20 ғинуар
Перейти к навигации
Перейти к поиску
20 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 20-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 345 көн ҡала (кәбисә йылында 346).
| ← ғинуар → | ||||||
| Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
| 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
| 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
| 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
| 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
| 28 | 29 | 30 | 31 | |||
| 2019 йыл | ||||||
Йөкмәткеһе
Байрамдар
АҠШ — Мартин Лютер Кинг көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1939 — Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы Өфө ҡалаһында Башҡорт дәүләт филармонияһы асыу тураһында ҡарар ҡабул итә.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Йәнтүрин Диас Хатип улы (20.01.1940), тарихсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (2005), профессор (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Лағыр ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Латипов Ғәлимйән Шакирйән улы (20.01.1912—4.11.1986), татар шағиры, тәржемәсе. 1951 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Яңы Дөмәй ауылынан.
- Садиҡов Ревдар Фәйез улы (20.01.1937—1.01.1989), балет артисы. Татар АССР-ының халыҡ (1964), РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1970) артисы. Татарстандың Ғабдулла Туҡай исмендәге дәүләт премияһы лауреаты (1973). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Мишкә ауылынан.
- Асҡарова Гөлсөм Зәйнулла ҡыҙы (20.01.1942), хеҙмәт ветераны, 1966—1998 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районының Салауат исемендәге колхозы һауынсыһы. СССР-ҙың Х саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1979—1984). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986), II (1981) һәм III (1975) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары кавалеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997), Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданины (1997).
- Бикбулатов Зиннур Ғизелхаҡ улы (20.01.1947—26.04.2009), ғалим-зоотехник, хужалыҡ һәм партия эшмәкәре. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1999). 1980—1990 йылдарҙа КПСС-тың Мәләүез ҡала комитеты секретары, халыҡ депутаттарының Мәләүез район Советы башҡарма комитеты рәйесе. Ике «Почёт Билдәһе» ордены (1976, 1986) каваалеры.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Демичева Раиса Николаевна (20.01.1928—9.08.1995), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, 1963—1978 һәм 1981—1987 йылдарҙа Дәүләкән районы «Коммунар» колхозының комплекслы бригада бригадиры. РСФСР-ҙың IX саҡырылыш (1975—1980) Юғары Cоветы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
- Ремаревский Дмитрий Федорович (20.01.1938—12.01.2010), опера йырсыһы, 1977—2010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Башҡорт АССР-ының һәм Украинаның (2007) атҡаҙанған артисы. Сығышы менән Украина ССР-ының Житомир өлкәһе Червонное ауылынан.
- Бәхтизин Рәүеф Заһит улы (20.01.1943), ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1990), профессор (1991). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992) һәм атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1996), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Волков Иван Иванович (20.01.1889—1972), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1942—1953 йылдарҙа Белорет урман хужалығы директоры. Башҡорт АССР-ының 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Юғары Совет Рәйесе урынбаҫары (1951—1955). Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (1967).
- Рябов Фёдор Андреевич (20.01.1914—5.02.1962), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1929—1962 йылдарҙа Бөрө районының Иҫке Баҙан МТС-ының һәм Ильич исемендәге колхоздың механизаторы һәм трактор бригадаһы етәксеһе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының өсөнсө саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1951—1955). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).
- Дәүләтбаев Мирас Ибраһим улы (20.01.1949), рәссам. СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Иҫке Һынны ауылынан.
- Мусин Хәйҙәр Хәләф улы (20.01.1949—2017), хужалыҡ эшмәкәре. 1989—2005 йылдарҙа Миәкә районы «Ҡаран» совхозының директоры һәм генераль директоры, 2005—2016 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының Миәкә районындағы идаралыҡ етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, «Почёт Билдәһе» һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Күл-Ҡуңҡаҫ ауылынан.
- Сафин Фаил Ғабдулла улы (20.01.1959, ғалим-социолог. Тарих фәндәре докторы (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Бик-Ҡарамалы ауылынан.
- Шергенг Наталия Алексеевна (20.01.1959), ғалим-философ, юғары мәктәп эшмәкәре. 2003—2006 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса, 2006—2012 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Философия фәндәре докторы (2003), профессор (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы Бала Сытырман ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1920 — Федерико Феллини, Италия кинорежиссёры. 5 тапҡыр «Оскар» премияһын алыусы.
- 1937 — Минтимер Шәймиев, Татарстан Республикаһының беренсе Президенты.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1977 — Ғәлимйән Ҡарамышев, башҡорт театр актёры, РСФСР‑ҙың (1955) һәм БАССР‑ҙың (1940) халыҡ артисы.
- 1985 — Вәзих Исхаҡов, яҙыусы, БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981), Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]