4 ғинуар
Перейти к навигации
Перейти к поиску
4 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 4-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 361 көн ҡала (кәбисә йылында 362).
| ← ғинуар → | ||||||
| Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
| 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
| 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
| 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
| 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
| 28 | 29 | 30 | 31 | |||
| 2019 йыл | ||||||
Йөкмәткеһе
Байрамдар
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1493 — Христофор Колумбтың беренсе экспедицияһы Европанан Америкаға юллана.
- 2004 — «Спирит» марсоходы Марсҡа төшә.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Юнысова Эльвира Әхтәм ҡыҙы (4.01.1960), башҡорт театр һәм кино актёры, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2007), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1992).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бәхтейәров Рауил Ҡотдос улы (4.01.1926—30.03.2001), «Нефтепроводмонтаж» тресының элекке слесарь-монтажсыһы һәм иретеп йәбештереүсеһе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының туғыҙынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1975—1980). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1967). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1980).
- Мортазин Хәйрулла Хәбибулла улы (4.01.1941—154.11.2016), ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәре докторы (1994), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008), Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2011).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Львов Михаил Давыдович (ысын исеме Ғәбитов Рәфҡәт Дәүләтша улы, 4.01.1917—25.01.1988), Башҡортостанда тыуған рус совет шағиры, 1944 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар Дуҫлығы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Ежов Николай Герасимович (4.01.1922—1.03.1945), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. Артиллерия полкының орудие командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Иғдәүләтов Зәйни Сирай улы (4.01.1913—13.06.1982) — башҡорт театр актёры, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1970), «Почёт Билдәһе» ордены (1955) кавалеры.
- Пастушенко Валерий Михайлович (4.01.1928—23.06.2003), ғалим-иҡтисадсы, дәүләт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1968—1985 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Дәүләт план комитеты рәйесе, Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1968), профессор (1988). Башҡорт АССР-ының 7—10 саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән Украина ССР-ының Амвросиевка ҡасабаһынан.
- Ямалетдинов Фидус Әғләм улы (4.01.1953), дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-Министр урынбаҫары (2000-2012), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе ().
- Мәжитова Фәһимә Миҙхәт ҡыҙы (4.01.1958), журналист, «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналының өлкән мөһәррире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
- Щетинина Светлана Исаевна (4.01.1958), педагог, Башҡорт мәҙәниәт һәм сәнғәт республика колледжы уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ризаитдин Фәхретдинов (4.01.1859—11.04.1936), башҡорт мәғрифәтсеһе, яҙыусы, шәрҡиәтсе һәм дин әһеле. 1923—1936 йылдарҙа Эске Рәсәй һәм Себер Үҙәк диниә назараты мөфтөйө һәм рәйесе.
- Балезин Степан Афанасьевич (4.01.1904—23.01.1982), ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1938—1980 йылдарҙа В. И. Ленин исемендәге Мәскәү педагогия институтының дөйөм һәм аналитик химия кафедраһы мөдире. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Химия фәндәре докторы (1943), профессор. (1943). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1964), СССР‑ҙың мәғариф (1970) һәм РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1957). Сығышы менән Өфө губернаһының Бөрө өйәҙе Володинский утарынан.
- Ленникова Татьяна Ивановна (4.01.1924—28.11.1993), совет театр һәм кино актёры. РСФСР-ҙың халыҡ (1968) һәм атҡаҙанған (1959) артисы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Йылайыр ауылынан.
- Никишенков Михаил Кириллович (4.01.1929—16.01.2011), хужалыҡ эшмәкәре, 1971—1989 йылдарҙа «Ишимбайжилстрой» тресы управляющийы. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Ишембай ҡалаһы һәм районының, Ғафури районының һәм Салауат ҡалаһының (2000) почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Смоленск өлкәһенең Раково ауылынан.
- Баҡыев Рим Сәғит улы (4.01.1939), хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, 1994—1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры, Рәсәй Федерацияһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты (1999–2003), Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986), «Почёт Билдәһе» (1976) һәм Почёт (1999) ордендары кавалеры.
- Кирпиченко Борис Иванович (4.01.1939),ғалим-тау инженеры‑геофизик. Техник фәндәр д‑ры (1994). Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1999), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1970). И. М. Губкин исемендәген премия лауреаты (1974). Сығышы менән Ставрополь крайы Кисловодск ҡалаһынан.
- Верзакова Ирина Викторовна (4.01.1959), ғалим-рентгенолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, 2001 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетының кафедра мөдире. Медицина фәндәре докторы (1999). Будапешт ҡалаһында тыуған.
- Миңнуллин Ким Мөғәллим улы (4.01.1959), әҙәбиәт белгесе, фольклорсы. 2006 йылдан Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институты директоры. Татарстан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (2008), филология фәндәре докторы (2002), профессор (2006). Татарстандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008). Роберт Миңнуллиндың ҡустыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Шәммәт ауылынан.
- Шәйхетдинов Рәмил Зәйни улы (4.01.1959), ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2012 йылдан Башҡорт дәүләт университетының динамика һәм гетероген системалар лабораторияһы мөдире). Физика‑математика фәндәре докторы (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Ташбулат ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1643 — Исаак Ньютон, инглиз физигы, математик, астроном, философ һәм теолог.
- 1848 — Шварц Александр Николаевич, Рәсәй халыҡ мәғариф министры (1908—1910).
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1887 — Эрвин Шрёдингер, Австрия физик-теоретигы, квант механикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Физика буйынса Нобель премияһы лауреаты (1933).
- 1977 — Әсфәндиәров Закир Лотфрахман улы, Советтар Союзы Геройы (1944)
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]