24 ғинуар
Перейти к навигации
Перейти к поиску
24 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 24-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 341 көн ҡала (кәбисә йылында 342).
| ← ғинуар → | ||||||
| Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
| 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
| 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
| 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
| 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
| 28 | 29 | 30 | 31 | |||
| 2019 йыл | ||||||
Йөкмәткеһе
Байрамдар
Кипр Республикаһы — Изге Неофит көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1736 — Һөйәнтүҙ ауылда меңләп кеше, ҡатын-ҡыҙ, бала-сағаһы менән, атып, штык ҡаҙап үлтерелә. Бынан тыш 105 кеше, аҙбарға ябылып, утта яндырыла.
- 1848 — Калифорнияла Колома ҡалаһы янында «алтын ығы-зығы» башлана.
- 1931 — Мәскәүҙә «Ромэн» сиған театры ойошторола.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Йосопов Фәрит Сабир улы (24.01.1925—23.01.2001), балет артисы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1949). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1955).
- Бәхти Ғайсин (24.01.1930—5.01.1991), музыкант-аккардеонсы, Башҡорт АССР-ының халыҡ (1962) һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1986).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бугера Владислав Евгеньевич (24.01.1971), ғалим-философ, сәйәси публицист һәм һул йүнәлешле ижтимағи-сәйәси хеҙмәткәр. Юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (2006), профессор (2010).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хәнисламов Мәхмүт Ғәлләметдин улы (24.01.1918—4.06.1971), ғалим-зоолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1952). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1968). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Сығышы менән Ырымбур ҡалаһынан.
- Байбурин Фәүзи Зәки улы (24.01.1943), хәрби хеҙмәткәр, отставкалағы I ранг капитаны. Ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1989), профессор (1990). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Шишмә эшселәр ҡасабаһынан.
- Кузин Александр Павлович (24.01.1948), педагог, Күмертау ҡалаһы мәктәп-ара уҡыу комбинатының 1988—2010 йылдарҙағы директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Үмәрғәлин Тәлғәт Ғәле улы (24.01.1948), ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1995), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1998), Рәсәй Федерацияһының почётлы газ сәнәғәте хеҙмәткәре (2003), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1991).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Баязит Дим (24.01.1909—10.10.1945), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир-яҙыусы, журналист, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1944).
- Попов Пётр Дмитриевич (24.01.1924—9.07.1991), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, уҡсылар полкының разведка взводы командиры ярҙамсыһы, гвардия сержанты. Дан орденының тулы кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Лэнгдон Теренс (24.01.1939), ғалим-физик. Физика фәндәре докторы (1980), профессор (1976). Рәсәй Фәндәр академияһының почётлы докторы (2003), Бөйөк Британияның Король инженерлыҡ Фәндәр академияһы ағзаһы (2002), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының сит ил ағзаһы (1991). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2015). Сығышы менән Бөйөк Британияның Троубридж ҡалаһынан. 1965 йылдан Америка Ҡушма Штаттарында эшләй.
- Кузьминых Александр Андреевич (24.01.1944—18.05.2009), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2003), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовещен районы Һынны ауылынан.
- Сирғәлин Рәмил Ишбулды улы (24.01.1959), иҡтисадсы. 1996—2017 йылдарҙа Баймаҡ районы хакимиәт башлығы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2009). Сығышы менән ошо райондың Түбәнге Яйыҡбай ауылынан.
- Миңлебаев Ринат Йәғәфәр улы (24.01.1964), график. 1995 йылдан Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы, 2004 йылдан — Халыҡ-ара графика академияһы ағзаһы (Санкт-Петербург). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2006) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1997). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2010).
- Тимербулатов Мәхмүт Вил улы (24.1.1974), ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2004), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы профессоры (2016). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2007) һәм Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Ғ. Х. Ҡоҙаяров исемендәге премияһы (2000) лауреаты. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1904 — Берта Карлик, Австрия ғалим-физигы, Вена университетының беренсе ҡатын-ҡыҙ профессоры.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 661 — Али ибн Әбү Талип, атаҡлы сәйәсмән һәм йәмәғәт эшмәкәре; Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ике туған ҡустыһы, кейәүе һәм сәхәбә, дүртенсе хаҡ хәлиф (656—661) һәм шиғыйҙарҙың беренсе имамы.
- 1125 — Давид IV Төҙөүсе, Багратион династияһынан Грузия батшаһы (1089—1125).
- 1924 — Мөхәмәтғата Мансуров, башҡорт дин әһеле, ишан, мәғрифәтсе, эшҡыуар һәм меценат.
- 1943 — Майский Сәхиб Нурлығаян улы, граждандар, совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1940).
- 1971 — Аҡтуғанов Мәхмүт Сафа улы, Советтар Союзы Геройы (1944), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, майор.
- 1984 — Кирәй Мәргән, башҡорт совет яҙыусыһы, фольклорсы ғалим, әҙәбиәт белгесе. Филология фәндәре докторы (1963), профессор (1965). 1941 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 1986 — Лафает Рональд Хаббард, яҙыусы һәм философ. Диане́тика һәм Саентоло́гия исемле ғилемдәрҙе барлыҡҡа килтереүсе.
- 1999 — Суфиянов Суфый Хажи улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]