҙың яңы бинаһы файҙаланыуға тапшырыла.
- 1925 — «Новый мир» журналының беренсе һаны донъя күрә.
- 1926 — СССР кинотеатрҙарында «Броненосец „Потёмкин“» фильмы күрһәтелә башлай.
- 1943 — Бөйөк Ватан һуғышы барышында Ленинград блокадаһы өҙөлә.
- 1963 — Үҙәк телевидениела Балалар өсөн программаларҙың баш редакцияһы ойошторола (Советтар Союзында (Рәсәйҙә) балалар телевидениеһының тыуған көнө).
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вәлитов Раил Бәкер улы (18.01.1940), ғалим-химик-технолог, юғары мәктәп эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), техник фәндәре докторы (1973), профессор (1976). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984) һәм атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1981). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1985).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәлимов Сәләм (18.01.1911—19.06.1939), башҡорт шағиры, журналист һәм ғилми хеҙмәткәр. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Вәлиәхмәтов Фән Ғәвис улы (18.01.1951), йырсы, тальянсы. Башҡортостан (2011) һәм Татарстан (2007) Республикаларының халыҡ артисы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Карманов Афанасий Георгиевич (18.01.1907—23.06.1941), хәрби хеҙмәткәр, 1939—40 йылдарҙағы совет‑фин һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған осоусы, эскадрилья командиры, капитан. Советтар Союзы Геройы (1942, үлгәндән һуң).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вакуленко Иван Логинович (18.01.1878—4.04.1955), ғалим-биохимик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1935), профессор (1935). РСФСР-ҙың (1947) һәм Башҡорт АССР-ының (1944) атҡаҙанған фән эшмәкәре.
- Шмарев Алексей Тихонович (18.01.1913—2.06.1993), совет дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, ғалим-нефтсе. 1938—1950 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының нефть һәм газ сығарыу ойошмаларында етәксе вазифаларҙа, артабан РСФСР Халыҡ Хужалығы Советы Рәйесенең 1-се урынбаҫары һәм РСФСР геология министры урынбаҫары, 1977—1993 йылдарҙа Мәскәү ғилми-тикшеренеү институттары хеҙмәткәре. Техник фәндәр докторы (1966). Татар АССР-ының атҡаҙанған (1983) һәм СССР-ҙың почётлы (1987) нефтсеһе. Сталин (1950) һәм Ленин (1962) премиялары лауреаты. Ике Ленин (1948, 1956), биш Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1942, 1950, 1963, 1968, 1971), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһының баш ҡалаһы Нальчиктан.
- Әҙелшина Рәмзилә Мөхәмәт ҡыҙы (18.01.1933—13.07.2014), 1969—1995 йылдарҙа Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры, 1970 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Үрге Ләмәҙ ауылынан.
- Ғизәтуллина Зөлхизә Шәйәхмәт ҡыҙы (18.01.1948), педагог, 1997—2003 йылдарҙа Сибай педагогия колледжы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1995), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы 1-се Төрөкмән ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Данилов-Чалдун Максим Николаевич (18.01.1894—2.03.1944), яҙыусы. Беренсе донъя, граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Миномет полкы парторгы, гвардия кесе лейтенанты. Яу ҡырында алған ҡаты яранан госпиталдә вафат була. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Уҫылыбаш ауылынан.
- Вахромеев Игорь Сергеевич (18.01.1924—16.01.1998), ғалим-геолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1986—1991 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы, артабан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Геология институтының баш ғилми хеҙмәткәре. Геология-минералогия фәндәре докторы (1973), профессор (1986). Сығышы менән Ярославль ҡалаһынан.
- Әхмәтов Сабит Хөсәйен улы (18.01.1934), хеҙмәт ветераны. 1961—1994 йылдарҙа Кушнаренко районының «Большевик» колхозы тракторсыһы һәм бригадиры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981), Ленин ордены кавалеры.
- Ибраһимов Наил Хәйрулла улы (18.01.1939—4.11.2018), ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәре докторы (1972), профессор (1973). 1984—1987 йылдарҙа Өфө авиация институтында кафедра мөдире. СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1987). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Ютазы районы Иҫке Урыссу ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1689 — Шарль де Монтескьё, француз философы, хоҡуҡ белгесе, яҙыусы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]