Эстәлеккә күсергә

Туберкулёз

Был мәҡәлә яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
19:13, 22 сентябрь 2021 өлгөһө; InternetArchiveBot (фекер алышыу | өлөш) (Rescuing 3 sources and tagging 0 as dead.) #IABot (v2.0.8.1)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)
Туберкулёз
Туберкулёз менән сирленең үпкә Рентгенограммаһы
Туберкулёз менән сирленең үпкә Рентгенограммаһы
МКБ-10

A1515.-A1919.

МКБ-9

010010-018018

OMIM

607948

DiseasesDB

8515

 Туберкулёз Викимилектә

Туберкулёз (лат. tuberculum «төйөр») — кеше һәм хайуандар араһында киң таралған йоғошло ауырыу [1]. Ауырыу Mycobacterium tuberculosis (Кох таяҡсыҡтары) кеүек микробактериялар арҡаһында барлыҡҡа килә[1]. Туберкулёз беренсе сиратта үпкәне зарарлай. Башҡа орган һәм системаларға уның зыяны әҙерәк тейә. Mycobacterium tuberculosis сирле кеше һөйләшкәндә, йүткергәндә һәм сәсәгәндә тапшырыла [2]. Ауырыу йоҡҡандан һуң симптомһыҙ үтә, һәм ул йәшерен инфекцияның ундан береһе актив формаға күсә [3].

Үпкә туберкулёзы билдәләре — оҙайлы ҡаҡырыҡлы йүтәлләү, ҡайһы саҡта ҡанлы ҡаҡырыҡ, һуңғы стадияһында биҙгәк башлана, хәлһеҙлек, төндә тирләү һәм ябығыу.

Туберкулёз Рәсәйҙә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөгөнгө көндә туберкулёз менән 18-ҙән 40 йәшкә тиклем кешеләр йышыраҡ сирләй. Йыл һайын был сирҙән 3 млн млн кешенең ғүмере өҙөлә һәм 40 млн кеше иҫәпкә алына. Көнкүреш шарттары насар булған илдәрҙә был сир киң таралған. Эшһеҙлек, хәйерселек, ауыр хеҙмәт һ.б. туберкулёз таралыуҙың төп шарты булып тора.

Рәсәйҙә 1991 йылға тиклем туберкулёз менән ауырыу кәмей барҙы. Рәсәҙә планлы рәүештә балалар һәм өлкәндәр араһында махсус саралар үткәрелде. Һуңғы осорҙағы социаль һәм экономик үҙгәрештәр үпкә сиренең артыуына килтерҙе.

Хәҙерге медицина туберкулёз ауырыуын тулыһынса дауалай ала. Әммә диагнозды был сир башланған осорҙа ҡуйыу мөһим. Диагноз ни тиклем иртәрәк ҡуйылһа, был сир шул тиклем уңышлыраҡ дауалана.

Сирҙең бер кешенән икенсе кешегә йоға торған ауырыу икәнен күптән белгәндәр, ләкин уның нисек итеп йоғоуы бик оҙаҡ ваҡыт билдәле булмай.

1882 йылда немец ғалимы Роберт Кох туберкулез ауырыуын тыуҙырыусы микробтарҙы микроскоп аша күрә. Был ул заман өсөн иң ҙур асыштарҙың береһе була. Микроскоп аша күренгән таяҡсыҡ рәүешендә оҙонса микробтарҙы туберкулез таяксыҡтары тип атағандар. Микробты асҡан ғалим хөрмәтенә уларҙы Кох таяҡсыҡтары тип тә йөрөтәләр.

Сирҙе тыуҙырыусы туберкулёз микобактерияһы (МБТ)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Флуоресцент буяулы МБТ

Ауырыуҙы кислотаға бирешмәүсе Mycobacterium микобактерии тыуҙыра. Барлығы микоробактерияларҙың 74 төрө билдәле.

Дауалау өсөн төрлө дарыуҙар ҡулланыу нәтижәһендә туберкулез микобактериялары ла үҙгәрештәр кисерә. Микробтың оҙонлоғо, йыуанлығы һәм формаһы шаҡтай үҙгәргән. Ғәҙәттә, Кох таяҡсыҡтары саҡ ҡына дуғаланып, парлашып торалар, икегә бүленеп үсейҙәр.

Туберкулез микобактериялары үҙҙәренең ҡайһы бер үҙенсәлектәре менән дә башҡа микробтарҙан бик ныҡ айырыла. Мәҫәлән, улар һалҡынға сыҙам. Хатта −10 градуста ла оҙаҡ ҡына ваҡыт үлмәйҙәр. Организмдан ситтә микроб үрсемәй, ләкин оҙаҡ ваҡыт тере ҡала. Ҡараңғы һәм йеүеш (дымлы) торлаҡтарҙа ул оҙаҡ һаҡлана. Урам туҙанында ике аҙнанан артыҡ йәшәй. Ҡайнатканда һәм тура ҡояш нурҙары тәьҫирендә микроб тиҙ һәләк була. Ҡайһы бер химик эретмәләр туберкулез таяҡсыҡтарын үлтерә, шуға күрә лә 5 %лы хлорамин эретмәһе ҡаҡрыҡты зарарһыҙлау- дезинфекциялаү өсөн ҡулланыла.

Туберкулез кешеләргә генә түгел, хайуандарға ла йоға. Йорт хайуандары араһында һыйыр, сусҡа, йорт ҡуяндары, бесәйҙәр ауырый. Ат һәм эт туберкулезға бик үк бирешмәй. Ҡоштарҙан тауыҡ һәм попугайҙар туберкулезға тиҙ бирешеүсән.

Туберкулез микобактерияһы 2 типҡа бүленә: кеше һәм үгеҙ микобактерияларына. Кеше өсөн ике типтағы микроб та хәүефле. Үгеҙ тибы микробы менән зарарланған кешелә үпкә туберкулезынан тыш, лимфа биҙҙәре туберкулезы, бөйөр, енес ағзалары туберкулезы башланырға ла мөмкин. Йыш ҡына был органдарҙағы туберкулез үҙ ваҡытында беленмәй ҙә ҡала. Ауырыу кеше йәки ауырыу хайуан һейҙек һәм тиҙәк менән дә туберкулез микробтарын таратыуы мөмкин. Шуға күрә, мал-тыуар араһында туберкулез ауырыуы табылһа, унда эшләүсе кешеләрҙе тикшерәләр. Туберкулездың асык формаһы менән ауырыусы кешене көтөүсе итеп тә, мал ҡараусы итеп тә фермаға эшкә алырға ярамай.

Кеше йүткергәндә, сөскөргәндә, һөйләшкәндә микроб төкөрөк менән һауаға сыға һәм шул һауаны һулаусы сәләмәт кешенең тын юлдарына үтеп инеүе мөмкин. Микробтары, ауырыу кешенән таҙа кешегә күп осраҡта (85—95 %) тын юлдары аша йоға. Туберкулёздың асыҡ формаһы менән ауырыусы кеше микробтарҙы тирә-яҡҡа күпләп тарата. Ауырыу менән сәләмәт кеше бер-берһенән 1-2 метр йыраҡлыҡта тороп һөйләшергә тейеш. Ҡалған осраҡта микобактериялар аҙыҡ аша ла инә ала. Башҡаса ла була. Мәҫәлән, ауырыу кеше ҡаҡрығын иҙәнгә йәки ергә төкөрһә, ҡаҡрыҡ кибә, туҙан менән һауаға күтәрелеп әйбергә, диуарға, мебелгә ҡунып, ошо туҙанлы һәм микроблы һауаны сәләмәт кеше һулаһа — уның ауырыу ихтималлығы арта. Бына шуға күрә ауырыуҙың һәм уның ғаиләһенең шәхси гигиена тәртиптәрен һаҡлауы, өйөн таҙа тотоуы бик мөһим. Ғаиләлә асык формалағы туберкулез менән сирле булғанда бигерәк тә балаларҙы һаҡларға кәрәк.

Туберкулёздың хроник формалары ла байтаҡ. Уларҙың микробтары препараттар тәьҫиренә күптән эйәләшкән, дарыу тәьҫир итмәй торған формаға әйләнгән була. Шундай кешенән туберкулез йоҡторған осраҡта дауалау ҡыйынлаша, хатта был яңы сирләгән ауырыуҙы тулыһынса терелтеп тә булмай.

Өҫтәп әйтергә кәрәк, үҙ ғүмерендә үпкә сирле кеше менән осрашмай ҡалған берәү ҙә юҡтыр. Ләкин һулыш юлына туберкулёз микробтары кергән һәр бер кеше сирләмәй.

Организмдың һаҡланыу көсө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Манту пробаһы (тикшереүе)

Туберкулёз микобактерияһы менән осрашҡан һәр кеше ауырымай. Бының сәбәбе − организмдың ҡаршы тороусанлығы, йәғни иммунитеты. Ә инде теге йәки был сәбәптәр арҡаһында организм көсһөҙләнә икән, был осраҡта тын юлына эләккән туберкулёз таяҡсыҡтары үрсей башлай һәм үпкәлә ялҡынһыныу башлана. Ҡайһы бер осраҡта ул еңелсә генә уҙып, хатта ауырыған кеше уны үҙе лә һиҙмәй ҡалыуы бар. Икенсе берәүҙә был ялҡынһыныу үпкәнең күп өлөшөнә тарала. Был айырма микробтың күпме миҡтарҙа эләгүенә генә ҡарамай, ә күпселек осраҡта кешенең ниндәй шарттарҙа йәшәүенә һәм организмдың ни дәрәжәлә көслө булыуына ла бәйле. Билдәле булыуынса, туберкулёз микробы тын юлдары аша керә. Үпкәгә еткәнсе уға оҙон юл үтергә тура килә (танау, тамаҡ, боғаҙ, бронхалар). Был тын юлдары эске яҡтан лайлалы ҡатлам менән ҡапланған. Һулыш алғанда тын юлына эләккән туҙан бөртөктәре һәм төрлө микробтар ошо лайлалы ҡатламға йәбешеп ҡалалар һәм кире сығарып ташланалар. Ләкин туберкулёздан яфаланған ауырыу менән йыш һәм дауамлы аралашҡан кешеләрҙең тын юлына күпләп эләккән микробтарҙың бер өлөшө үпкәгә үк үтеп инә. Шулай булһа ла, күп кешенең организмы бирешмәй, сөнки аҡ ҡан тәнсектәре (лейкоциттар) микробты йота, эретә һәм юҡҡа сығаралар. Бындай күҙәнәктәрҙе фагоцит тип йөрөтөләр.

Туберкулёз менән көрәшкән организм өсөн нерв системаһының әһәмиәте бик ҙур. Нерв системаһы организмдың бөтә һаҡланыу механизмы менән идара итә.

Шулай итеп, туберкулез микробтарының сәләмәт кеше организмына үтеп инеүе төрлө нәтижәләргә килтерергә мөмкин. Беренсе осраҡта — туберкулез микробы таҙа кеше организмына үтеп инә, ләкин кешегә ауырыу йоҡмай, сөнки кеше организмының ҡаршы тороусанлығы инфекцияны еңә. Икенсе осраҡта — организм үтеп ингән миллионлаған туберкулёз микробтарын тиҙ генә еңә алмай, ҡайһы бер микробактериялар иҫән ҡала. Әммә был осраҡта ла улар кешелә ауырыу тыуҙырмаҫҡа мөмкин, сөнки ҡан составындағы кальций тоҙҙары был микробактерияны төрөп алып, тышса хасил итәләр һәм томалап ҡалдыралар. Өсөнсө осраҡта — тәндең сиргә ҡаршы тороусанлығы (иммунитеты) бик ныҡ кәмегән осраҡта, организмда туберкулез микробтары күпләп үрсей башлай һәм кеше сиргә бирешә. Сиргә ҡаршы тороусанлыҡ ғүмер буйына үҙгәреп тора. Эскеселек, ныҡ арыуҙар, йыш аборт яһатыу, насар һәм тәртипһеҙ туҡланыу һ.б. ҙа— туберкулёз ауырыуының килеп сығыуына уңай шарттар тыуҙырусы сәбәптәр .

Туберкулёз инфекцияһы организмда бармы-юҡмы икәнен Манту реакцияһы буйынса белеп була. Манту тигән һүҙ шул ысулды тәҡдим иткән автор исеменән алынған. Был ысулды мәктәптәрҙә, йәштәр уҡыған башҡа коллективтарҙа киң ҡулланалар. Һәм шуның нәтижәһенә ҡарап БЦЖ тип аталған прививкалар яһала. Беренсе мәртәбә БЦЖ прививкаһы бала тыуғас уҡ бала табыу йортонда яһала, һуңыраҡ, Манту реакцияһының нәтижәһенә ҡарап, яңынан ҡабатлана. БЦЖ прививкаһы профилактик сара булараҡ ҡулланыла.

Туберкулёз сиренең билдәлере

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауырыу төрлөсә башлана. Ҡайһы бер осраҡта ул һиҙҙермәй генә, әкренләп башлана. Тиҙ арыу, аппетит һәм йоҡо боҙолоу, әҙ генә йүтәл булыуы мөмкин. Башҡа ауырыуҙарҙың да шундай уҡ билдәләре булыуы сәбәпле кеше уға әллә ни иғтибар ҙа итмәй. Күп осраҡта туберкулез ауырыуы кинәт башлана: температура 38—39 градусҡа күтәрелә, хәлһеҙлек арта, йүтәл көсәйә, йүткергәңдә ҡаҡырыҡ килә башлай. Ауырыу кеше төндәрен тирләп уяна. Үпкә сиренең башланғыс осорында күп кеше грипп, үпкә ялкынһынуы кеүек ауырыуҙыр тип уйлай. Туберкулез йыш ҡына ҡан төкөрөү менән дә башлана, ләкин башҡа ауырыуҙар ҙа, мәҫәлән, яман шеш, абцесс һ.б. ваҡытында да ҡан төкөрөү күҙәтелә.

Температура күтәрелеү — сирҙең беренсе симптомы. Башҡа йоғошло ауырыуҙарҙан айырмалы булараҡ, туберкулез менән ауырыусының температураһы әллә ни юғары булмай һәм кискә табан күтәрелә. Кешелә хәлһеҙлек һиҙелә. Ул кеше, әҙ генә хәрәкәтләнһә лә, тиҙ арый. Туберкулез менән сирләгән кешенең аппетиты боҙолмаһа ла, ул әкренләп ябыға бара, ләкин баштараҡ ул үҙе һиҙмәй. Һуңға табан, ауырыуҙың башҡа билдәләре лә асыҡланғас, ауырыу кеше үҙенең шаҡтай ябығыуын аңлай. Үпкә сирле кеше тиҙ тирләй. Тирләү кеше эш эшләгәнгә йәки көн эҫе булғанға түгел, бәлки төндә йоҡлағанда, башлыса таң алдынан була. Тын ҡыҫылыу, үпкә ауырыуҙарының бар төрөнә лә хас билдә булһа ла, туберкулездың башланғыс осоронда бөтөнләй һиҙелмәй ҙә, сөнки был осорҙа үпкә үҙенең резерв мөмкинлекләрен эшкә егә. Шулай ук, күкрәк ауырытыуы ла баштараҡ бик һиҙелмәй. Һуңыраҡ арҡала, ҡалаҡ һөйәге тирәһендә сәнсеү һиҙелә. Йүтәлләү туберкулез ауырыуына хас билдә.

Туберкулёзды диагнозлау өсөн флюорография үтәләр.

Флюорография бер яҡтан ауырыуҙы башланғыс осоронда уҡ асыҡларға мөмкинлек бирһә, икенсе яҡтан уның ярҙамында башҡа төрлө ауырыуҙарҙы ла белергә була. Мәҫәлән, үпкә ялһынһынуы, үпкә рагы, киста, яман булмаған шештәр һ. б.

Туберкулез организмда анатомик һәм функциональ үҙгәрештәр килтереп сығара. Үпкә туберкулезы менән ауырыған кешенең үпкәһе генә ауырыу тип ҡарап булмай, сөнки был сир- бөтә организмдың ауырыуы. Шул сәбәпле дауалау алымдары ла күп яҡлы һәм күп төрлө. Туберкулезға ҡаршы көрәштә дарыу менән дауалау төп урында тора. Үпкә ауырыуын дауалауҙа хәҙерге ваҡытта хирургия методы ла киң ҡулланыла.

  1. 1,0 1,1 Kumar, Vinay; Abbas, Abul K.; Fausto, Nelson; & Mitchell, Richard N. Robbins Basic Pathology. — 8th. — Saunders Elsevier, 2007. — P. 516–522. — ISBN 978-1-4160-2973-1.
  2. Konstantinos, A (2010). «Testing for tuberculosis». Australian Prescriber, 33:12-18. http://www.australianprescriber.com/magazine/33/1/12/18/
  3. al.] edited by Peter G. Gibson ; section editors, Michael Abramson ... [et. Evidence-based respiratory medicine. — 1. publ.. — Oxford: Blackwell, 2005. — P. 321. — ISBN 978-0-7279-1605-1.