Суфия (мәсет)
Мәсет | |
Суфия
| |
![]() | |
Ил | Рәсәй |
Ауыл | Кантюковка |
Конфессия | Ислам |
Бина тибы | мәсет |
Проект авторы | Айвар Ғүмәр улы Саттаров |
Төҙөүсе | Һамар ҡалаһы, «Диамант» төҙөлөш компаниеһы |
Төҙөлөшө | 2000-се—25 август 2008 йылдар |
Бөгөнгө хәле | Эшләй |
![]() |
«Суфия́» мәсете, шулай уҡ халыҡ телендә Ҡантүк мәсете тип тә йөрөтөлә. Ул Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районы Ҡантүк ауылында урынлашҡан. Республикабыҙҙың иң матур мәсеттәре иҫәбенә керә[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баш архитектор Айвар Саттаровтың әйтеүенсә,[2]мәсет көнсығыш мотивтарға оҡшатып, шулай уҡ башҡорт һәм татар халыҡтарының мәҙәниәте өлгөләре буйынса эшләнгән. Ул ауыл халҡының һооауы буйынса, хәҙерге Ҡазан ҡалаһы трансгаз газпромы ООО-һы генераль директоры Рәфҡәт Кантюковтың бағымсылыҡ ярҙамы аҡсаһына төҙөлгән.][3]. Исеме, Рәфҡәт Кантюковтың әсәһе Суфия апай иҫтәлеген йөрөтә. Мәсет 2008 йылдың 22 авгусында асыла. Асылыу тантанаһында Башҡортостандың премьер -министры Раил Сарбаев, Тарастандың премьер-министры Рөстәм Миниханов, Рәсәй үҙәк мосолмандар назараты мөфтөйө Тәлғәт Тәжетдин, Башҡортостан Республикаһы мөфтөйө Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, яҡын райондарҙың имамдары, район хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты.
Үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҙурлығы буйынса үтә ҙур булмаған мәсет мәрмәр, алтын, мозаика менән биҙәлгән. Эс яғы Уралдың ике төҫтәге мәрмәре, италия мозаикаһы, чех ғәлсәр шәмдәле һәм ҡәндиле, бик матур, ҡулдан һуғылған балаҫ-келәмдәр менән биҙәлгән. Мәсет янында яһалма һыу ятҡылығы булдырылған.[4]. Тыш яҡтан Ҡойойылға ятҡылығы мәрмәре менән тышланған[5],цоколь һәм баҫҡыстары урал змеевигы (төҫлө таш) эшләнгән. Эшләнеп бөтөү менән мәсет иҫтәлекле ауылдың, райондың, хатта республиканың иҫтәлекле урынына әүерелә. Мәсетте тарихи тикшеренеүсе Миҙхәт Рәхимҡолов бына нимә ти:
|
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Эңерҙә
-
Мозаика, эске яҡ.
-
Суфия мәсете исем таҡтаһы
-
Суфия мәсете манараһы
-
Суфия мәсете ҡатын-ҡыҙ яғы
-
Суфия мәсете , мөнбәр
-
Суфия мәсете
-
Суфия мәсете ихатаһы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Открытие мечети в деревне Кантюковка 2017 йыл 11 февраль архивланған.
- ↑ Мечеть в деревне Кантюковка, Республика Башкортостан 2017 йыл 11 февраль архивланған.
- ↑ В столетнем селе Стерлитамакского района начала действовать мечеть 2017 йыл 11 февраль архивланған.
- ↑ Строится мечеть Суфии 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Мечети, облицованные коелгинским мрамором 2013 йыл 10 сентябрь архивланған.