24 октябрь

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(24 октября битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску

24 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 297-се көнө (кәбисә йылында 298-се). Йыл һуңына тиклем 68 көн ҡала.

октябрь
Дш Шш Шр Кс Йм Шм Йк
  1 2 3 4 5 6
7 8 9 10 11 12 13
14 15 16 17 18 19 20
21 22 23 24 25 26 27
28 29 30 31      
2019 йыл

Christmas bell icon.png Байрамдар

Sciences de la terre.svg Халыҡ-ара байрамдар
  • БМО — БМО көнө.
  • БМО — Бөтә донъя үҫеш тураһында мәғлүмәт көнө.
  • Ер — Халыҡ-ара ҡағыҙ көнө.
Crystal locale.png Милли байрамдар
Social sciences.svg Һөнәри байрамдар
  • Рәсәй флагы Рәсәй — Махсус тәғәйенләнешле подразделениелар көнө.

Hoplite helmet.svg Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1648 — Вестфаль солохона ҡул ҡуйыу, 30 йыллыҡ һуғыштың тамамланыуы.
  • 1857 — Кембриджды тамамлаусылар Шеффилдта донъялағы беренсе футбол командаһын булдыра.
  • 1897 — Рәсәй Империяһында беренсе футбол матчы үткәрелә.
  • 1909 — Француз механигы Ж. Легань «Вуазен» самолетында Рәсәйҙә тәүге тапҡыр күрһәтеү осошо башҡара, ул Гатчина хәрби яланында 10 метр бейеклектә 1,5 саҡрым самаһы осоп үтә.
  • 1929 — Ҡара кесаҙна, Бөйөк депрессия башлана.
  • 1939 — СССР Германияға нефть һәм иген һатыу тураһында килешеү төҙөй.
  • 1941 — Бөйөк Ватан һуғышы барышында Харьковты немец ғәскәрҙәре баҫып ала.
  • 1945 — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының уставы үҙ көсөнә инә. БМО халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм күмәк именлекте үҫтереү аша тыныслыҡты һаҡларға теләгән 51 ил тарафынан нигеҙләнә. Әлеге көндә 192 ил БМО ағзаһы булып тора.
  • 1964 — Төньяҡ Родезия бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә һәм атамаһын Замбия тип үҙгәртә.

Nuvola apps date.svg Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Абҙанов Шәмси Саҙрый улы (24.10.1894—10.07.1938), ғалим-иҡтисадсы-географ, уҡытыусы, юғары мәктәп эшмәкәре. 1931—1937 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙер Башҡорт дәүләт университеты) иҡтисади география кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1935—1937 йылдарҙа — Башҡортостан игенселек һәм малсылыҡ ғилми-тикшеренеү институты директоры. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Профессор (1932). Сәйәси золом ҡорбаны.
  • Ғилманов Әмир Зариф улы (24.10.1939), хәрби хеҙмәткәр, ғалим-социолог, юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы. 1978—1993 йылдарҙа — Ҡазан Юғары хәрби ракета ғәскәрҙәре команда‑инженерлыҡ училищеһеның ижтимағи фәндәр кафедраһы начальнигы. 1993 йылдан Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының Перспективалы иҡтисади тикшеренеүҙәр үҙәгендә бүлек мөдире, 1995 йылдан — үҙәк директорының фән буйынса урынбаҫары, 2006 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. Философия фәндәре кандидаты (1977), социология фәндәре докторы (1993), профессор (1998). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999). Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1982). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Айыт ауылынан.
  • Вилданов Салауат Ғәли улы (24.10.1954), хужалыҡ эшмәкәре һәм дәүләт эшмәкәре. 2002—2006 йылдарҙа Яңы Өфө нефть эшкәртеү йәмғиәтенең, 2006—2011 йылдарҙа «Өфөоргсинтез» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының III (2003—2008) һәм IV (2008—2013) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы.
  • Саҡаев Рөстәм Әнүәрбәк улы (24.10.1954), хәрби хеҙмәткәр, дәүләт эшмәкәре. 1992―2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһындағы Хөкүмәт элемтә бәйләнеше үҙәге, 2006—2016 йылдарҙа Рәсәй Федераль һаҡ хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһындағы махсус элемтә бәйләнеше һәм мәғлүмәт үҙәге начальнигы. Отставкалағы полковник. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе (2004). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.

Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1804 — Вильгельм Вебер, немец физигы.
  • 1882 — Имре Кальман, венгр композиторы («Цирк принцессаһы»).
  • 1886 — Григорий Орджоникидзе, революционер, совет дәүләт эшмәкәре.
  • 1911 — Аркадий Исаакович Райкин, совет режиссёры.
  • 1921 — Лев Гинзбург, рус совет шағиры, немец шиғриәте өлгөлөрен тәржемәләүсе.
  • 1936 — Билл Уаймен (ысын исеме Уильям Джордж Перкс), «The Rolling Stones» инглиз рок-төркөмөнөң бас-гитарасыһы.
  • 1966 — Роман Аркадьевич Абрамович, Рәсәй эшҡыуары.
  • 1985 — Уэйн Руни, инглиз футболсыһы.

Cemetery template.svg Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1601 — Тихо Браге, Дания астрономы.
  • 1948 — Франц Легар, венгр композиторы.
  • 1957 — Кристиан Диор, француз кейем модельеры.

Oxygen480-actions-view-calendar.svg Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ай һәм көндәр
Ғинуар 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Февраль 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29
Март 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Апрель 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Май 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Июнь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Июль 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Август 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Сентябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Октябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Ноябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Декабрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31


Ғинуар (Һыуығай) | Февраль (Шаҡай) | Март (Буранай) | Апрель (Алағарай) | Май (Һабанай) | Июнь (Һөтай)
Июль (Майай) | Август (Урағай) | Сентябрь (Һарысай) | Октябрь (Ҡарасай) | Ноябрь (Ҡырпағай) | Декабрь (Аҡъюлай)