26 сентябрь
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
26 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 269-сы көнө (кәбисә йылында 270-се). Йыл аҙағына тиклем 96 көн ҡала.
Йөкмәткеһе
Байрамдар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
Халыҡ-ара[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
Европа Берләшмәһе — Европа телдәре көнө.
Милли[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
Йемен — Революция көнө.
Яңы Зеландия — Дәүләт көнө.
Эквадор — Дәүләт флагы көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
- 1789 — Америкала дәүләт секретары вазифаһы индерелә, беренсе булып уға Томас Джефферсон тәғәйенләнә.
- 1887 — Эмиль Берлинер беренсе граммофон эшләй.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
- 1849 — Иван Павлов, Рәсәй физиологы, Нобель премияһы лауреаты (1904).
- 1885 — Сергей Гера́симов, рәссам, СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1958).
- 1895 — Владимир Азин, Рәсәйҙәге 1918—1920 йылдарҙағы граждандар һуғышында дивизия командиры, Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- 1915 — Сергей Смирно́в, урыҫ совет яҙыусыһы, тарихсы, радио- һәм телетапшырыуҙар алып барыусы, йәмәғәт эшмәкәре, Ленин премияһы лауреаты (1965).
- 1923 — Александр Межиров, урыҫ совет шағиры, тәржемәсе, СССР-ҙың Дәүләт пермияһы лауреаты (1986).
- 1931 — Борис Самородов, Башҡортостанда йәшәгән совет спортсыһы, мотоциклда боҙҙа уҙышыу буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы.
- 1949 — Вәлиев Руслан, физик, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты.
- 1946 — Владимир Васильев, Башҡортостан ғалимы, техник фәндәр докторы, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре.
- 1956 — Вәсил Ханнанов, рәссам, график, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы.
- 1965 — Пётр Порошенко, Украина президенты.
- 1976 — Илдар Абдразаҡов, опера йырсыһы, Башҡортостандың (2011) һәм Татарстандың (2013) халыҡ артисы.
- 1981 — Серена Уильямс, Америка тенниссыһы.
Был көндө үлгәндәр[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]
- 1800 — Салауат Юлаев, башҡорт халҡының милли батыры, шағир-импровизатор, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе.
- 1868 — Август Мёбиус, нимес математигы, астроном.