5 июль
Уҡыу көйләүҙәре
(5 июля битенән йүнәлтелде)
5 июль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
5 июль Викимилектә |
5 июль — григориан стиле буйынса йылдың 186-сы (кәбисә йылында 187-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 179 көн ҡала.
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Алжир: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Әрмәнстан: Конституция көнө.
- Аргентина: Балалар көнө.
- Венесуэла: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Оборона министрлығының хәрби вәкиллектәре көнө.
- 1924: Парижда VIII Олимпия уйындары асыла.
- 1933: СССР-ҙың Хеҙмәт һәм Оборона советы Өфө—Ишембай тимер юлын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1989: Рәсәй Федерацияһы Федераль таможня хеҙмәтенең Башҡортостан таможняһы ойошторола.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сөләймәнов Фуат Мырҙағәли улы (1965), ғалим-тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1996 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (1998), доцент (2002).
- Денисов Дмитрий Витальевич (1970), СССР һәм Рәсәй спортсыһы. 1992–1995 йылдарҙа шайбалы хоккей буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, 1987–1995 һәм 1998–1999 йылдарҙа «Салауат Юлаев» хоккей командаһы уйынсыһы, һөжүмсе. 1994 йылғы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре һәм күренекле спортсыһы (1994. Халыҡ-ара хоккей федерацияһы кубогын яулаусы (1994), Милләт-ара хоккей лигаһы (1995) һәм Рәсәй (2001) чемпионаттарының бронза призёры. «Известия» гәзите призына халыҡ-ара турнир еңеүсеһе (1992–1993). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Фәнил Бүләков (1980), уҡытыусы, журналист, шағир һәм йәмәғәтсе. Учалы районы Иманғол урта мәктәбе уҡытыусыһы. Район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет рәйесе. 2014 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. «Илһам шишмәләре» конкурсында гран при яулаусы (Бәләбәй, 2009), «Йәшлек» гәзитенең Рәйес Түләк исемендәге конкурсы еңеүсеһе (2009), «Йөрәк һүҙе» телевизион конкурсында 2-се урын яулаусы (2018), Силәбе өлкәһе Сосновка районының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (2016).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пономарёв Сергей Дмитриевич (1906—15.03.1991), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия еңел артиллерия бригадаһының полк командиры, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы Төй ауылынан.
- Субаев Фәтих Йосоп улы (1911—26.09.1978), хеҙмәт алдынғыһы, йәмәғәтсе. Совет‑фин (1939—1940), Бөйөк Ватан һәм 1945 йылдағы совет‑япон һуғыштарында ҡатнашыусы. 1955—1971 йылдарҙа РСФСР Автомобиль транспорты һәм шоссе юлдары министрлығының Өфө ҡалаһындағы 1222-се автоколоннаһы водителе һәм бригадиры. Башҡорт АССР-ының етенсе саҡырылыш (1967—1971) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966), РСФСР-ҙың почётлы автотранспортсыһы (1970).
- Ғөбәйҙуллин Мөхәмәтзыя Ғөбәйҙулла улы (1926—2009), банк системаһы хеҙмәткәре. СССР Дәүләт банкының Илеш районындағы бүлексәһенең элекке идарасыһы. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтиадсыһы, СССР Дәүләт банкы отличнигы. Сығышы менән ошо райондың Теләпән ауылынан.
- Бакланов Пётр Яковлевич (1946), СССР һәм Рәсәй ғалим-иҡтисадсы-географы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (2003), география фәндәре докторы (1987), профессор (1990). Почёт (2007), 2‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (1997) ордендары кавалеры. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы лауреаты (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы Георгиевка ауылынан.
- Сидоренко Александр Архипович (1946—15.05.2010), ғалим-инженер, юғары мәктәп эшмәкәре, комсомол органдары ветераны. 1979 йылдан Өфө нефть институты ғилми-тикшеренеү секторының уҡытыу мастеры һәм әйҙәүсе инженеры, 1990—2010 йылдарҙа — Өфө дәүләт нефть техник университетының административ-хужалыҡ эштәре буйынса проректоры. Техник фәндәр кандидаты (1998). Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған (2003), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары белем биреү хеҙмәткәре (1999). Сығышы менән Кишинёв ҡалаһынан.
- Хвостенко Ольга Григорьевна (1946), ғалим-физик. 1972 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институтының ғилми хеҙмәткәре, 1998 йылдан — өлкән, 2005 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Әхмәтов Рөстәм Ғилем улы (1951), ғалим-математик. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының алгебра һәм геометрия кафедраһы мөдире. Рәсәй тәбиғи фәндәр акадмияһының мөхбир ағзаһы, физика-математика фәндәре докторы (2002), профессор.
- Хәлимов Рәмил Каррам улы (1956), төҙөлөш өлкәһе, муниципаль һәм дәүләт хеҙмәте ветераны. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған, Рәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе. «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әҙеһәмов Мөхәмәтдин Камалетдин улы (1892—5.12.1937), Башҡорт милли хəрəкəте һәм Башҡортостандың дәүләт эшмәкәре. 1923—1925 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының социаль тәьминәт халыҡ комиссары, 1925—1937 йылдарҙа БАССР-ҙың Үҙәк ер комиссияһы рәйесе, Белорет металлургия заводының директор урынбаҫары. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Алексеев Учур Абушинович (1912—21.08.1981), ғалим-хирург. 1960 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1966—1978 йылдарҙа факультет хирургияһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1967—1974 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса проректор. Медицина фәндәре докторы (1967), профессор (1968). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1957) һәм атҡаҙанған фән эшмәкәре (1972). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1943).
- Ефимов Иван Карпович (1927—24.10.2001), эске эштәр органдары хеҙмәткәре, 1958 йылдан Салауат ҡалаһы эске эштәр бүлегенең уголовный розыск, 1978 йылдан — ведомствонан тыш һаҡлау бүлеге начальнигы, милиция подполковнигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. СССР Эске эштәр министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1965). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Наумовка ауылынан.
- Мусин Әмир Шәғәли улы (1937—27.11.2017), нефть сәнәғәте алдынғыһы. 1963—1984 йылдарҙа Өфө нефть эшкәртеү заводының өлкән операторы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980), СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть сәнәғәте отличнигы (1974), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1977).
- Абдуллина Миңһылыу Фәйзрахман ҡыҙы (1952), педагогик хеҙмәт ветераны, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 2016 йылдан Башҡорт Википедияһы ирекмәне. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1997).
- Сынбулатова Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы (1957), хеҙмәт ветераны. 1980—2005 йылдарҙа Хәйбулла районы ЗАГС бүлеге начальнигы, 2007—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Юстиция министрлығының ЗАГС идаралығының баш белгесе. Башҡортостан Республикаһынаң атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән Хәйбулла районының Вәлит ауылынан.
- Хәлитова Фәймә Нуритдин ҡыҙы (1957), педагог. 1983 йылдан Әбйәлил районы Асҡар ауылындағы «Берёзка» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем бреү хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән ошо ауылдан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Клетный Тимофей Фёдорович (1918—?), инженер. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1939—1965 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәренең хәрби хеҙмәткәре. 1970 йылдан «Башнефть» берекмәһе инженеры, 1974—1988 йылдарҙа кадрҙар әҙерләү буйынса инженер һәм өлкән инженер. СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Брянск өлкәһенең Клинцов районының Туросна ауылынан.
- Әминева Флүрә Мирғәли ҡыҙы (1928—2011), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1947—1968 йылдарҙа Яңауыл районы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге колхоздың һарыҡ көтөүсеһе. Башҡорт АССР-ының етенсе саҡырылыш (1967—1971) Юғары Советы депутаты. III Бөтә Союз колхозсылар съезы делегаты (1969). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
тулы исемлек
- Чайников Павел Семенович (1928—5.01.2017), Кушнаренко ауыл хужалығы техникумының элекке педагогы (1962—1998), Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән Кушнаренко районының Ахлыстин ауылынан.
- Болғаҡов Рәмил Ғариф улы (1943), ғалим-физик‑химик, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре. Химия фәндәре докторы (1990), профессор (1994). Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының (2001) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Финогентов Валерий Николаевич (1953), ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1993), профессор (1994).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әмирханова Ғәлиәбаныу (Миңлеғаян) Мосараф ҡыҙы (1929—13.8.2014), театр актёры. 1954 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1949—1984 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1979). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Талбазы ауылынан.
- Хәсәнов Марс Нуриман улы (1939—2012), баянсы, тауыш режиссёры. 1959—2002 йылдарҙа хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының музыка бүлеге етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986).
- Әҙелбаев Дамир Минийәр улы (1959—18.02.2014), йырсы, үҙешмәкәр композитор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2010), Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Үрге Сирбай ауылынан.
- Гөлсөм Бикбулатова (1979), Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актёры, йырсы. Халыҡ-ара, төбәк-ара һәм республика ижади конкурстары лауреаты һәм дипломанты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Мәҡсүт ауылынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1710: Павел Кондоиди, Рәсәй империяһы табибы, Петербург Фәндәр академияһының почётлы ағзаһы.
- 1755: Сара Сиддонс, Англияның трагик аплуалағы актрисаһы.
- 1795: Павел Кукольник, Рәсәй империяһы шағиры, драматург, тарихсы.
- 1802: Павел Степанович Нахимов, Рәсәй Империяһының хәрби флот эшмәкәре, адмирал.
- 1805: Роберт Фицрой, Англияның диңгеҙ офицеры, гидрограф һәм метеоролог, Чарльз Дарвин Ер шары тирәләй сәйәхәт иткән «Бигль» карабы капитаны.
- 1810: Финеас Тейлор Барнум, шоумен, Америка циркын ойоштороусы.
- 1820: Уильям Ранкин, Англия физигы, термодинамикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе, пар машиналары теорияһы авторы.
- 1880: Минко Генов, Болгарияның әҙәби тәнҡитсеһе һәм әҙәбиәт тарихсыһы.
- 1880: Ян Кубелик, Чехия музыканты, скрипкасы һәм композитор.
- 1895: Владимир Дорофеев, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1954).
- 1895: Янис Осис, СССР һәм Латвия актёры һәм театр режиссёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1956).
- 1930: Мәсғүт Имашев, СССР һәм Рәсәй композиторы, педагог, Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1984).
- 1930: Ирина Колмогорцева, СССР һәм Рәсәй рәссамы, Татарстан Республикаһының халыҡ рәссамы (2005).
- 1930: Вадим Кожинов, СССР һәм Рәсәйҙең әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе һәм публицист.
- 1935: Рушания Арыҫланова, СССР, Рәсәй һәм Татарстан шағиры.
- 1940: Юрий Купер, СССР һәм АҠШ-тың рәссам-графигы, сәхнә биҙәүсе.
- 1945: Александр Лазарев, СССР һәм Рәсәй музыканты, баянсы һәм дирижёр, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1982).
- 1950: Хьюи Льюис, АҠШ йырсыһы, музыкант, йырҙар авторы.
- 1986: Александр Радулов, Рәсәй хоккейсыһы.
- 1975: Эрнан Креспо, Аргентинаның «Донъяның 100 иң яҡшы футболсыһы» исемлегенә ингән спортсыһы.