Эстәлеккә күсергә

AY YOLA

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
AY YOLA
Йылдар

2024 — хәҙерге

Ҡала

Өфө

Ҡайҙан

Башҡортостан Башҡортостан

Йырҙар теле

башҡорт теле

Состав

Адель Шәйхетдинова
Руслан Шәйхетдинов
Ринат Рамазанов

Башҡа
проекттар

Musume проекты
«Арғымаҡ» төркөмө

AY YOLAбашҡорт музыкаль триоһы, этно-электроника һәм синтвейв стилендә традицион башҡорт мотивтарын һәм ҡоралдарын ҡулланып музыка башҡара. Төркөм 2025 йыл башында «Һомай» йырының вируслы популярлығы арҡаһында киң танылыу яулай[1][2][3].

Төркөмдөң атамаһы латиница менән яҙылған ике башҡорт һүҙенән тора: «AY» (башҡ. Ай) һәм «YOLA» (башҡ. Йола). «Ай» һүҙенең бер нисә мәғәнәһе бар, шул иҫәптән мифологик мәғәнәһе — «Юғары көс, Аллаһ, Тәңре»[4]. «Йола» һүҙе «ғәҙәт, йола, традиция»[5] тип тәржемә ителә. Төркөм ағзаһы Ринат Рамазанов әйтеүенсә, «AY YOLA» «ғаләм ҡанундарын», «донъя ҡоролошо ҡағиҙәләре йыйылмаһын» — «үлтермә, урлама, ололарҙы хөрмәт ит, кеселәрҙе яҡла» кеүек мәңгелек ҡиммәттәрҙе символлаштыра[1].

AY YOLA проекты ысынында ике башҡа коллектив ағзаларының берләшмәһе булып тора. Руслан һәм Адель Шәйхетдиновтар күп йылдар дауамында Musume проекты сиктәрендә бергә ижад итәләр. Ринат Рамазанов «Арғымаҡ» төркөмөнөң лидеры булараҡ билдәле.

AY YOLA-ны булдырыуға этәргес булып Руслан Шәйхетдиновтың үҙенең 50 йәшлек юбилейына һәм Өфөнөң 450 йыллығына 2024 йылда «Өфөм минең» («Моя Уфа») гимнын яҙҙырырға ҡарар итеүе тора. Гимндың ҡурай моңонһыҙ була алмауын аңлап, ул Ринат Рамазановҡа мөрәжәғәт итә. Композицияға иҫке Өфө гимнының башҡорт телендәге өлөшө индерелә. Был йыр «Вся Уфа» телекомпанияһының конкурсында еңеү яулай һәм. Уңышлы хеҙмәттәшлек заманса электрон яңғырашты, этник музыканы һәм «Урал батыр» башҡорт эпосын берләштергән яңы уртаҡ проект булдырыу ҡарарына килтерә. Проект үҙе тураһында 2025 йыл башында белдерә.

Музыкаль стиле һәм тематикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

AY YOLA музыкаһы заманса электрон музыканың (шул иҫәптән синтвейв һәм трэп-ритмдар) традицион башҡорт музыкаһы элементтары менән синтезын кәүҙәләндерә. Милли ҡоралдар: ҡурай, ҡыл-ҡумыҙ, думбыра әүҙем ҡулланыла.

Төркөм ижадының төп темаһы — «Урал батыр» башҡорт эпосы. Йырҙар башҡорт һүҙ сәнғәтенең был ҡомартҡыһы геройҙары һәм сюжеттары тураһында бәйән итә, уларҙы заманса музыкаль контекста яңынан аңлата. Композициялар Урал батыр, Һомай (Самрау һәм Ҡояш), ҡанатлы ат Аҡбуҙат һәм башҡа мифологик образдар кеүек персонаждарға арналған. Музыка аша төркөм эпоста һалынған мәңгелек ҡиммәттәрҙе һәм мәҙәни кодты еткерергә ынтыла.

Популярлығы һәм танылыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төркөм 2025 йыл башында тиҙ арала популярлыҡ яулай. 2025 йылдың 21 февралендә сыҡҡан тәүге «Batyr» (Батыр) синглы тыңлаусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уята. Әммә ысын уңыш 2025 йылдың 14 мартында икенсе «Homay» (Һомай) синглы сыҡҡас килә.

«Һомай» йыры социаль селтәрҙәрҙә, бигерәк тә ҡыҫҡа видеолар (Reels) форматында вируслы булып китә, миллионлаған ҡарау йыя. Композиция Рәсәйҙә генә түгел, башҡа төрки телле илдәрҙә лә: Ҡаҙағстанда, Үзбәкстанда, Әзербайжанда, Ҡырғыҙстанда, Төркиәлә ҙур яңғыраш таба. Йыр Европа тыңлаусыларының да иғтибарын йәлеп итте[7]. Ул Рәсәйҙең топ-10 трегына инә һәм күрше илдәрҙең чарттарында юғары урындар биләй. Йыр шулай уҡ Shazam донъя чартына эләгә, 4-се юлды биләй (2025 йылдың апрель башы мәғлүмәттәре буйынса)[8][9]. «Һомай»ҙың уңышын «Аигел» төркөмөнөң «Пыяла» йыры популярлығы менән сағыштыралар.

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Лейла Аралбаева. Башкирский альбом на основе эпоса «Урал-батыр» выходит на российском лейбле. ИА «Башинформ» (16 февраль 2025). Дата обращения: 28 март 2025.
  2. «Һомай» йыры төрлө илдәрҙә популярлыҡ яулай.
  3. 3,0 3,1 3,2 Анна Красюк. Новая «Пыяла»? Как все сошли с ума по песне башкирской фолк-группы Ay Yola. Афиша Daily (26 март 2025). Дата обращения: 28 март 2025.
  4. Башҡорт теленең академик һүҙлеге: 10 томда. Т. I: (А хәрефе) (баш.) / Ф.Ғ. Хисамитдинова редакцияһында. — Өфө: Китап, 2011. — С. 170. — 432 с. — ISBN 978-5-295-05389-4.
  5. Башкорт теленен, академик һүҙлеге: 10 томда. Т. IV: (Й—К хәрефтәре) (баш.) / Ф. Ғ. Хисаметдинова редакцияһында. — Өфө, 2012. — С. 71. — 944 с. — ISBN 978-5-295-05608-6.
  6. Лейла Аралбаева. Фронтмен «Аргымака» Ринат Рамазанов предстал перед юными зрителями в новом образе. ИА «Башинформ» (21 апрель 2022). Дата обращения: 28 март 2025.
  7. Алсу Муллахметова. Руслан Север: Мы называем Адель «Наша Хумай». Молодёжная газета Республики Башкортостан (26 март 2025). Дата обращения: 28 март 2025.
  8. Песня башкирской группы опередила в мировом чарте Shazam хит Леди Гаги. 1 апрель 2025 тикшерелгән.
  9. Башҡортса йыр донъя киңлегендә танылыу яулай.