25 ғинуар
Перейти к навигации
Перейти к поиску
25 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 25-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 340 көн ҡала (кәбисә йылында 341).
| ← ғинуар → | ||||||
| Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
| 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
| 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
| 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
| 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
| 28 | 29 | 30 | 31 | |||
| 2019 йыл | ||||||
Йөкмәткеһе
Байрамдар
Рәсәй — Студенттар (Татьяна) көнө.
Рәсәй — Хәрби-Диңгеҙ флоты штурманы көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1858 — Феликс Мендельсондың «Туй маршы» беренсе тапҡыр башҡарыла.
- 1905 — Көньяҡ Африкала 3106 каратлы иң ҙур «Куллинан» алмасы табыла.
- 1924 — Францияның Шамони ҡалаһында I Ҡышҡы Олимпия уйындары башлана.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дәүләтбәков Артур Хәсән улы (25.01.1971), башҡорт журналисы һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы рәйесе, Рәсәй Журналистар союзының Федератив советы ағзаһы (2016). «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2016).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сәйетов Сәхи Ниғмәт улы (25.01.1907—09.07.1986), башҡорт актёры, режиссёр. БАССР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1966). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1947).
- Әмирхәнов Әнүәр Хабибулла улы (25.01.1912—03.03.1986), химик. БАССР‑ҙың атҡаҙанған химигы (1982).
- Сәйетов Илдар Ширҡәт улы (25.01.1957), театр һәм кино актёры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2002) артисы.
- Казаков Рауил Яғмур улы (25.01.1982), спортсы. Пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2002). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2003). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2006)
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ивах Александр Федорович (25.01.1948—20.08.2013), Двигателдәр эшләү берләштерелгән корпорацияһының 2008—2013 йылдарҙағы генераль конструкторы. II дәрәжә дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2009), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе. Польшаның Лигниц ҡалаһында Совет Армияһы хәрби хеҙмәткәрҙәре ғаиләһендә тыуған.
- Калинушкин Николай Александрович (25.01.1948—20.04.2004), скульптор, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 1980 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. 1991—2004 йылдарҙа Башҡортостандың Рәссамдар союзының идара рәйесе. Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм Башҡортостан Республикаһының (1993) атҡаҙанған рәссамы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғирфанов Вәкил Кәли улы (25.01.1909—10.05.1980), ғалим-агробиолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 1975—1979 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1965), профессор (1967). РСФСР-ҙың (1969) һәм Башҡорт АССР-ының (1957) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Октябрь Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949), Халыҡтар дуҫлығы (1979), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), Почёт Билдәһе (1966) ордендары кавалеры.
- Зәки Мәхмүтов (25.01.1934—17.02.2008), йырсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1976—1998 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1982), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1976) артисы.
- Әбдрәшитова Роза Фәррәх ҡыҙы (25.01.1934), хеҙмәт ветераны. 1951—1995 йылдарҙа Ишембай ҡала элемтә үҙәге телеграфисы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән Стәрлетамаҡ районының Аллағыуат ауылынан (1970-се йылдарҙа күсерелгән).
- Байтурина Вазифа Хәмит ҡыҙы (25.01.1939—21.04.2005), педагог, партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1982—1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Вәлиев Ильяс Иштуған улы (25.01.1949), ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия һәм социаль фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), Халыҡ-ара педагогия академияһының мөхбир ағзаһы (1996), Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2009), педагогия фәндәре докторы (1999), профессор (2010). СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1988), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү отличнигы (2003) һәм почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009). Степан Злобин исемендәге әҙәби премия лауреаты (2000).
- Исмәғилев Фоат Ришат улы (25.01.1949) ғалим-химик-технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1992), профессор (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Байгилде ауылынан.
- Кривошеев Александр Сергеевич (25.01.1964), ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәре докторы (1994). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1928 — Эдуард Шеварднадзе, совет һәм грузин дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән. Грузияның 1995—2003 йылдарҙағы президенты.
- 1933 — Корасон Акино, Филиппиндың 1986—1992 йылдарҙағы президенты.
- 1938 — Владимир Высоцкий, актёр, шағир, йырҙар яҙыусы һәм башҡарыусы. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1987).
- 1953 — Ботгрос Николай, молдаван скрипкасыһы һәм дирижеры, Молдова дәүләт филармонияһының «Лэутарий» халыҡ музыкаһы ансамбле художество етәксеһе.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1945 — Латипов Ғабдрахман Хәким улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]