2-се Украин фронты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
2-се Украин фронты
Нигеҙләү датаһы 20 октябрь 1943
Рәсем
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Нигеҙләүсе Конев Иван Степанович
Дәүләт  СССР
Алдағы Дала фронты[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 10 июнь 1945
Командир Конев Иван Степанович һәм Малиновский Родион Яковлевич

Икенсе Украин фронты — Икенсе донъя һуғышы ваҡытында совет ғәскәрҙәренең оператив-стратегик берекмәһе.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1943 йылдың 20 октябрендә көньяҡ-көнбайыш йүнәлештә ВГК Ставкаһы бойороғона ярашлы 1943 йылдың 16 октябрендәге Дала (Степной) фронты исемен үҙгәртеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.

1943 йылдың октябрь-декабрь айҙарында фронт ғәскәрҙәре Кременчугтан Днепропетровскиға тиклемге участкала Днепрҙың уң ярындағы плацдармды киңәйтеү буйынса Пятихат һәм Знаменск операцияларын үткәрә һәм 20 декабрҙә Кировоград һәм Кривой Рог ҡалалры тирәһенә килеп сығалар.

Ҡыҙыл армияның Уң яр буйы Украинала стратегик һөжүм барышында 1944 йылдың ҡышында фронт ғәскәрҙәре Кировоград операцияһын үткәрә, артабан 1-се Украин фронты менән берлектә — Корсунь-Шевченко операцияһын, уның һөҙөмтәһендә 10 дошман дивизияһы ҡамауға алына һәм юҡ ителә.

1944 йылдың яҙында фронт Умань-Ботошан операцияһын тормошҡа ашыра һәм 8-се немец армияһын һәм 1-се танк армияһы көстәренең бер өлөшөн тар-мар итә. 1-се Украин фронты менән берлектә немецтарҙың «Көньяҡ» армиялар төркөмө оборонаһың йыра, Уң яр буйы Украинаның һәм Молдавия ССР-ының байтаҡ өлөшө азат ителә, уның ғәскәрҙәре Румыния сиктәренә инә.

1944 йылдың август айында 2-се Украин фронты Яссы-Кишинёв стратегик операцияһында ҡатнаша, уның барышында 22 немец дивизияһы һәм барлыҡ румын дивизиялары ҡыйратыла, ә Румыния Германия яҡлы һуғыштан сығарыла. сығара. Тиҙлек йыйған һөжүмде туҡтатмайынса, сентябрҙә фронт ғәскәрҙәре Бухарест-Арад операцияһы барышында румын ғәскәрҙәре менән берлектә тулыһынса тиерлек Румынмя территорияһын азат итәләр һәм дошманға бик ҙур зыян килтерәләр.

1944 йылдың октябрендә 2-се Украин фронты ғәскәрҙәре Дебрецен операцияһын үткәрә, немец «Көньяҡ» армияһы төркөмөн еңелеүгә дусар итеп, Будапешт тирәһендә дошманды ҡыйратыу өсөн уңайлы урын биләйҙәр. Һуңынан фронт ғәскәрҙәре 3-сө Украин фронты көстәренең бер өлөшө һәм Дунай хәрби флотилияһы менән берлектә Будапешт стратегик операцияһы н үтәкәрәләр, дошмандың 188-меңлек төркөмөн ҡамап алалар һәм юҡҡа сығаралар, Будапештты яулап алалар һәм Вена йүнәлешендәге һөжүм өсөн шарттар булдыралар.

1945 йылдың март-апрель айҙарында 2-се Украин фронтының һул ҡанаты ғәскәрҙәре, Вена стратегик оперцияһында ҡатнашып, 3-сө Украин фронты менән берлектә Венгрияны яулауҙы тамамлайҙар, Чехословакияның байтаҡ өлөшөн, Австрияның көнсығыш райондарын, уның баш ҡалаһы Венаны азат итәләр. Шул уҡ ваҡытта фронттың уң ҡанаты ғәскәрҙәре Карпатала Банск-Быстрицк һөжүм операцияһын үткәрәләр.

6-11 майҙа 2-се Украин фронты Прага стратегик операцияһында ҡатнаша, уның барышында Германия ҡораллы көстәре тар-мар ителә, Чехословакия тулыһынса азат ителә. 10 майҙа фронттың һул ҡанаты берләшмәләре американ ғәскәрҙәре менән Писек һәм Ческе-Будеевице районында осрашалар.

1945 йылдың 10 июнендә ВГК Ставкаһының 1945 йылдың 29 майындағы директиваһы нигеҙендә 2-се Украин фронты тарҡатыла, фронттың ялан идаралығы уның базаһында Одесса хәрби округын булдырыу өсөн ВГК Ставкаһы резервына сығарыла.

Составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иң башта:

  • 4-се гвардия армияһы (СССР)
  • 5-се гвардия армияһы (СССР)
  • 7-се гвардия армияһы (СССР)
  • 37-се армияның (СССР)
  • 52-се армия (СССР)
  • 53-сө армия (СССР)
  • 57-се армия (СССР)
  • 5-се танк армияһы (СССР)
  • 5-се һауа армияһы (СССР)

Артабан үҙ эсенә индерә:

  • 9-сы гвардия армияһы (СССР)
  • 27-се армия (СССР)
  • 49 -се армия (СССР)
  • 46 -се армия (СССР)
  • 6-сы армия (СССР) (1944 йылдың сентябренән — 6-сы гвардия)
  • 2-се танк армияһы (СССР)
  • Ат-механизацияланған төркөм
  • 1-се армия (Румыния)
  • 4-се армия (Румыния)

Оператив буйһоноуҙа:

  • Дунай хәрби флотилияһы

Командованиеһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • армия генералы, Советтар Союзы Маршалы Конев Иван Степанович (1943 октябрь — май 1944);
  • армия генералы, Советтар Союзы Маршалы Малиновский Родион Яковлевич (1944 май — һуғыш аҙағына тиклем).

Хәрби советы ағзалары:

  • Танк ғәскәрҙәре генерал-лейтенанты Сусайков Иван Захарович (октябрь 1943 — март 1945);
  • генерал-лейтенант Тевченков,Александр Николаевич (март 1945 — һуғыш аҙағына тиклем).

Штаб начальнигы

  • генерал-полковник, армия генералы Захаров Матвей Васильевич (октябрь 1943 — һуғыш аҙағына тиклем).

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
2-се Украин фронты