Эстәлеккә күсергә

Тултырыусы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
12:40, 26 июнь 2022 өлгөһө; Comp1089 (фекер алышыу | өлөш) (Поляк телендә тултырыусы: күренеште төҙәтеү)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)

Тултырыусы (объект, лат. objectum, obiectum) — һөйләм киҫәктәренең береһе.

Башҡорт телендә тултырыусылар һөйләмдең хәбәренә (йәки ҡылымдан килгән башҡа киҫәгенә) эйәреп, уның мәғәнәһен асыҡлап, тултырып килә. Улар төбәү,төшөм, сығанаҡ, урын-ваҡыт килештең һорауҙарына, шулай уҡ төрлө бәйләүестәр менән килгән һорауҙарға (кем менән? кем өсөн? кем тураһында? кем тарафынан?) һ.б. һорауҙарға яуап булалар[1].

Башҡорт телендә тултырыусы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Тултырыусы төбәү, төшөм, сығанаҡ һәм урын-ваҡыт килештәге исемдән һәм бүтән һүҙ төркөмдәренән килә ала:
    • Тауҙары — алтын-көмөшкә, һыуҙары — балыҡҡа, ҡырҙары — игенгә, урмандары һылыу ағастарға бай ул ерҙең. (Р. Ниғмәти)
    • Ҡайындың туҙын маҡта, имәндең үҙен маҡта. (Мәҡәл)
    • Астан ҡаҙан аҫтырма, яланғастан кейем бестермә. (Мәҡәл)
    • Гёте башҡорт егеттәренең думбырала, ҡумыҙҙа һәм ҡурайҙа уйнауҙарын ҡыҙыҡһынып тыңланы, төрлө нәмәләрҙе һорашты. (Я. Хамматов)
  • Тултырыусы вазифаһын менән, өсөн, башҡа, тыш, тураһында, тарафынан, булып, итеп, урынына бәйләүестәре менән килгән исемдәр йәки бүтән һүҙ төркөмдәре үтәй ала:
    • Улың менән маҡтанма, улыңдың эше менән маҡтан. (Мәҡәл)
    • Егет үҙе өсөн тыуа, иле өсөн үлә. (Мәҡәл)
    • Әсәйем менән Серафим ағай нефть тураһында, буровойҙағы мәшәҡәт хаҡында һөйләшеп ултыралар. (Ә. Бикчәнтәев)
    • Был приют ниндәйҙер бер тол бай ҡатын тарафынан һалынған. (Д. Юлтый)
    • Ауыл хужалығы мәктәбенә мөдир булып яңы кеше килде. (А. Таһиров)
    • Ҡотлобаев колхозда ике йыл ғына агроном булып эшләне лә рәйес итеп үрләтелде. (Ә. Хәким)
    • Мин һине, ҡустым, Аҡназар урынына үҙемә ярҙамсы итеп алам. (Б. Бикбай)

Тура һәм ситләтелгән тултырыусылар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тура тултырыусы эш-хәрәкәт төшкән предметты аңлата. Ул һәр ваҡыт төшөм килештә тора, ә хәбәр күсемле ҡылымдан килә. Тура тултырыусы билдәле төшөм килештә лә, билдәһеҙ төшөм килештә лә килергә мөмкин. Мәҫәлән: Мин хатты яҙам. Мин хат яҙам. Тәүге һөйләмдә бер билдәле хат тураһында һүҙ бара, ә икенсеһендә ниндәйҙер билдәһеҙ хат хаҡында әйтелә.

Билдәле төшөм килештең мотлаҡ ҡулланылыу осраҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Кешенең исемен, фамилияһын белдергән һүҙҙәр: Мин Мәскәүҙә Рәсимәне осраттым. (Рәсимә осраттым тип һөйләү дөрөҫ түгел.)
  • Тултырыусы ролен башҡарған һүҙҙең алдында был, теге, ошо, шул алмаштары йәки -ғы, -лағы ялғаулы аныҡлаусылар (мәҫ. былтырғы, кисәге, быйылғы, бөгөнгө, ауылдағы, ҡалалағы һ.б.) торһа, тултырыусы тик билдәле төшөм килештә килә ала: Мин был кешене белмәйем. Ул ҡалалағы апайымды күргән.

Бүтән тултырыусыларҙың һәммәһе лә ситләтелгән тултырыусы тип йөрөтөлә. Улар төшөм килештән башҡа бөтә килештәрҙә лә ҡулланылырға һәм төрлө бәйләүестәр менән килергә мөмкин: Йәштәрҙә ололарға ҡарата ихтирам булдырыу хаҡында нығыраҡ уйланһаҡ икән. («Башҡортостан ҡыҙы».)

Грамматик төҙөлөшөнә һәм үҙҙәре эйәргән һүҙҙәргә ниндәй саралар ярҙамында бәйләнеүҙәренә ҡарап, тултырыусыларҙы синтетик, аналитик, аналитик-синтетик төрҙәргә бүләләр. Синтетик тултырыусылар үҙҙәре эйәргән һүҙгә килеш ялғауҙары, аналитик бәйләүестәр йәки ярҙамсы исемдәр менән, аналитик-синтетик тултырыусылар иһә килеш ялғауҙары һәм бәйләүестәр ярҙамында ялғана.

Һөйләмдең үҙенсәлегенә ҡарап, тултырыусы үҙ аллы һәм буйһондороҡло булып килергә мөмкин. Әгәр тултырыусы күсемһеҙ ҡылымға ҡараһа, ул саҡта тултырыусы билдәле дәрәжәлә үҙ аллы була, әгәр ул күсемле ҡылымға бәйләнһә, тултырыусы буйһондороҡло эйәрсән киҫәк булып йөрөй.

Поляк телендә тултырыусы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Поляк телендә тултырыусыларҙың тура һәм ситләтелгән төрө бар. Төп йүнәлеште ҡайтым йүнәлешенә үҙгәрткән хәлдә, тура тултырыусы һөйләмдең эйәһенә, ә эйәһе тура тултырыусыға әйләнә.

Тура тултырыусы (пол. dopełnienie bliższe) төшөм килештә, эйәлек килештә (бигерәк тә nie киҫәксәле һөйләмдәрҙә), һирәк осраҡтарҙа przez бәйләүесле ҡорал килештә (пол. narzędnik) килә ала. Ҡалғандары ситләтелгән тултырыусы (пол. dopełnienie dalsze) булып һанала.

  • Kot pije wodę (башҡ. Бесәй һыу эсә) — төшөм килештә тура тултырыусы.
  • Pies nie pije mleka (башҡ. Эт һөт эсмәй) — эйәлек килештә тура тултырыусы.
  • Adam zjada dużo chleba (башҡ. Адам күп икмәк ашай / Адам икмәкте күп итеп ашай) — эйәлек килештә тура тултырыусы.
  • Dziecko daje mamie prezent (башҡ. Бала әсәһенә бүләк бирә) — prezent һүҙе тура тултырыусы (төшөм килештә) була, mamie иһә төбәү килештә килгән ситләтелгән тултырыусы була.
  • Marcin kieruje ciężarówką (башҡ. Мартин йөк машинаһын етәкләй) — ҡорал килештә тура тултырыусы.

Инглиз телендә тултырыусы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Традицион инглиз грамматикаһына ярашлы, телдә өс төр тултырыусы бар булыуы раҫлана: тура (ингл. direct objects), ситләтелгән (ингл. indirect objects) һәм бәйләүесле (ингл. objects of preposition):

Төр Миҫал
Тура тултырыусы She sees the dog
Ситләтелгән тултырыусы I gave the man salt
Бәйләүесле тултырыусы You fish for salmon

Ситләтелгән тултырыусыларҙың да өсөнсө төргә ҡарауы мөмкин, сөнки айырым осраҡтарҙа улар ҙа бәйләүес менән килә ала, мәҫ. ингл. I gave salt to the man).

  1. Кейекбаев, Ж. Ғ. , Сәйетбатталов, Ғ. Ғ., Ишбирҙин Э. Ф., Аҙнабаев, Ә. М., Фәритов, Х. С. Хәбибуллина Ф. Й. «Башҡорт теле»: педагогия училищелары өсөн дәреслек. — Өфө: «Китап», 1997 й. — С. 347.
  • Сәйетбатталов Ғ. Ғ. Әсә теле. Синтаксис. 7—8-се синыфтар өсөн дәреслек. — Өфө, Китап, 2001. — 16—57-се биттәр.
  • Кейекбаев, Ж. Ғ. , Сәйетбатталов, Ғ. Ғ., Ишбирҙин Э. Ф., Аҙнабаев, Ә. М., Фәритов, Х. С. Хәбибуллина Ф. Й. «Башҡорт теле»: педагогия училищелары өсөн дәреслек. — Өфө: «Китап», 1997 й. — С. 347.
  • Klemensiewicz, Z.. Zarys składni polskiej. — Warszawa: Państwowe Wydawnictwo Naukowe, 1953. — С. 27—28.
  • Nagórko, A. Zarys gramatyki polskiej. — Warszawa: Państwowe Wydawnictwo Naukowe, 2007. — С. 105.