5 -се мәктәп (Новочеркасск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
5 -се мәктәп
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1907
Дәүләт Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Новочеркасск
Мираҫ статусы Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d]
Адрес (DEPRECATED) Атаманская ул.

5-се мәктәпНовочеркасск ҡалаһында урта белем биреү учреждениеһы. Атаман урамында XIX быуаттың икенсе яртыһындағы Кузнецовтың тарихи реаль училищеһы бинаһында урынлашҡан. Мәктәп бинаһы төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты исемлегенә индерелгән. 1930 йылдарҙа 5-се мәктәптә Советтар Союзы Геройы Г. А. Сорокин уҡыған[1].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беренсе разрядлы (башланғыс) училище 1907 йылда асылған. Ойоштороусыһы булып статский советник П.П. Литов тора. Уҡыу йорто өсөн крәҫтиән Ф.И. Ткаченконан Атаман урамы мөйөшөндәге бина өлөшө ҡуртымға алына. Тиҙҙән уҡытыусылар ойоштороусынан училищены һатып ала һәм Алексей Ильич Кузнецовҡа мөдирлек итеүҙе тәҡдим итә. Училищеның абруйын, шулай уҡ күп һанлы уҡыусыларҙы йәлеп итеү өсөн А.И. Кузнецов Харьков уҡыу округы алдында училищеға дәүләт уҡыу йорто хоҡуҡтарын биреүҙе юллай. Үтенес П.П. Литовтың тырышлығы арҡаһында ыңғай хәл ителә, ул ғәмәлдәге ҡағиҙәләрҙе боҙоп, үҙ белдеге менән училищеның статусын башланғыстан реаль училище итеп үҙгәртә. Шул уҡ ваҡытта уҡыусылар өсөн түләүҙәр арта һәм форма индерелә. Кузнецовҡа бөтә нәмәне тейешле нормаларға килтерергә тәҡдим ителә. Уҡыусыларға уларҙың реаль училищела түгел, ә бары тик башланғыста уҡыуҙары тураһында иғлан ителә. Һөҙөмтәлә улар китә башлай. 1914—15 уҡыу йылында училище ябыла, ҡала думаһы уны ирҙәр гимназияһы мәнфәғәттәре өсөн ҡуллана. Гимназия директоры итеп статский советник Дон Императоры Александр III кадет корпусының элекке математика уҡытыусыһы Николай Иванович Дьяков тәғәйенләнә. Гимназияла уҡыусыларға рус теле, математика, тарих, география, немец теле, тәбиғәтте өйрәнеү, Аллаһ Ҡануны һәм матур яҙыу дәрестәре уҡытыла.

1919—1920 йылдарҙа Граждандар һуғышы арҡаһында дәрестәр даими үткәрелмәй. Совет власы урынлашыу менән ҡалала бөтә гимназиялар бөтөрөлә. Ике баҫҡыстан торған берҙәм совет хеҙмәт мәктәбе индерелә. Был ваҡытта икенсе ир-аттар гимназияһы базаһында беренсе баҫҡыслы 25-се совет хеҙмәт мәктәбе асыла. Уҡытыусылар составы үҙгәрмәй. Яңы директоры булып икенсе гимназияның математика уҡытыусыһы Александр Иосифович Титаренко тора.

Беренсе баҫҡыс мәктәптәрендә уҡытыу материалдары өс йүнәлешкә бүленә: «Тәбиғәт һәм кеше», «Хеҙмәт», «Йәмғиәт». Дәрестәрҙе өлөшләтә тәжрибәләр, экскурсиялар, ижтимағи-файҙалы хеҙмәт алмаштыра. Имтихандар һәм яза ғәмәлдән сығарыла. 1920 йылдар башында мәктәп педагогия техникумының база уҡыу йорто була, ә үҙе Ҡыҙыл Октябрь урамына күсә[2].

5-се мәктәптең стенаһында Советтар Союзы Геройы А. Сорокинға арналған мемориаль таҡтаташ.

1930 йылда 25-се беренсе баҫҡыслы мәктәп 5-се ете йыллыҡ фабрика-завод мәктәбе итеп үҙгәртелә, ә өс йылдан һуң 5-се урта мәктәп итеп ҡорола. Ул ваҡытта 288 уҡыусы уҡый. Мәктәптә райондың күсмә Ҡыҙыл Байрағы була. Мәктәп коллективы яҡшы өлгәштәр менән генә түгел,шулай уҡ конкрет практик эштәр менән маҡтаулы була. Мәҫәлән, «Новочеркасск ҡалаһы мәктәптәре төҙөкләндереүҙә ҡатнаша» (1935 йылдың 23 мартындағы «Коммуна байрағы» № 69 ) мәҡәләһендә өлгөлө 5-се һанлы мәктәп үҙ өҫтөнә Декабристар урамындағы ағастарҙы тәрбиәләүҙе бурыс итеп алды. Һәр ағасҡа уҡыусылар беркетелде, уларҙы һаҡлау һәм тәрбиәләү тәьмин ителде, тип яҙыла. 1935 йылда мәктәп тарихи урынына кире ҡайтарыла. 2014 йылда мәктәп үҙенең йөҙ йыллыҡ юбилейын байрам итә. Быуат эсендә уның стеналарынан 12 мең кеше уҡып сыға[3].

Бина архитектураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бишенсе мәктәп бинаһы тәүге ҡиәфәтен юғалтҡан. Эклектика рухында башҡарылған йортҡа совет осоронда фасадтарының берҙәм стилен боҙоусы өсөнсө ҡат өҫтәп төҙөлә. Һөҙөмтәлә көмбәҙ менән мансарда ҡыйығы юҡҡа сыға. Бинаның түңәрәк мөйөшө үҫемлек орнаменты һыҙаты менән биҙәлгән[4]..

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы. № 6101085000 // Сайт «Объекты культурного наследия (памятники истории и культуры) народов Российской Федерации».
  2. Иваненко В. М. Из истории пятой школы: от гимназии до наших дней  (рус.). Новочеркасская Централизованная библиотечная система. 1 март 2017 тикшерелгән.
  3. Новочеркасская школа №5 отметила столетний юбилей  (рус.). Novocherkassk.net. 1 март 2017 тикшерелгән.
  4. По улице Атаманской  (рус.). Частная лавочка (2003-10-19). 1 март 2017 тикшерелгән.