Эстәлеккә күсергә

Боробудур

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
09:39, 4 октябрь 2022 өлгөһө; InternetArchiveBot (фекер алышыу | өлөш) (Rescuing 1 sources and tagging 0 as dead.) #IABot (v2.0.9.2)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)
ЮНЕСКО флагы ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 592
рус.англ.фр.

Боробудур (индон. BorobudurBorobudur) — махаян буддизм традицияларындағы ғибәҙәтхана комлексы (чанди) менән бәйләнгән Будда баҫҡыстары. Боробудур Индонезияла Ява утрауы Үҙәк Ява провинцияһында Джокьякарта ҡалаһының төньяҡ-көнбайышында, 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Боробудурҙы Матарам дәүләте Сайлендра династияһы хакимдары 750—580 йылдарҙа төҙөгән. Исеме санскрит «Вихара Будда Ур» тигәндән килеп сыҡҡан булыуы ихтимал, ул «тауҙағы Будда ғибәҙәтхәнаһы» тип тәржемә ителә. Боробудур һәм Прамбанан — Индонезияла күмәк туризм урындары.

Боробудур — дөйөм күренеш
Өҫкө ярус баҫҡыстары

Боробудур мандала формаһында төҙөлөп, ҙур баҫҡыс итеп ҡоролған. Баҫҡыстарҙың фундаменты — яҡтары 118 метр булған квадрат. Баҫҡыстар һигеҙ ҡатлы: аҫтағы бишәүһе — квадрат һәм өҫтәге өсәүһе — түңәрәк. Мандала формаһы буддизмда йыһанды күҙҙаллау схемаһын күрһәтә (Абхидхарма ҡар.) Өҫкө ҡатламда үҙәк ҙур баҫҡыс тирәләй 72 бәләкәй баҫҡыстар урынлашҡан. Һәр баҫҡыс — ҡыңғырау формаһында. Баҫҡыстар эсендә Будданың 504 статуяһы һәм 1460 дини сюжетлы барельеф бар.

Әле лә Боробудур ғибәҙәт һәм доға ҡылыу урыны булып тора. Ғибәҙәт ҡылыусылар һәр кимәлдә сәғәт йөрөшө буйынса ете тапҡыр үтәләр. Ышыныуҙарға ярашлы, һәр баҫҡыста Буддаға ҡағылыу, бәхет алып килә, тип һанала.

Ҡоролманың бөтә күләме 55 000 м³ самаһы. Баҫҡыстар 2 000 000 таш блоктарҙан ҡоролған. Әлегә тиклем ғалимдар был ғибәҙәтхананың төҙөлөү ваҡытын һәм датаһын аныҡ ҡына әйтә алмайҙар. Был ғибәҙәтхана VII—IX быуаттарҙа төҙөлгән тип фаразлайҙар.

1940 йылда голланд рәссамы Нивенкамп, Боробудурҙы лотос сәскәһендә ултырған Будда формаһында эшләнгән, һәм шул сәбәпле комплекс күлдә урынлашырға тейеш, тип фаразлай. 1949 йылда геологтар ултырмаларға юлыға, улар күлдең төбө булған, тип инерпретациялана. Күл элек тә булған йәки 1009 йылда Мерапи вулканы атылғандан һуң барлыҡҡа килгән, тигән гипотеза сығарыла. Тик шуныһы аңлашылмай: күл баҫҡыс төҙөү өсөн киптерелгәнме, йә булмаһа был тәбиғәт катастрофаһымы.

Баҫҡыстан Мерапи вулканына күренеш

Артабанғы тикшеренеүҙәр күлдең XII—XIV быуаттарҙа ла булыуын күрһәтә, был иһә ғибәҙәтхананың лотосты символлаштырыуын дәлилләй.

Тикшеренеүселәр фекеренсә, ҡоролмаларҙы ғибәҙәт ҡылыусылар өсөн ҙур китап итеп ҡарарға мөмкин. Һәр ярусты йолаға ярашлы урап үткән һайын, ғибәҙәт ҡылыусылар Будданың тормошо һәм уның тәғлимәт элементтары менән таныша.

Өс кимәл өс йәшәйеш сфераһын символлаштыра: Камадхату (нәфсе сфераһы), Рупадхату (формалар сфераһы) һәм Арупадхату (формаһыҙ сфера)[1].

Ҡоролмаларҙың тотороҡлоғоғон һаҡлап, һуңғараҡ осорҙа Камадхату кимәле ябыла. Будда Кармавибхангга ҡулъяҙмаларына ярашлы, беренсе кимәлдә 160 рельеф панелы урынлашҡан була. Улар теләк йәки хистәр донъяһын, карма ҡанундарына ярашлы хислелекте үҫтереү һәм күрһәтеү юлдарын һүрәтләй. Тәүге 117 панеле — бер үк һөҙөмтәгә алып килеүсе төрлө эштәрҙе күрһәтә, ә ҡалған 43 панеле — бер үк эффекттың төрлө һөҙөмтәгә алып килеүен күрһәтә. Комплекстың бер нисә панеле көньяҡ-көнсығыш мөйөшөндә ҡалған.

Рупадхату кимәлендә рельефтар Лалитавистара, Джатака-Авадана һәм Гандавьюханың классик әҫәрҙәрен иллюстрациялай.

  • Лалитавистара нигеҙендә 120 панель Будда Гаутаманың тормош тарихын һөйләй.
  • Ҡайһы бер панелдәр классик джатак тарихынан Будданың элекке тормошон фольклор формаһында һөйләй. Будда бер үк ваҡытта хоҙай, батша, ябай кеше, хатта хайуан — арыҫлан, болан, маймыл, аҡҡош, гөбөргәйел рәүешендә һүрәтләнә. Будда һәр бер яңы тыуыуында киң күңеллелек һәм шәфҡәтлек күрһәтә. Был тарихтар буддизм принциптарын популяр формала һөйләй.
  • Ҡайһы бер панелдәр, фәһем эҙләп сәйәхәт ҡылыусы Судхан тураһында һөйләй.

Арупадхатуға (формаһыҙ сфера) тура килгән юғары кимәл, өҫтә өс түңәрәк терраса рәүешендә күрһәтелгән. Бында рельеф та, плата ла юҡ, төҙөлөш ваҡытында баҫҡыс эсендә йәки уйымда Будданың натураль ҙурлығындағы статуялары урынлаштырыла. Уларҙың бик күптәре һаҡланмаған йәки емерелгән.

Беҙҙең заманда тарих һәм асыштар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боробудур йөҙ йылдар буйы вулкан көлө һәм джунглиҙар менән ҡаплап ята. Ни өсөн был уникаль монументтың онотолоп ҡалдырылыуы әлегә асыҡ түгел. XX быуат уртаһында, Мерапи вулкан атылыуы алып килгән бәхетһеҙлектән һуң, халыҡ үҙе йәшәгән ерҙәрен ташлап китергә һәм башҡа урын эҙләргә мәжбүр була, тип фаразлайҙар. Әммә күп кенә ғалимдар фекеренсә, 1006 йылда вулкан атыла, ә ява цивилизацияһының үҙәге 928 йылда уҡ Брантас үҙәненә күскән була. Шулай булғас, халыҡтың ни өсөн Боробудурҙы ҡалдырып китеүҙәре йомаҡ булып ҡала.

Боробудур, асыҡ баҫҡыс

XVIII быуатта өҫкө терраса өлөшләтә генә күренә. Голландия колонияһы экспедицияһы башҡа монументтар таба, әммә Боробудур тураһында телгә алынмай. Тик 1814 йылда инглиз-голланд һуғышында утрауҙы баҫып алғанда, губернатор-лейтенант Стэмфорд Раффлз момумент таба. Семарангҡа килгәс, уға бик күп һырлы таштарҙан торған ҡалҡыулыҡ табылыуы тураһында хәбәр итәләр. Голланд Корнелиус экспедиция ойоштора, ул 200 кешенән отряд йыйып, ай ярым эсендә монументты таҙарта. 1817 һәм 1822 йылдарҙа башҡалар уның эшен дауам итә. 1835 йылдан монументтың үрге өлөшөнө лә таҙартыла һәм комплексты тулыһынса күрергә мөмкин була. Рәссам Вильзен 18491853 йылдарҙа рельефтарҙы һүрәткә төшөрөү буйынса эш үткәрә. Уның эштәре Лейдендағы Антик Музейға эләгә. 1873 йылда комплекс фотоға төшөрөлә. Ул ваҡытта комплекс төҙөлөшө асыҡ күренмәй, һәм 1882 йылда мәҙәниәт инспекторы ҡомартҡыны тотошлай һүтеп, музейҙа урынлаштырырға тәҡдим итә.

Шул уҡ ваҡытта сувенир һатыусылар рельефтарҙы, скульптураларҙы, орнаменттарҙы бик күпләп урлай. 1886 йылда Сиам батшаһы, губернаторға килгән ваҡытында, үгеҙ егелгән һигеҙ ылау тултырып статуялар, орнамент элеметтары һәм берҙән-бер һаҡланып ҡалған ғибәҙәтхана һаҡсыһының һынын да алып китәләр.

19071911 йылдарҙа Теодор ван Эрп беренсе тапҡыр капиталь реставрациялау үткәрә. 1900 йылдан йәш офицер Магелландағы Боробудур Комиссияһына инә. Реставрация ҙур уңышҡа өлгәшә һәм комплекс тантаналы мөһабәт күренеш ала.

Бюджетттың сикләнгән булыу сәбәпле, тәүҙә дренажды яҡшыртыу һәм дөйөм ҡоролманы тергеҙеү буйынса эштәр алып барыла. Оҙайлы реставрацияны дауам итеү өсөн, күп кенә өҫтәмә эштәр талап ителә. Бынан тыш, Боробудур ҡалҡыулыҡта төҙөлгән, шуға һәйкәлдең тупрағы йыуҙырлыуҙан, уйылыуҙан, коррозиянан һәм джунгли үҫемлектәре зыянынан һаҡлау эштәре үткәреү кәрәк була.

Был мәсьәләне хәл итеүҙә берҙән-бер ҡарар булып, ҡоролманы бөтөнләй һүтеп, ҡалҡыулыҡты нығытыу һәм тулы реставрация үткәреү тора. Был ҙур эш 19731984 йылдарҙа ЮНЕСКО эгидоһы аҫтында башҡарыла. Реставрация проектын эшләүҙә индонезия археологы Бохари М ҡатнаша. Хәҙерге көндә Боробудур комплексы Бөтә донъя мираҫы объекттары иҫәбенә инә.

1985 йылдың 21 сенябрендә ғибәҙәтхана мосолман экстремистарының бомба шартлатыуынан еңелсә зыян күрә.

Күмәк туризмдың үҫеше ҡаршылыҡтар һәм ғауға тыуҙырыуға алып килә. Парк хужалары тәнҡитләүҙәргә дусар була.

2006 йылдың 27 майында Үҙәк Яваның көньяғында үткән ер тетрәүе Джокьякарта ҡалаһы тирә-яғында ауыр емерелеклектәргә алып килә. Ләкин эпиүҙәктән алыҫыраҡ булғанлыҡтан, Боробудур комплексы әллә ни зыян күрмәй.

  1. Tartakov, Gary Michael. Lecture notes for Asian Art and Architecture: Art & Design 382/582. Iowa State University. Draws heavily from Sherman Lee’s History of Far Eastern Art, 5th d.[1] 2015 йыл 31 ғинуар архивланған. accessed 21 May 2006