Эстәлеккә күсергә

Салауат (Башҡорт атлы дивизияһы гәзите)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Салауат»
Тип

Граждандар һуғышында ҡатнашҡан Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы гәзите

«Салауат» — Петроградта Башҡорт айырым кавалерия дивизияһының сәйәси бүлеге нәшер иткән гәзит. Гәзит 1919 йылдың 21 сентябренән 1920 йылдың майына тиклем көн һайын сығып торған. Башҡа хәрби баҫмаларҙан хәрби темаға әҙәби әҫәрҙәр, шиғырҙар баҫылыу менән айырылып торған.

1919 йылда Совет власы яғына сыҡҡандан һуң, башҡорт ғәскәрен Петербургты Юденич ғәскәренән һаҡлау өсөн ебәрәләр. Петербургта, Ильяс Бораганскийҙың — ҡырым татарҙарының билдәле вәкиленең типографияһында башҡорт хәрбиҙәренән хәреф йыйыусылар төркөмө ойошторола һәм башҡорт атлы дивизияһы өсөн «Салауат» гәзите сығарыла башлай. Баҫма башҡорт һәм татар яугирҙарын ойоштороуға ҙур өлөш индергән. Был типографияла 1917 йылға тиклем төрки халыҡтарының тарихы һәм мәҙәниәте буйынса төрлө китаптар нәшер ителгән була. Мәҫәлән, 1909 йылда унда билдәле ҡаҙаҡ шағиры Абай Ҡонанбаевтың беренсе китабы донъя күрә, Рәсәйҙең Көнбайышты өйрәнеүсе ғалимдарының хеҙмәттәре нәшер ителә. Тыуған еренә — Ҡырымға ҡайтыу мөмкинлеге булмағас, И. Бораганский типографияһы менән Башҡортостандың Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсенә. Был хаҡта үҙенең «Хәтирәләр»ендә Ә. В. Туған уның исемен атамай ғына телгә ала. Башҡортостанға килгәндән һуң, И. Бораганский бында нәшриәт эшен етәкләй. Барлыҡ материалдарын урындағы нәшриәткә тапшыра, нәшриәт эшен яйға һалырға ярҙамлаша. Һуңынан Өфөгә күсә һәм 72 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, нәшерлек эшмәкәрлеген дауам итә.

Гәзиттә ҙүр күләмле мәҡәләләр бер һандан икенсе һанға бүлеп бирелгән.

Гәзит Бороганскийҙың «Нур» исемле типогафияһында баҫылған.

Сығанаҡ