1 апрель
Перейти к навигации
Перейти к поиску
1 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 91-се (кәбисә йылында 92-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 274 көн ҡала.
| ← апрель → | ||||||
| Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
| 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
| 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
| 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
| 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
| 29 | 30 | |||||
| 2019 йыл | ||||||
Йөкмәткеһе
Байрамдар
- Көлкө көнө (Рәсәй, БДБ илдәре, Балтика буйы, АҠШ, Канада, Англия, Финляндия, Испания).
Иран — Ислам Республикаһы көнө.
Кипр Республикаһы — Милли байрам.
КАР — Ғаилә көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1889 — Чикагола беренсе һауыт-һаба йыуыу машинаһы һатыуға сығарыла.
- 1923 — «Огонёк» журналының беренсе һаны донъя күрә.
- 1937 — Бирма Һиндостандан айырыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Миңлебаев Ғиләжетдин Фәсхетдин улы (1.04.1890—26.11.1967), драматург. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Байышев Булат Таһир улы (1.04.1927—14.07.2012), ғалим-тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1989), профессор (1991). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1966), СССР нефть сәнәғәте отличнигы (1973) һәм Почётлы нефтсеһе (1987), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1993) һәм Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997)
- Ғәниев Ривнер Фазыл улы (01.04.1937), ғалим-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1968), профессор (1969), Рәсәй Фәндәр Академияһы академигы (1994), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының почётлы академигы (1991), Литва Фәндәр Академияһының сит ил ағзаһы (2011).
- Чернова Любовь Павловна (01.04.1947), Бөрө районы ветеран-педагогы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Ишморатова Фәниә Хәлфитдин ҡыҙы (01.04.1952), Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы китапханасыһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Лотфуллин Рәмил Хәмит улы (01.04.1957), Краснокама район мәҙәниәт һарайы директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Хисмәт Юлдашев (01.04.1957), башҡорт шағиры, 1989 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты (1990), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015).
- Фәхруллина Резида Рауил ҡыҙы (01.04.1962), театр актёры һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы, 1992 йылдан Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. «Нур» Өфө дәүләт татар театры актёры (1991), Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы (2007). Башҡортостан Республикаһының (2003) һәм Татарстан Республикаһының (2006) халыҡ артисы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәлимов Шамил Миәссәр улы (1.04.1943), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1992—1998 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Бәләбәй район Советы башҡарма комитеты рәйесе һәм район хакимиәте башлығы. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы.
- Әбдүлмәнова Рәйсә Зыя ҡыҙы (1.04.1948), Хәйбулла районының ветеран-педагогы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1809 — Николай Васильевич Гоголь, рус яҙыусыһы.
- 1815 — Отто фон Бисмарк, Германия дәүләт эшмәкәре, канцлер.
- 1873 — Сергей Васильевич Рахманинов, композитор, пианист һәм дирижёр.
- 1908 — Абрахам Маслоу, Америка психологы.
- 1920 — Тосиро Мифунэ, япон актеры.
- 1934 — Владимир Познер, журналист.
- 1983 — Сергей Лазарев, театр актёры һәм йырсы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1906 — Коста Хетагуров, осетин шиғиры, мәғрифәтсеһе, скульптор, рәссам.
- 1939 — Антон Макаренко, совет педагогы һәм яҙыусыһы.
- 1968 — Лев Ландау, совет физигы, Нобель премияһы лауреаты (1962).
- 1981 — Агния Львовна Барто, рус совет балалар яҙыусыһы, балалар өсөн шиғырҙар авторы.
- 1991 — Рина Зеленая, совет театр, кино һәм эстрада актрисаһы.
- 2010 — Генри Эдвард Робертс, инженер-электронщик, беренсе шәхси компьютер төҙөүсе.
- 2017 — Евгений Евтушенко, Рәсәй һәм совет шағиры, яҙыусы, режиссер, сценарист, публицист, актер.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]