Ғәззә секторы
Ғәззә секторы | |
ғәр. قِطَاعُ غَزَّةَ | |
Байраҡ | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 1949 |
---|---|
![]() | |
Название с огласовками | قِطَاعُ غَزَّةَ |
ХФА-лағы транскрицияһы | ˈɡɑːzə |
Кем хөрмәтенә аталған | Ғәззә |
Этнохороним | gazià[1], gaziana[1], gazians[2], gazianes[2], Gazans, Gažan[3] һәм Gažanka |
Рәсми тел | Ғәрәп теле |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Дәүләт |
![]() ![]() оккупированные Израилем территории[d] ![]() ![]() |
Административ үҙәк | Ғәззә |
Административ-территориаль берәмек | Фәләстин Дәүләте |
Сәғәт бүлкәте | UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d] |
Урын | Южный Левант[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Бесор[d] һәм Урта диңгеҙ |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Фәләстин |
Территорияға дәғүә итәләр | Фәләстин Дәүләте |
Геомәғлүмәттәр | Data:Gaza Strip.map |
Иң юғары нөктә | Абу Ауда[d] |
Хөкүмәт башлығы | Мәхмүд Аббас |
Халыҡ һаны | 2 141 643 кеше (2024)[6] |
Идари бүлектәре | Северная Газа[d], Ғәззә[d], Дейр эль-Балах[d], Хан-Юнис[d] һәм Рафах[d] |
Валюта | новый израильский шекель[d][7] |
Сиктәш | Мысыр һәм Израиль |
Шул уҡ территорияны биләй | Синай ярымутрауы һәм Негев |
Ограничение скорости | 80 километр в час |
Телгә алынған хеҙмәттәр | Газа, любовь моя[d], Gaza Strip[d], Death in Gaza[d] һәм Gaza[d] |
Майҙан | 365 км²[8] |
Тасуирлау биттәре | btselem.org/topic/gaza_s… |
Һештег | Gaza Strip |
![]() | |
![]() | |
![]() | |
![]() | |
![]() | |
![]() | |
Классификация климата Кёппена | жаркий степной климат[d][9] |
Тема иҡтисады | economy of the Gaza Strip[d] |
![]() | |
Длина береговой линии | 42 km |
Илдең телефон коды | +970 |
![]() |
Ғәззә секторы[10] (ғәр. قطاع غزّة, йәһ. רצועת עזה; рус. сектор Газа) — Урта диңгеҙ яры буйындағы биләмә, өлөшләтә танылған Фәләстин ғәрәп дәүләтенең ике өлөшөнөң береһе (Иордан йылғаһының төньяҡ яры менән берлектә). Көнсығышта һәм төньяғында Израиль менән сикләшә, ул унан контроль-үткәреү пункттары ҡуйылған ҡойма менән бүленгән. Көньяҡ-көнбайыштан сиге — Мысыр менән, унан иһә бетон диуар менән ҡоймаланған. Ғәззә секторының оҙонлоғо яҡынса 40 км, киңлеге — 6 — 12 км. Дөйөм майҙаны — яҡынса 360 км²[11]. Мәркәзе — Ғәззә ҡалаһы.
Тарихы

БМО-ның Фәләстинде ғәрәп һәм йәһүд дәүләттәренә бүлеү планына ярашлы, сектор ғәрәп дәүләтенә инергә тейеш була. БМО-ның ҡарары һәм артабан Израиль дәүләте ҡорола башлау арҡаһында 1948—1949 йылғы Ғәрәп-израиль конфликты килеп сыҡҡас, ғәрәп дәүләте төҙөлмәй ҡала, һәм 1948—1967 йылдарҙа сектор Мысыр контролендә була. 1967 йылғы Алты көнлөк һуғыш һөҙөмтәһендә 1967—2005 йылдарҙа сектор Израиль ҡулы аҫтында була.
Израиль һәм Фәләстинде азат итеү ойошмаһы араһында ҡул ҡуйылған Ослолағы 1993 йылғы килешеүҙәр ваҡытлыса[12] Ғәззә секторының һауа юлдарында, ҡайһы бер ҡоро ер сиктәренә (бер өлөшөн Мысыр контролләй) һәм территориаль һыу майҙандарына хәрби контроль тәьмин итә.
Ослолағы Килешеү нигеҙендә Иордан йылғаһының төньяҡ яры биләмәһендә һәм секторҙа Фәләстин милли хакимиәте төҙөлә (ФМХ).
2005 йылдың авгусында Сик билдәләү бер яҡлы планын ғәмәлгә ашырғанда Израиль секторҙан ғәскәрен сығара һәм үҙ тораҡ пункттарын бөтөрә.
2007 йылдың июлендә ХАМАС ислам ойошмаһы эшләгән түңкәрелештән һуң ФМХ-ның дәүләт учреждениелары һәм уның хәүефһеҙлек көстәре, артабан сектор үҙе лә тулыһынса ХАМАС идараһына күсә.
Территорияға Әш-Шура Мәжлесе идара итә, ул 15 кешенән тора.
Халҡы
Ғәззә секторы халҡының өстән ике өлөшөнән күберәге фәләстин ҡасаҡтарынан тора[13], улар Израилдән 1947—1949 йылдарҙағы Ғәрәп-израиль конфликты ваҡытында ҡасып сыҡҡандар һәм уларҙың тоҡомдары. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 2014 йылда Ғәззә секторында 1 760 037 кеше йәшәй[14], АҠШ ЦРУ-һы 2014 йылда — 1 816 379 кеше йәшәй тип хәбәр итә[11]. Халыҡ урынлашыу тығыҙлығы 4890 — 5045 кеше/км².
Биләмәләр бүленеше
- Төньяҡ Ғәззә округы 270,245 (үҙәге Джебалия)
- Ғәззә округы 496,410
- Дәйр-Әл-Бәләх округы 205,534
- Хан-Юнис округы 270,979
- Рәфәһ округы 173,371[15]
Ҡалалар
- Абасан
- Бәйт-Хәнун (ғәр. بيت حانون)
- Ғәззә (ғәр. غزة) (йәһ. עזה)
- Дәйр-әл-Бәләх (Дейр-эль-Балах, Дир-аль-Балах, Дир-эль-Балах, ғәр. دير البلح)
- Рәфәх (город)|Рафах (ғәр. رفح; шулай уҡ Рафиах, йәһ. רפיח)
- Хан-Юнис (ғәр. خان يونس)
- Джәбәлиә (ғәр. جباليا)
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1,0 1,1 https://esadir.cat/entrades/fitxa/node/gazia
- ↑ 2,0 2,1 ésAdir > gazià | gaziana
- ↑ The Holy Bible, Santa Biblia, Biblia, Bíblia Sagrada, Света Библија, Bibbia, La Bible, la Biblio, Biblija, Αγία Γραφή, Βίβλος, الكتاب المقدس (билдәһеҙ) // (untranslated) — (untranslated).
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ https://peacemaker.un.org/israelopt-cairoagreement94
- ↑ Gaza Strip (ингл.)
- ↑ https://globalfinancialdata.com/palestine
- ↑ https://www.unrwa.org/resources/reports/unrwa-situation-report-174-situation-gaza-strip-and-west-bank-including-east-jerusalem
- ↑ Ralph J., Nikischer T., Mineralogy H. I. o. Gaza Strip, Palestine // Mindat.org (ингл.): The Mineral and Locality Database — [Keswick, VA], Coulsdon, Surrey: 2000.
- ↑ Орфография: урыҫса сектор Газа
- ↑ 11,0 11,1 CIA — The World Factbook 2014 йыл 8 июнь архивланған.
- ↑ Declaration of Principles On Interim Self-Government Arrangements
- ↑ Palestinian Refugees: An Overview
- ↑ State of Palestine, Population Palestinian Central Bureau of Statistics
- ↑ Governorates of Palestine
Һылтанмалар
- Официальный сайт управления сектора Газа (ғәр.)
- Сектор Газа: история оккупаций палестинской территории. Справка
- Военные приготовления ХАМАСа в секторе Газа (обновлено в апреле 2008 года)(недоступная ссылка)
- Экономика сектора Газа. Источники финансирования (инг.)
- Карты сектора Газа и Западного берега
- Карты сектора Газа и Западного берега(недоступная ссылка)
- The Myth of the Siege of Gaza, Jonathan D. Halevi, No. 577 May-June 2010 2010 йыл 13 июнь архивланған.
- Al-Qaeda in Gaza: Isolating «the Base»
- Pnina Sharvit-Baruch «Is the Gaza Strip Occupied by Israel?»
- Le Figaro: как ХАМАС завел Газу в исламский тупик . перевод. cursorinfo.co.il (22 ноябрь 2012). Дата обращения: 24 ноябрь 2012. Архивировано 25 ноябрь 2012 года. 2014 йыл 15 июль архивланған.