Муғалжар
Уҡыу көйләүҙәре
Муғалжар | |
Тау һырты | Урал тауҙары |
---|---|
Дәүләт | Ҡаҙағстан[1] |
Административ-территориаль берәмек | Аҡтүбә өлкәһе[d] |
Иң юғары нөктә | Боктыбай[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 657 метр |
Оҙонлоҡ | 200 km |
Киңлек | 30 km |
Муғалжар Викимилектә |
Муғалжар (ҡаҙ. Мұғалжар) — Урал тауҙарының Ҡаҙағстанға барып сыҡҡан көньяҡ армыты, Гөбөрлө тауҙарынан көньяҡта ята. Тәпәш кенә ташлы убалар теҙмәһе.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күпселектә уларҙың абсолют бейеклеге — 300—400 м. Иң юғары нөктәһе — Боҡтыбай тауы — 657 м.
Муғалжарҙан төньяҡҡа Яйыҡ ҡушылдығы Ур йылғаһы аға , көнбайышта — Эмба һәм уның ҡушылдыҡтары, көнсығышта — Ырғыҙ. Көньяҡҡа табан Оло Бурһыҡ ҡомлоҡтары уларҙы Арал диңгеҙе бассейнынан айыра.
Муғалжар убалары ярымсүл үҫемлектәре менән ҡапланған, араларынан тау тоҡомдары сығып ята. Уйһыулыҡтарында реликт ҡайын сауҡалыҡтары урынлашҡан.
Муғалжар аша Эмба — Шалҡар тимер юлы участкаһының Ҡандыағас — Арыс тармағы үтә.
Был армыттарҙа төҙөлөш ташы һәм ҡырсынташ сығарыла. .
-
Ҡайын сауҡалығы
-
Ике туған тауы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Янишевский М. Э. Отчет (предварительный) о командировке в Мугоджарские и Губерлинские горы / М. Э. Янишевский // Известия Томского Технологического Института [Известия ТТИ. — 1905. — Т. 3.]
- Нифантов А. П. Материалы к изучению фауны девонских отложений в Мугоджарских горах: с 3 табл. фототипий // Известия Томского Технологического Института [Известия ТТИ]. — 1911. — Т. 21. — № 1. — С. 1—43.
- Нахимсон, Г. М. Материалы к изучению девонских отложений Мугоджарских гор: дипломная работа: с 3 таблицами // Известия Томского Технологического Института [Известия ТТИ]. — 1911. — Т. 24. — № 4. — С. 1—37.