5 март
Перейти к навигации
Перейти к поиску
5 март — григориан стиле буйынса йылдың 64-се (кәбисә йылында 65-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 301 көн ҡала.
| ← март → | ||||||
| Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
| 1 | 2 | 3 | ||||
| 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
| 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
| 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
| 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
| 2019 йыл | ||||||
Йөкмәткеһе
Байрамдар
Әзербайжан — Физик культура һәм спорт көнө.
Иран — Ағас ултыртыу көнө.
Ҡырғыҙстан — Суд системаһы хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1705 — Пётр I рекруттар йыйыу тураһында указ сығара, был Рәсәй империяһында регуляр армияның барлыҡҡа килеүенә нигеҙ һала.
- 1764 — Екатерина II монастырь ерҙәрен һәм крепостной крәҫтиәндәрен дәүләт ҡаҙнаһына күсереү тураһында иғлан итә.
- 1820 — Фаддей Беллинсгаузен Антарктиданы асҡандан һуң караптарын йүнәтеү өсөн Австралияға юллана. Был эштән һуң ул бөтә йәйҙе Океания диңгеҙҙәрендә үткәрә, быға тиклем билдәле булмаған 17 утрауҙы аса.
- 1844 — Үрге һәм Түбәнге Канаданың баш ҡалаһы Кингстондан Монреалгә күсерелә.
- 1861 — Барлыҡ Рәсәй сиркәүҙәрендә крепостной хоҡуҡты бөтөрөү тураһында манифест уҡыла.
- 1868 — Англияла степлерға патент алына.
- 1917 — Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары Советының тәүге ултырышы була.
- 1918 — Совет Рәсәйендә хәрби элемтә хеҙмәте булдырыла.
- 1929 — Запорожье драма театры ойошторола.
- 1930 — Мәскәүҙә Арбат майҙанында «Художественный» тип аталған тәүге тауышлы кинотеатр асыла.
- Симферополдә урындағы хакимиәт ҡарары буйынса ҡараимдарҙың кенассаһы (ғибәҙәтханаһы) ябыла.
- 1932 — СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ойошторола.
- 1936 — Мәскәүҙә Үҙәк балалар театры (Рәсәй академия йәштәр театры) асыла, уның менән оҙаҡ йылдар Наталия Сац етәкслек итә.
- Supermarine Spitfire британ истребителенең тәүге осошо.
- 1940 — ВКП(б) ҮК Политбюроһы ултырышында НКВД-ға (протокол номер П13/144) хәрби әсирҙәр лагерҙарындағы Польша граждандарының эшен ҡарарға һәм уларға юғары яза сараһы ҡулланырға тәҡдим итергә ҡарар сығарыла.
- Смоленск өлкәһе Катынь ҡалаһы янындағы Катынь урманында НКВД тарафынан поляк офицерҙары атып үлтерелә. Был поляк әсирҙәрен үлем язаһына тарттырыуҙың башы була. 2004 йылда Рәсәй Баш хәрби прокуратураһы тикшереүе һөҙөмтәһендә 14542 поляк әсиренә үлем хөкөмө сығарылыуы һәм кәмендә 1803 әсирҙең атып үлтерелеүе асыҡлана.
- 1942 — Куйбышевта тәүге тапҡыр Дмитрий Шостаковичтың Етенсе симфонияһы башҡарыла.
- 1943 — Инглиз реактив самолеты Gloster Meteor тәүге осош яһай.
- 1946 — Фултонда (Миссури штаты) Уинстон Черчилль үҙенең билдәле телмәрен һөйләй, унда «Балтиктағы Штеттиндан алып Адриатикалағы Триестҡа тиклем Европа өҫтөнә тимер шаршау төштө» , — тип әйтә. «Һалҡын һуғыш» башлана.
- 1958 — Зеленоград ҡалаһы (Мәскәүҙең юлдаш ҡалаһы) нигеҙләнә, һуңынан ул Мәскәүҙең административ округына әүерелә.
- Як-38 тауыштан шәберәк күп маҡсатлы самолетының тәүге осошо.
- 1959 — Павел Флоренский Архангельск өлкә суды ҡарары менән икенсе тапҡыр аҡлана.
- 1960 — Альберто Корда Че Гевараны фотоға төшөрә, ул фотоһүрәт бөтә донъяға тарала.
- Элвис Пресли сержант дәрәжәһендә АҠШ армияһында хеҙмәтен тамамлай.
- Ил-18 самолетының Ашҡабадта һәләкәте,12 кеше үлә,42 тере ҡала.
- 1966 — Boeing 707 британ самолеты Фудзи тауында һәләкәткә осрай, бөтә 124 кеше һәләк була.
- 1968 — Boeing 707 француз самолеты Гваделупала һәләкәткә осрай, бөтә 63 кеше һәләк була.
- 1970 — «Ядро ҡоралын таратмау тураһында килешеү» үҙ көсөнә инә.
- 1976 — Фунт стерлингтың АҠШ валютаһына ҡарата курсы тарихта тәүге тапҡыр 2 долларҙан аҫҡараҡ төшә.
- 1979 — «Вояджер-1» йыһан аппараты Юпитерға етә.
- 1989 — «Disney Channel» телеканалында «Чип һәм Дейл ярҙамға ашыға» йәнһүрәт сериалының премьераһы була.
- 1995 — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтайға тәүге һайлауҙар була.
- 1997 — Сирек быуат эсендә тәүге тапҡыр Төньяҡ һәм Көньяҡ Корея һөйләшеүҙәр өҫтәле янына ултыра.
- 2000 — Инглиз ғалимдары сусҡаны клонлау буйынса беренсе уңышлы операция үткәрә.
- 2003 — Роберт Седракович Кочарян ҡабаттан Әрмәнстан президенты итеп һайлана.
- 2004 — Сибайҙа Урал аръяғы йылылыҡ электростанцияһы (ҡеүәте — 27,3 МВт) сафҡа инә.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Һәҙиә Дәүләтшина (5.03.1905—5.12.1954), башҡорт яҙыусыһы, 1935 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан совет яҙыусыларының 1‑се съезы (Өфө, 1934), 1‑се Бөтә Союз совет яҙыусылары съезы (Мәскәү, 1934) делегаты. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1967, үлгәндән һуң). Сәйәси золом ҡорбаны.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ихин Ҡәйүм Ғимазетдин улы (5.03.1931), нефтсе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған энергетигы (1970) һәм атҡаҙанған нефтсеһе (1976), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1981). РСФСР-ҙың 10‑сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1977). Ленин (1966), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм Халыҡтар дуҫлығы (1986) ордендары кавалеры.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бирҙин Ғәли Иркәбай улы (05.33.1907—25.10.1973), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, гвардия капитаны. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Әхмәҙуллин Мортаза Әхмәҙулла улы (5.03.1917—29.08.1986), хәрби хеҙмәткәр, полковник. Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, ике 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, миҙалдар менән бүләкләнгән. Сығышы менән хәҙерге Мәсетле районы Һөләймән ауылынан.
- Мәүлит Ямалетдин (05.02.1947, паспорт буйынса 5 март), шағир, яҙыусы, ҡурайсы, йәмәғәт эшмәкәре. 1983 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Лев Кузнецов (5.03.1923—13.08.1992), скульптур-монументалист. 1966 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1976) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1978).
- Гөлсөм Хәбибуллина (5.03.1943—22.12.2016), эстрада артисы, 1964—2002 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының һүҙ жанры артисы, юмор һәм сатира оҫтаһы. Эстрада артистарының Бөтә Рәсәй конкурсы (Мәскәү) лауреаты. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1987).
- Исҡужин Рәмил Кәбир улы (5.03.1958), ғалим-хоҡуҡ белгесе, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2007—2011 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. Юридик фәндәр кандидаты. Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының почётлы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Салауат Юлаев ордены кавалеры.
- Муллағолова Әнисә Муса ҡыҙы (5.03.1963), ғалим—әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, журналист. Филология фәндәре кандидаты, доцент. «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәре. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Богомолов Дмитрий Васильевич (5.03.1909—28.01.1961), ғалим-тупраҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Геология‑минералогия фәндәре кандидаты (1947). Башҡорт АССР-ы тупрағын ҙур масштаблы тикшереү һәм республиканың 1‑се йыйылма тупраҡ картаһын төҙөү етәксеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Сәйәхов Фәнил Лотфрахман улы (5.03.1934—20.11.2002), ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы; 1995–2002 йылдарҙа Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһының Башҡортостан Республикаһындағы фән‑ара бүлеге етәксеһе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһы академигы (1996), физика-математика фәндәре докторы (1985), профессор (1987); Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1988). СССР юғары мәктәбе отличнигы (1978), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1990).
- Күсимова Суфия Ғилман ҡыҙы (5.03.1944), ғалим-театр белгесе, юғары мәктәп эшмәкәре. 1973—1982 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтында факультет деканы, 1983—1987 һәм 1992—2011 йылдарҙа кафедра мөдире. 1969 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Сәнғәт ғилеме кандидаты (1974), профессор (1997). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1984), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1999). Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы, Салауат Юлаев ордены (2014) менән бүләкләнгән.
- Ғайсин Әхтәр Магаз улы (5.03.1954), ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәре докторы (1996), профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2012).
- Пушкарёв Василий Александрович (5.03.1959), ғалим-табип-онколог. 1996 йылдан Республика клиник онкология диспансерының бүлек мөдире. Медицина фәндәре докторы (2007). Рәсәй Федерацияһының (2012) һәм Башҡортостан Республикаһының (2004) атҡаҙанған табибы, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһе Абдулла районынан.
- Латыпов Сөләймән Йәнғәли улы (5.03.1969), журналист, яҙыусы. 2013 йылдан — «Тамаша» журналының баш мөхәррире. 2002 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1871 — Роза Люксембург, немец сәйәсмәне.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1827 — Пьер Симон Лаплас, француз астрономы, математигы.
- 1953 — Иосиф Виссарионович Сталин, СССР етәксеһе.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]