Эстәлеккә күсергә

Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)
Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө
Ғәмәлдә булған йылдары

19191920

Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Бойһонған

Хәрби - революцион комитеты

Составында

РККА

Тип

ҡоро ер ғәскәрҙәре

Численность

8 295 кеше (01.12.1919)

Ҡатнашҡан хәрби бәрелештәр

Рәсәйҙә Граждандар һуғышы

Командирҙары
Билдәле командирҙары

Х. Ф. Әлишев

-

Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө  — Рәсәйҙә Граждандар һуғышы осоронда башҡорт частарының хәрби формированиелары.

Ойошторолоуы һәм тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө РСФСР-ҙың Революцион хәрби советының рәйесе Л. Д. Троцкийҙың 1919 йылдың 7 октябрендә сыҡҡан бойороғона ярашлы Көнсығыш һәм Көньяҡ фронттарынан килгән хәрби частарҙың базаһында Петроградта ойошторола. Төркөм командующийы —Х. Ф. Әлишев, хәрби комиссары — Ә. О. Тереғолов, штаб начальнигы итеп Я. Ю. Кальметьев тәғәйенләнәләр.

Ойошторолған саҡта төркөм составына инә:

  • 3-сө Башҡорт кавалерия полкы (360 штык, 240 ҡылыс);
  • 3-сө Башҡорт уҡсылар полкының 3-се батальоны (575 штык);
  • Башҡорт айырым артиллерия дивизионы (3 батарея).

1919 йылдың октябрь аҙағында төркөм составына 3-сө Башҡорт уҡсылар полкының 2-се батальоны ҡушыла, 1919 йылдың 3 ноябрендә — шул уҡ полктың 1-се батальоны. 1919 йылдың октябрендә төркөм составына Көньяҡ фронттан башҡорт частары һәм Башҡорт АССР-нан килгән яңы частар ҡушылғандан һуң уның составы яңыртыла — төркөмдө Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы һәм Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы тулыландыра.

1919 йылдың 17 октябренән төркөм Көнбайыш фронтында 7-се армия составында һуғыша.

Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө Петроград оборонаһында һәм Гатчина, Павловск, Ямбург ҡалаларын баҫып алыуҙа ҡатнаша.

1919 йылдың 9 ноябрендә Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө частары[1] Финляндия менән Карел участкаһы сигенә ебәрелә, ә уның штабы — Петроградҡа күсерелә.

1919 йылдың 1 декабренә төркөм һаны 8 295 кеше, ә дөйөм юғалтыуҙары — 2 142 кеше (башлыса яраланғандар) тәшкил итә. Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө командующийы А. М. Ахлов була.

1919 йылдың декабрь айында Петроградта Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһы хәрби комиссариаты бойороғо буйынса Фронттарҙағы башҡорт ғәскәрҙәре эштәре буйынса вәкилдәрҙең революцион советы ойошторола. Реввоенсовет рәйесе итеп А. М. Ахлов, ә 1920 йылдың февраль айынан — Ф. Ә. Әхмәҙуллин тәғәйенләнә.

Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө Петроградта.

1920 йылдың май аҙағында Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы Латвия менән дәүләт сиктәрен һаҡлауға күсерелә, кавалерия частары 1-се Башҡорт кавалерия полкына ҡушыла. Үҙ сиратында был полк Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы составына инә.

Петроград оборонаһында күрһәткән батырлығы һәм генерал Н. Н. Юденич армияһын тар — мар иткәне өсөн 1920 йылдың 18 февралендә Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмөнә Петроград эшселәр һәм ҡыҙылармеец депутаттары Советы исеменән Ҡыҙыл Байраҡ тапшырыла. Хәҙерге көндә Почетлы Байраҡ Башҡортостан Республикаһының Милли музейында һаҡлана.

Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө начальнигы Х. Ф. Әлишев, Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы штабы начальнигы З. Х. Гәрәев, Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы комиссары Ғ. Ғ. Ибраһимов, йыйылма Башҡорт полкы яугиры Г. Төхвәтуллин һәм башҡалар наградлана.

РСФСР-ҙың Бөтә Рәсәй үҙәк башҡарма комитеты исеменән Башҡортостан АССР-ының хәрби эштәре буйынса халыҡ комиссары урынбаҫары Ә. Ғ. Ишмырҙин — исемле ҡылыс, Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы комиссары Н. Т. Таһиров — эйәр менән бүләкләнә.

Еңгә беркетелә торған билдә Башҡорт төркөмө ғәскәрҙәре шәхси составының айырмалы билдәһе була. Ул йәшел төҫтәге ромбтан ғибәрәт була. Ромбтың ситтәре алтын бау менән ҡаймаланған. Ромб уртаһында алтын еп менән сигелгән ярым ай һәм йондоҙ урын алған. Бынан тыш, еңгә беркетелгән билдәләрҙең башҡа төрҙәре лә булған: ромбһыҙ ҡыҙыл йондоҙ һәм ярым ай (гимнастеркала), ҡыҙыл ҡаймалы йәшел ромб.

  1. Тыш, 3-сө Башҡорт кавалерийского полка