6 сентябрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
6 сентябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
6 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 249-сы (кәбисә йылында 250-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 116 көн ҡала.
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | ||
2022 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Болгария: Берләшеү көнө.
Пакистан: Оборона көнө.
Свазиленд: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Чили: Милли берҙәмлек көнө.
Рәсәй: Эске эштәр министрлығының экстремизмға ҡаршы бүлек хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1716: Бостон ҡалаһында АҠШ-тағы беренсе маяҡ төҙөлә.
- 1852: Манчестерҙа Британияның тәүге түләүһеҙ китапханаһы асыла.
- 1936: «СССР-ҙың халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем булдырыла. Уға беренселәр булып К. С. Станиславский, В. И. Немирович-Данченко, В. И. Качалов, И. М. Москвин лайыҡ була, ә 1991 йылда СССР тарҡалыр алдынан был исем һуңғы тапҡыр бирелә, уны йырсы Алла Пугачева менән актёр Олег Янковский ала.
- 1939: Ленинградта Аркадий Райкин етәкләгән Дәүләт эстрада миниатюралары театры асыла.
- 1952: Женевала авторлыҡ хоҡуғы тураһындағы Бөтә донъя конвенцияһына ҡул ҡуйыла.
- 1991: СССР Балтик буйы республикалары Эстония, Латвия һәм Литваның бойондороҡһоҙлоғон таный.
- 1991: Ленинградҡа 1914 йылға тиклемге тарихи атамаһы Санкт-Петербург кире ҡайтарыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ирназаров Рәшит Исмәғил улы (1935), ғалим-социолог. 1970 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты, 1994 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2000—2006 йылдарҙа социология теорияһы һәм тарихы кафедраһы мөдире. Социология фәндәре докторы (1999), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Барсов Николай Николаевич (1901—1.10.1981), дәүләт хеҙмәткәре, иҡтисадсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1935—1937 һәм 1943—1961 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Дәүләт план комиссияһы хеҙмәткәре; 1938—1943 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты, бер үк ваҡытта 1938—1941 йылдарҙа Башҡортостан план-иҡтиҡтисад техникумы уҡытыусыһы.
- Минһажетдинова Мәфзифә Мәғәфүр ҡыҙы (1901—14.03.1989), әкиәтсе, нәфис һүҙ оҫтаһы. «Хуш, Уралым» йырын ижад итеүсе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Ғәлиәхмәр ауылынан.
- Некуличева Валентина Ивановна (1936), ғалим-терапевт. 1971 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1986—2013 йылдарҙа дипломдан һуң белем биреү институтының терапия һәм дөйөм табип практикаһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1985 йылдан табиптарҙың белемен камиллаштырыу факультеты деканы, 1989—1992 йылдарҙа дауалау эше буйынса проректор. Медицина фәндәре докторы (1986), профессор (1987). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1992). Сығышы менән хәҙерге Кемерово өлкәһенең Киселёвск ҡалаһынан.
- Филиппов Анатолий Тимофеевич (1936—23.06.2012), инженер-металлург. 1959 йылдан Белорет металлургия комбинатының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1971 йылдан цех начальнигы урынбаҫары, 1976 йылдан директор урынбаҫары—бүлек начальнигы, 1980—1996 йылдарҙа 150-се прокатлау цех-станы начальнигы урынбаҫары. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1987).
- Хәбиров Әнғәм Хәйбрахман улы (1936), юғары мәктәп ветераны, ғалим-әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе. 1997 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. 1966—2013 йылдарҙа Бөрө дәүләт педагогия институты һәм Бөрө социаль-педагогия академияһы (хәҙер Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы) уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1972 йылдан уҡыу-уҡытыу һәм фәнни эштәр буйынса, 1974 йылдан — уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор, 1984—1991 йылдарҙа әҙәбиәт кафедраһы мөдире. Филология фәндәре кандидаты (1972). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1977), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006). Назар Нәжми исемендәге (2008), Фәтих Кәрим исемендәге (2011) премиялар лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әхмәтйәнова Сатира Зөлҡәфил ҡыҙы (1937), Кушнаренко районы Шәрип урта мәктәбенең 1960—2001 йылдарҙағы педагогы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Ғәйнуллина Мәхмүзә Кәлим ҡыҙы (1937), ғалим-профпатолог, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Медицина фәндәре докторы (1999). Өфөләге Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институтының 1985—2002 йылдарҙағы баш табибы. 1974—1999 йылдарҙа Башҡортостан телевидениеһындағы «Һаулыҡ» тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы (1997) Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының (1999) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) атҡаҙанған табибы. Сығышы менән Нуриман районы Яңы Күл ауылынан.
- Исачкин Николай Фёдорович (1937), партия һәм дәүләт эшмәкәре, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең почётлы хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәйфуллин Абдрахман Зәйнулла улы (1908—17.04.1945), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының пулемёт ротаһы командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
- Арыҫланова Минзилә Фәсхи ҡыҙы (1948), Баймаҡ районының 1-се Этҡол ауылындағы Башҡорт республика компьютер лицей-интернатының ветеран-педагогы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән Ейәнсура районы Байыш ауылынан.
- Юрий Шатунов (1973), СССР һәм Рәсәй йырсыһы, «Ласковый май» төркөмөнөң элекке солисы. Сығышы менән Башҡортостан Республикаһының Күмертау ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шрагер Дмитрий Степанович (Давид Соломонович; 1919—7.03.2009), режиссёр. 1971—1987 йылдарҙа Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театрының баш режиссёры, 1988—1989 йылдарҙа — актёры, 1994—1995 йылдарҙа — художество етәксеһе. 1972 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1977). Сығышы менән хәҙерге Бүрәт Республикаһының Баргузин ауылынан.
- Толстоноженко Александр Леонидович (1949), педагогик хеҙмәт ветераны, 1988–2012 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 44-се мәктәбе директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм мәғариф отличнигы.
- Калегин Евгений Вениаминович (1954), спортсы, тренер. 1997 йылдан Шахмат буйынса республика балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры. Шахмат буйынса халыҡ‑ара мастер (1993). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1995). Команда зачётында классик шахмат буйынса Рәсәй чемпионы (1994) һәм Европа чемпиондары кубогының бронза призёры (1995). Р. Ғ. Нәжметдинов иҫтәлегенә халыҡ‑ара турнирҙа еңеүсе (Ҡазан, 2005). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Сөләймәнов Әнүәр Зөфәр улы (1954), журналист, яҙыусы. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2010). Бишбүләк районының Фәтих Кәрим исемендәге һәм Бәләбәй районының Динис Бүләков исемендәге премиялары лауреаты.
- Зинаида Сурбан (Семёнова Зинаида Николаевна; 1959), сыуаш телендә ижад итеүсе шағир. 2004 йылдан «Ашҡаҙар шишмәләре» халыҡ йыр һәм бейеү ансамбле етәксеһе. Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Фёдоровка районы Кирюшкин ауылында тыуған, шунда йәшәй һәм эшләй.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1475: Себастьяно Серлио, Италияның архитектура теоретигы.
- 1785: Александр Нелюбин, Рәсәй империяһы табибы, фармаколог.
- 1860: Джейн Аддамс, АҠШ социологы, философ, Нобель тыныслыҡ премияһы лауреаты (1931).
- 1863: Дмитрий Граве, СССР математигы, СССР Фәндәр Академияһының почётлы академигы.
- 1886: Александр Зражевский, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1949).
- 1900: Жюльен Грин, Франция яҙыусыһы, романдар авторы, драматург, сығышы менән АҠШ-тан.
- 1920: Сергей Стечкин, СССР һәм Рәсәй ғалимы, математик, функцияларҙы өйрәнеү буйынса фәнни мәктәп ойоштороусы.
- 1925: Геннадий Литаврин, СССР һәм Рәсәй ғалимы, тарихсы, академик.
- 1928: Евгений Светланов, дирижёр, композитор һәм пианист, СССР-ҙың халыҡ артисы (1968), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1986).
- 1950: Владимир Ерёмин, СССР һәм Рәсәй актёры, сценарист, продюсер, телетапшырыуҙар алып барыусы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1952: Шәйхетдинов Ғимай Фәсхетдин улы, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, Советтар Союзы Геройы (1944).
- 1998: Акира Куросава, Япония кинорежиссёры, сценарист һәм продюсер, СССР-ҙың Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1991).
- 1998: Фәсил Әхмәтов, композитор, Татарстан Республикаһының (1995) һәм Рәсәй Федерацияһының (1992) халыҡ артисы, Татар АССР-ының Ғабдулла Туҡай исемендәге (1975) һәм РСФСР-ҙың М. Глинка исемендәге (1988) Дәүләт премиялары лауреаты.
- 1999: Назар Нәжми, Башҡортостандың халыҡ шағиры.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]