23 ғинуар
Перейти к навигации
Перейти к поиску
23 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 23-сө көнө. Йыл аҙағына тиклем 342 көн ҡала (кәбисә йылында 343).
| ← ғинуар → | ||||||
| Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
| 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
| 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
| 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
| 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
| 28 | 29 | 30 | 31 | |||
| 2019 йыл | ||||||
Йөкмәткеһе
Байрамдар
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1938 — Башҡорт АССР-ының Архитекторҙар союзы ойошторола.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мәғәфүр Хисмәтуллин (23.01.1915—5.10.2004), йырсы (тенор), режиссёр. Юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының (1953) һәм РСФСР-ҙың (1965) халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1969).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Абитаева Йәмилә Зөлҡәфил ҡыҙы (23.01.1916—12.06.1994), театр актёры. 1954 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1969).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Нәбиуллин Рәфил Рауил улы (23.01.1952—18.09.2002), театр актёры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2000) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1989) артисы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ниғмәтуллин Искәндәр Ниғмәтулла улы (23.01.1908—29.06.1980), ғалим-инженер, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1955), профессор (1955). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылынан.
- Андреева Әлфиә Васильевна (23.01.1958), ғалим-ветеринар табип, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының Тәбиғи фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, биология фәндәре докторы (2003), профессор (2004). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2015). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шаран районы Ерекле ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Лерман Исай Абрамович (23.01.1884—13.02.1954), ғалим-фармаколог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1934 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институтының кафедра мөдире, 1946—1948 йылдарҙа — деканы. Медицина фәндәре докторы (1940), профессор (1940). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1944). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Житомир өлкәһе Бердичев ҡалаһынан.
- Майстренко Евгений Николаевич (23.01.1949), хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. 1990—2015 йылдарҙа Өфө районының «Алексеевский» совхозы директоры. Башҡортостан Республикаһының 2—5 саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Рәсәйҙаң Почёт, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы һәм «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордендары кавалеры. Райондың почётлы гражданы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Атауллин Ринат Юмор улы (23.01.1959), рәссам, 1991 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2010), Әбйәлил районы хакимиәтенең Ким Әхмәтйәнов исемендәге премияһы лауреаты (1998).
- Сыртланова Эльза Рәйеф ҡыҙы (23.01.1969), ғалим-терапевт, юғары мәктәп уҡытыусыһы һәм медицина тармағы эшмәкәре. 2015—2017 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары. Медицина фәндәре докторы (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2010). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1862 — Давид Гильберт, немец математигы.
- 1897 — Ева Симонайтите, Литва ССР-ының халыҡ яҙыусыһы.
- 1918 — Гертруда Элайон, Америка биохимигы һәм фармакологы
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]