7-се гвардия кавалерия корпусы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
7-се гвардия кавалерия корпусы
Дәүләт Flag of the Soviet Union.svg СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Суворова II степени

Бранденбург Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ Суворов ордены 7-се гвардия кавалерия корпусы (7-се гв. кк) — Бөйөк Ватан һуғышы осоронда СССР Ҡораллы көстәре составындағы кавалерия корпусы.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы — 7-се гвардия кавалерия корпусы 3-сө гвардия армияһы составында (1943 йылдың 3 февраленән), Баш командование Ставкаһы резервында 61-се, 47-се, 33-сө армиялары составында һуғыша (1943—1944).

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алдан килеүсе — 8-се кавалерия корпусы.

Командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн, шәхси составының Сталинград тирәһендәге алыштарҙа күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн 1943 йылдың 14 февралендә 7-се гвардия кавалерия корпусы, ә уның дивизиялары — 14, 15 һәм 16-сы гвардия кавалерия дивизиялары итеп үҙгәртелә[1]

ВГК Ставкаһының 1943 йылдың 27 апрелендәге 46134-се бойороғона ярашлы 4-се кавалерия корпусы 7-се гвардия кавалерия корпусы составына индерелә.

Донбасстағы алыштарҙан һуң корпус Украина һәм Белоруссияны азат итеүҙә ҡатнаша. Үҙәк фронты составындағы корпус дивизиялары 13-сө армия ғәскәрҙәренә Чернигов ҡалаһын азат итеүҙә булышлыҡ итәләр (21.9.43). Дүрт көндән кавалеристар туҡтап тормай Днепр аша сығалар һәм уның көнбайыш ярындғы Дымарка, Неданчича тирәһендә плацдармды яулап алалар.

1944 йылдың ғинуарында корпус берләшмәләре Белоруссия фронты 61-се армияһы 55-се һәм 415-се уҡсылар дивизияһы менән бергә Мозырь ҡалаһын азат итәләр.

1944 йылғы Люблин-Брест операцияһында 1а 1-се Белорус фронтының һул яғында һуғыша.

Ошо операциялағы уңышлы ғәмәлдәр өсөн 1944 йылдың 9 авгусында корпус Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

Германия территорияһында беренселәрҙән булып элекке Брагденбург провинцияһы сиктәренә аяҡ баҫа һәм почетлы Бранденбург исемен ала.

1945 йылдың апрелендә Көнсығыш Померанияла дошманды юҡ итеүҙә уңышлы ғәмәлдәр өсөн Икенсе дәрәжә Суворов ордены менән бүләкләнә.

Корпустың хәрби юлының йомғаҡлау этабы — 1-се Белоруссия фронты составында Берлин операцияһында ҡатнашыу.

Айырыуса ҡаты алыштар апрель аҙағындаБранденбург ҡалаһын яулау өсөн тоҡана, уларҙың барышында атлы гвардиясылар юғары сыҙамлылыҡ һәм ысын батырлыҡ күрһәтәләр.60-сы гвардия кавалерия полкының 30-сы эскадроны Зило-канал аша сыға һәм уның көньяҡ ярына плацдармды яулап ала. Дошман канал аша үткән күперен шартлатыуға һәм эскадронды полктың төп көстәренән айырыуға өлгәшә. Көслө артиллерия-миномёт һәм пулемёт уты аҫтында фашистар атлыларҙың хәрби сафтарын һөжүмләйҙәр. Әммә һәр саҡ өлкән сержант Черненко Власович Николай һәм рядовой Панов Александр Семенович үҙҙәренең пулемёттарынан ғәйрәтле уты менән дошманды сигенергә мәжбүр итәләр. Батыр пулемётсылар Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булалар.

Берлин төркөмөн ҡамап алыу һәм юҡ итеү буйынса алыштар барышында корпус дошманға ҙур юғалтыуҙар алып килә, концлагерҙарҙан һәм төрмәләрҙән төрлө милләтле 150 меңдән ашыу кеше азат итә. Казактар тарихын өйрәнеүсе Г. Л. Воскобойников яҙа:

«27 апрелдә 16-сы гвардия кавдивизияһы командирының урынбаҫары полковник Д. Т. Яценкоға оло бер немец мөрәжәғәт итә һәм, бынан алыҫ түгел ерҙә шартлатыуға әҙерләнгән сәйәси тотҡондар төрмәһә бар, тип әйтә. Немец төрмәгә кавдивизияның 32-се танк полкы танкистарын алып бара. Өлкән лейтенант К. К. Захаров етәкселегендәге танк, туҡтап тормай, ҡапҡаларға барып бәрелә, уның артынан — башҡа танкылар. Саперҙар төрмәне миналарҙан таҙарталар. Төрлө илдәрҙән яҡынса 3,5 мең тотҡон-антифашист азат ителә. Тотҡондар араһында һуңынан Германия Демократик Республикаһы етәкселәренең береһе, 1971 йылдан — Германия берҙәм Социалистик партияһы Үҙәк Комитетының Генераль секретары Эрих Хонеккер ҙа була, уны фашистар 1935 йылдың декабрендә үк ҡулға алған булғандар».

Берлин операцияһындағы ҡыйыу ғәмәлдәре өсөн корпус Ленин ордены менән бүләкләнә.

1942 йылдың йәйенән алып генерал Константинов етәкселегендәге 7-се гвардия кавалерия корпусы алыштар менән 6,5 мең километр һуғыш юлын үтә, ә уның дивизиялары һәм полктары 87 орден менән наградлана.

1945 йылдың 13 октябрендә СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Орг/1/600-се директиваһына ярашлы корпус 31-се гвардия механизацияланған дивизия итеп үҙгәртелә[2]

1957 йылда 25-се гвардия мотоуҡсылар дивизияһы итеп ҡабаттан ҡорола. 1965 йылда 23 һаны 25 итеп үҙгәртелә[3]

Составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1945[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

(1945 йылдың 1 майына ҡарата)

  • 14-се гвардия кавалерия дивизияһы.
  • 15-се гвардия кавалерия дивизияһы.
  • 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы.
  • Мозырь Ҡыҙыл Байраҡ Богдан Хмельницкий ордены 145-се гвардия истребителдәр-танкка ҡаршы артиллерия полкы (1943 йылдың 1 апреленән);
  • Мозырь Ҡыҙыл Байраҡ Богдан Хмельницкий ордены 1816-се үҙйөрөшлө артиллерия полкы;
  • 7-се гвардия айырым истребитель-танкыға ҡаршы дивизионы;
  • 57се айырым гвардия миномёт дивизионы;
  • Мозырь Ҡыҙыл Байраҡ Богдан Хмельницкий ордены 7-се гвардия миномёт реактив артиллерияһы полкы ы;
  • Лодзь Ҡыҙыл Байраҡ Богдан хмельницкий ордены 1733-сө зенит артиллерия полкы[4]

Корпус частары:

  • 7-се гвардия айырым элемтә дивизионы (1943 йылдың 20 мартына тиклем — 13-сө айырым элемтә дивизионы)
  • 152-се айырым автотранспорт батальоны, (1945 йылдың 5 майына тиклем 198-се айырым автотранспорт батальоны)
  • 355-се ялан авторемон базаһы, 1944 йылдың 22 майынан
  • 23-сө элемтә авиазвеноһы, 1943 йылдың 14 февраленән
  • 236-сы кер йыуыу отряды дивизияһы (1943 йылдың 20 мартына тиклем 244-сө кер йыуыу отряды)
  • 5-се ялан автоикмәкзаводы ялан, 1943 йылдың 20 мартынан алып
  • 65-се хәрби-почта станцияһы, 1943 йылдың 14 февраленән

Перечень № 4 Управлений корпусов, входивших в состав действующей армии в годы Великой Отечественной войны 1941—1945 гг. / Покровский А. П. — М.: Министерство обороны, 1956. — 151 с.

1990[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • идара итеү
  • 366-се Мозырь Ҡыҙыл Байраҡ Сувовро ордены гвардия мотоуҡсылар полкы , Степанакерт (13 Т-72, 41 БМП-2, 72 БМП-1, 5 БРМ-1К, 2 БТР-70, 12 ДА-30, 15 МТ-ЛБТ, 2 ЗСУ-23-4 «Шилка»)
  • 368-се гвардия мотоуҡсылар полкы, Шамхор (10 Т-72, 46 БТР-70, 4 БТР-60, 2 БМП-1, 2 БРМ-1К, 12 Д-30, 15 МТ-ЛБТ)
  • 370-се гвардия мотоуҡсылар полкы,, Шамхор(7-се Т-72, 2 БМП-1, 2 БРМ-1К), 2 БТР-60, 12 Д-30, 2 БТР-50ПУ)
  • 131-се танк полкы, Шамхор (31 Т-72, 25 Т-54, 6 БМП-2, 10 БМП-1, 5 БРМ-1К)
  • 1071-се артиллерия полкының дивизия, Шамхор (38 ДА-30, 14 БМ-21 «Град»)
  • 1041-се зенит ракета полкы, Нахичевань
  • 958-се айырым ракета дивизионы
  • 768-се айырым разведка батальоны, Шамхор
  • 220-се айырым элемтә батальоны, Шамхор
  • 773-сө айырым инженер-сапер батальоны
  • 622-се айырым химик һаҡланыу батальоны, Степанакерт
  • 347-се айырым ремонт-тергеҙеү батальоны
  • 1543-сө айырым матди тәьмин итеү батальоны
  • 642-се айырым медик-санитар батальоны
  • Йәмғеһе: 86 танк, 147 БМП, 54 БТР, 74 орудие, миномёт 4, 14 РСЗО[5]

Ғәмәлдәге армия составында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1943 йылдың 14 февраленән 1943 йылдың 29 апреленә тиклем
  • 1943 йылдың 10 сентябренән 1945 йылдың 9 майына тиклем

Буйһоноу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • март-май 1943 йыл — Көньяҡ-көнбайыш фронты;
  • июнь — июль 1943 йыл — Дала хәрби округы;
  • август-сентябрь 1943 йыл — Юғары Баш командование Ставкаһы Резервы;
  • октябрь 1943 йыл — 61-се армия;
  • ноябрь 1943 йыл — 65-се армия;
  • декабрь 1943 йыл — Белоруссия фронты;
  • ғинуар — февраль 1944 йыл — 61-се армия;
  • март-апрель 1944 йыл — 2-се Белоруссия фронты;
  • май 1944 йыл — 69-се армия;
  • июнь 1944 йыл — май 1945 йыл — 1-се Белоруссия фронты[6]

Командирҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Корпус командирҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1943 йылдың февраленә тиклем — Борисов Михаил Дмитриевич, ген.-майоры (1943 йылдың февралендә әсирлеккә эләгә)
  • Борисов яраланғандан һуң ҡыҫҡа ваҡыт, ҡамауҙан сыҡҡан саҡта Чаленко, полковник
  • 1943 йылдың 25 февраленән 1943 йылдың 20 мартына тиклем — Головановский Ричард Иванович, полковник
  • 1943 йылдың 21 мартынан 1943 йылдың 4 июненә тиклем — Шарабурко Яков Сергеевич, ген.-майор
  • 1943 йылдың 7 июненән 1943 йылдың 6 октябренә тиклем — Малеев Михаил Федорович, ген.-майор
  • 1943 йылдың 7 октябренән 1945 йылдың 9 майына тиклем — Константинов Михаил Петрович, ген.-майор, 1944 йылдың 26 июленән — ген.-лейтенант.

Корпус штабы начальниктары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сабуров Иван Дмитриевич, полковник (1943 йылдың февралендә һәләк була)

Строевой часть буйынса корпус командиры урынбаҫары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1943 йылдың 14 февраленән 1943 йылдың 23 февраленә тиклем — Дудко Степан Иванович, ген.-майор (1943 йылдың 23 февралендә һәләк була)

Сәйәси эштәр буйынса корпус командиры урынбаҫарҙары (1942 йылдың октябренә тиклем— Хәрби комиссар)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1943 йылдың 14 февраленән 1943 йылдың 16 июненә тиклем — Михаил Никандрович Белов, полковник
  • 1943 йылдың 4 майынан 1943 йылдың 16 июненә тиклем — Алексей Васильевич Карцев, полковник

Политотдел начальнигы (1943 йылдың июненән командирҙың сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1943 йылдың 14 февраленән 1943 йылдың 23 февраленә тиклем — Карпушенко Александр Алексеевич, полковник (1943 йылдың февралендә һәләк була)
  • 1943 йылдың 23 февраленән 1943 йылдың 16 июненә тиклем — Федор Иванович Мальцев, подполковник
  • 1943 йылдың 16 июненән 194гы йылдың 15 ғинуарына тиклем — Степаненко Владимир Андреевич, гвардия полковник

Корпус штабының авто-бронь хеҙмәте начальнигы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1943 йылдың декабренән 1945 йылдың апреленә тиклем — Кравцов Петр Иванович, полковник

Оператив бүлек начальнигы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1945 йылдың февраленә ҡарата — Рышек Михаил Петрович, гвардия полковнигы
  • 1945 йылдың майына ҡарата — Ракитин Николай Иванович, гвардия подполковнигы[7]

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Награда (исеме) Бүләкләү датаһы Ни өсөн бирелгән
Совет гвардияһы
«Гвардия»
1943 йылдың 14 феврале
1943 йылдың 14 февралендә Оборона Халыҡ комиссарының 78-се бойороғона ярашлы Сталинград тирәһендәге алыштарҙа шәхси составтың командование заданиеларын теүәл үтәгән, ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн почетлы звание бирелә;
Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Ҡыҙыл Байраҡ ордены
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 9 авгусындағы Указы
Немец илбаҫарҙары менән алыштарҙа командование заданиеларын өлгөлө үтәгән, Люблин ҡалаһын алған һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн бүләкләнә;
«Бранденбург»
1945 йылдың 5 апреле
1945 йылдың 5 апрелендә Юғары Баш командующийҙың 058-се бойороғона ярашлы Бранденбург провинцияһына бәреп ингән саҡта алыштарҙағы отличие өсөн почетлы исем бирелә;
II дәрәжә Суворов ордены
II дәрәжә Суворов ордены
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 26 апрелендәге Указы
Бельгард, Трептов, Грайфенберг, Каммин, Гюльцов, Плате ҡалаларын яулаған саҡта немец илбаҫарҙары менән алыштарҙа командованиезадагннгиеларын өлгөлө үтәгән һәм шул ваҡытта күрһәткән ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ өсөн бүләкләгән;
Ленин ордены
Ленин ордены
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 28 майындағы Указы
Берлиндың ҡамауын тамамлау, Науэн, Эльшталь, Рорбек, Марквардт, Кетцин ҡалаларын яулау буйынса немец илбаҫарҙары менән алыштарҙа командование заданиеларын өлгөлө үтәгән һәм шул ваҡытта күрһәткән ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ өсөн бүләкләнә.

Батырлыҡ күрһәткән яугирҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һуғыш йылдарында ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн бер нисә мең кавалерист-гвардеецтар ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнә, 143 кешегә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, 19 яугир Дан орденының тулы кавалеры була.

Мәғлүмәттәр «Герои Советского Союза. Краткий биографический словарь в двух томах» — М.: Воениздат, 1987; Указ Президиума Верховного Совета от 05.03.1945. (Архив Министерства обороны РФ.) китабынан алынған.

OrderofGlory.png Өс дәрәжә Дан ордены кавалерҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 14-се гвардия кавалерия дивизияһы — 13 кеше
  • 15-се гвардия кавалерия дивизияһы — 1 кеше
  • 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы — 5 кеше.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 31-се гвардия механизацияланған дивизия
  • 31-се гвардия мотоуҡсылар дивизияһы (1957 йылда булдырылған)
  • 23-сө гвардия мотоуҡсылар дивизияһы (1965 йылда булдырылған)
  • 8-се кавалерия корпусы
  • 366-сы гвардия мотоуҡсылар полкы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Приказ НКО СССР № 78 от 14 февраля 1943 г.
  2. Директива Генерального Штаба ВС СССР от 13 октября 1945 г
  3. Феськов В. И., Голиков В. И., Калашников К. А., Слугин С. А. Вооружённые Силы СССР после Второй мировой войны: от Красной Армии к Советской. Часть 1: Сухопутные войска — Томск: Издательство Томского университета, 2013. — Б. 165, 205. — 640 p. — ISBN 978-5-89503-530-6.
  4. Боевой состав Советской Армии. Часть V.Министерство обороны СССР.Историко-архивный отдел Генерального штаба — М: Военное издательство,1990
  5. Ленский А.Г., Цыбин М.М Советские сухопутные войска в последний год Союза ССР — СПб.: B&K, 2001. — Б. 194. — 294 б. — 500 экз.
  6. Сайт «Танковый фронт 1939—1945»
  7. Наградной лист Орденом Красного Знамени.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • А. А. Гречко Советская Военная Энциклопедия. Бранденбургский кавалерийский корпус — Москва: Воениздат, 1976. — Т. 1. — Б. 581—582. — 640 б. — 106 000 экз.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]