Ананас

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ananas битенән йүнәлтелде)
Ананас
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Ananas comosus (L.) Merr., 1917


Викитөркөмдә
Систематика

рәсем эҙләү
рәсемдәр
GRIN  3074
Ананас (туралған)

Бүрекле Ананас[2][3] йәки ысын Ананас[4] йәки ҙур өлтөклө Ананас [5] (лат. Ananas comosus) — күп йыллыҡ үҫемлек, Бромелия (Bromeliaceae) ғаиләһенән Ананас (Ananas) төрө.

Ысын ананастың күп төрлө сорттары Көньяҡ Америкала ғына түгел, ер шарының бөтә тропик илдәре буйынса киң таралған.

Синонимдар:

  • Bromelia ananas L.
  • Bromelia comosa L.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көньяҡ Америка ананастарын тәүге тапҡыр тасуирлаусы «Перу хроникаһы» китабының беренсе өлөшө (1553)

Уның беренсе тасуирламаһы 1553 йылда Сьеса де Леондың «Перу хроникаһы» китабында телгә алына[6].

Морфологик тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

60 см тиклем бейеклектәге тропик күп йыллыҡ үҫемлек, ситтәре тешле оҙонса, тар, шул уҡ ваҡытта тупаҫ һәм һутлы (суккулент) япраҡтар менән[7].

Сәскәләре сәскә һабағында өҫтә, ишелмә буйлап сәскәлек барлыҡҡа килтерерлек итеп ҡуйы урынлашҡан. Сәскәләре ике енесле, зигоморфлы, сәскә эргәлегендә өс япраҡ, бер емешлек һәм алты һеркәлек менән. Бөтә сәскәләре лә үҙ-ара берегеп үҫкән, сәскә эргәлеге һәм ҡаплама япрағының өҫкө япраҡтары ғына ирекле ҡала. Жгут рәүешендә һеркәлектәре ишелмә буйлап өйөмдө уратып ала. Емшәне өс емеш япрағынан тора, өс оялы, орлоҡ бөрөләре менән плацентаһы емешлек япрағы ҡушылып үҫкән урын буйлап бүлкәттәрҙә урынлашҡан[7].

Ананас емеш сифатында ҡулланылған ваҡытта ҙур (2 кг тиклем) ылыҫлы ағас тубырсығына оҡшаш була, алтынһыу-көрән төҫтәге ҡуш емеш, өҫкө ҡыҫҡа япраҡтары шәлкеме менән, улар пролиферация — ҡуш емеш аша сәскә һабаҡтарында үҫеү һөҙөмтәһендә ҙурая. Ҡуш емеш бер-береһенә ҡушылып үҫкән һутлы һәм йомшаҡ емештәрҙең ҡабырғаларға китеүсе ярайһы уҡ һутлы, ләкин ҡаты үҙәктән тора. Айырым емеш көбө емешлек япрағынан һәм сәскәлек эргәлегенең япраҡтарынан, сәскә төбөнән һәм ҡаплама япрағынан барлыҡҡа килә, ҡайһы берҙә 3 ояның береһе үҫешеп етмәй[8].

Ананастың культуралы сорттары орлоҡтары үҫешмәй. Өлгөрөп еткән емештең ояларында ваҡ орлоҡ бөрөләрен күрергә мөмкин, улар оя ситтәре фонында аҡ төҫтә айырылып тора. Ҡуш емештең бөтә өлөштәре шәлкемдәр менән теҙелгән. Үҙәк өлөшөндә улар башлыса вертикаль буйлап бара, үҙәктән шәлкемдәр ҡыя йүнәлештә емешкә бара[7].

Ананастың өлгөрөп етмәгән ҡуш емеше әсе үҙенсәлеккә эйә, иренде яндыра, ашҡаҙандың көбөн ярһыта, эсәктәргә көслө эс йомшартыусы булараҡ тәьҫир итә. Өлгөргән емеше әсе үҙенсәлектәрен юғалта[8].

Химик составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ананастың йомшағы 86 процент һыуҙан тора, унда ярайһы уҡ ябай шәкәр күп (12-15 мг %), нигеҙҙә, ул сахароза, органик кислоталар (0,7 мг %) — башлыса лимон кислотаһы, һәм 50 мг % тиклем аскорбин кислотаһы. Бынан тыш ананаста В1, В2, В6, РР витаминдары, А провитамины бар.

Емештәренең йомшағы минераль матдәләргә — калий (320 мг %), тимер, баҡыр, цинк, кальций, магний, марганец, йодҡа бай[9].

Ананастың ҡуш емешендә углеводтар, А, В һәм С витаминдары һәм микроэлементтарҙан тыш тағы бромелаин — юғары әүҙемлектәге протеолитик ферменттар комплексы (йәғни аҡһымдарға тарҡатыусы) бар. Бромелаин арҡаһында организм аҡһымлы матдәләрҙе яҡшы үҙләштерә. Ананасты үтә күп ҡулланыу ауыҙҙың лайлалы тышсаһына зыян килтерә[10]. Ананаста С 40 мг% витамины бар (япраҡтарында 120 мг% тиклем).

Ҡулланыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ананастың ҡуш емеше — ҡиммәтле туҡланыу ашамлығы. Сей йәки консерваланған килеш ҡулланыла, кондитер сәнәғәтендә киң ҡулланыла (кәнфиттәр, джем, ҡайнатма). Биологик актив матдәләр комплексы ярҙамында ананас файҙалы сифаттарға эйә: аш эшкәртеүҙе көйләй, эсәктәргә санация яһай, ҡандың үҙлелеген кәметә. Шуның менән бергә ананас киҫкен ашамлыҡ икәнлеген оноторға ярамай, ул ашҡаҙан ауырыуҙары ваҡытында тәҡдим ителмәй. Ананастарҙа елһенеүгә ҡаршы көслө сара — бромелаин ферменты күп[11].

Япраҡтарында ныҡлы сүстәр күп, шуға күрә ананасты еп иләү культураһы итеп тә ҡулланалар[10].

Ҡуш емешен ҡулланыу[12]:

  • Аш һеңдереүҙең боҙолоуы осраҡтары: ашҡаҙан һутының ферментатив әүҙемлеген арттырыу өсөн ашау ваҡытында бер стакан ананас һутын эсеү йәки бер киҫәк яңы емешен ашарға тәҡдим ителә. Был айырыуса мул ризыҡ ашағанда, аҙыҡта майҙы, итте ҡулланғанда файҙалы. Бер стакан ананас һуты авиаосош йәки һыуҙа сәйәхәт иткәндә күңел болғаныуы менән көрәшергә ярҙам итә.
  • Артыҡ ауырлыҡ булғанда (ананас аҙ калориялы ашамлыҡ, 100 г емештә 48 ккал.). Калий тоҙҙарының юғары булыуы артыҡ шыйыҡсаларҙан ҡотолорға ярҙам итә, был ябығыуға булышлыҡ итә. Ананастан десерт май эшкәртеүҙе көсәйтә һәм организмда матдәләр алмашыныуын яҡшырта.
  • Тромбоз һәм шешенеү осраҡтарында
  • Сөйәлдәрҙе бөтөрә.
  • Биттең майлы тиреһенә косметик битлек булараҡ ҡулланыла[9].
  • Ананас йомшағында кеше организмы өсөн кәрәкле булған файҙалы матдәләр кү. Былар А, В, Е. РР, С. К витаминдары. Шулай уҡ ананас магний, калий, тимер, натрий, фосфор, баҡыр, цинк, селен, марганец, бор, йод, кальций һәм башҡа минералдарға бай.
  • Ананас иммунитетты күтәрә, артериаль баҫымды һәм ауырлыҡты кәметергә булышлыҡ итә.

Культивация[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ананас етештереү, 2018 йыл
Ил Продукция
млн. т.
Коста-Рика Коста-Рика
3,4
Филиппин Филиппин
2,7
Бразилия Бразилия
2,6
Таиланд Таиланд
2,1
Индонезия Индонезия
1,8
Һиндостан Һиндостан
1,7
Донъяла
27,9
Сығанағы: FAOSTAT of the United Nations

Культураны үҫтереү күп тропик илдәрҙә киң таралған. Емештең культуралы сорттары хуш еҫле, тәме әскелтем-татлы, 2 кг алып 16 кг ауырлыҡҡа тиклем була, орлоҡтары юҡ. Ысын ананастың йомшағы (аҡ йәки һарғылт) 86,1 процент һыу, 4,5 процент шәкәр, 6,9 процент сахароза, 0,41 процент азотлы матдәләр, 0,52 процент кислота, 0,42 процент көлдән тора[4].

Ананастарҙың бөтә ашамлыҡ һәм десерт төрҙәре ҙур өлтөклө Ананас сортына ҡарай. Тыуған яғы үҙәк Бразилияның ҡоро яҫы таулығы, унан ананас культураһы бөтә донъя буйлап таралған. 1519 йылда Магеллан йөҙөүе ҡатнашыусыларының береһе ананасты «ерҙә табырға булған иң тәмле емеш» тип тасуирлай. Бер аҙҙан Американы асҡандан һуң португалдар ананас культураһын Африкаға һәм Һиндостанға алып килә. Европаға ананасты яҡынса 1650 йылда тәүге тапҡыр килтерәләр. Европала уны оранжереяларҙа үҫтерәләр (хатта Санкт-Петербургтың тирә-яғында һәм Соловецкий утрауҙарында). XIX быуат уртаһында ананасты тропик плантацияларҙан туранан-тура пароходтарҙа алып киләләр һәм ананастың оранжерея культураһы бөтөрөлә[10].

XXI быуат башында ананастың иң ҙур плантациялары Гавай утрауҙарында туплана (донъя етештереүенең 30 %-ы). Шулай уҡ донъя кимәлендә ананас үҫтереү буйынса лидерҙар Таиланд, Филиппин, Бразилия, Коста-Рика.

Филиппин һәм Тайвандә ананас шулай уҡ япраҡтарынан сүс алыу өсөн үҫтерелә.

ФАО мәғлүмәттәре буйынса, 2016 йылда донъяның бөтә ананасының өстән бер өлөшө өс илдә  — Коста-Рика, Бразилия һәм Филиппинда үҫтерелә[13].

Агротехника

Сәскә атһын өсөн һыу менән кальций карбиды ҡатнашмаһынан алынған ацетилен киң ҡулланыла. Был ҡатышманы ҙур булмаған миҡдарҙа өҫкө япраҡтары ҡуйынына һибәләр. Ацетилен сәскә атыуға стимулятор булараҡ тәьҫир итә, һөҙөмтәлә ананасты йыл әйләнәһенә алырға мөмкин була. Ананас — мул ашлама индереүҙе һәм ҡул менән йыйып алыуҙы талап иткән культура. Һуңғыһы плантация хеҙмәткәрҙәренән төрлө хәүефһеҙлек сараларын ҡабул итеүҙе талап итә, сөнки ананас ныҡ сәнскеле үҫемлек[10].

Ананасты үрсетеү өсөн ҡуйын бөрөләренән барлыҡҡа килгән үрентеләрҙе файҙаланалар. Емештең «өлтөгөн» киҫергә һәм тамырландырырға мөмкин, сөнки үҫеш нөктһе һаҡлана[10].

Ананас геральдикала һәм сәнғәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ананас емеше Ямайка, Антигуа һәм Барбуданың гербтарында төшөрөлгән. 1915 йылда Петроградта шағир Игорь Северянин үҙенең билдәле «Ананасы в шампанском» шиғырын яҙа, ул былай тип башлана[14]:

Ананасы в шампанском! Ананасы в шампанском!
Удивительно вкусно, искристо и остро!

1917 йылда шағир Владимир Маяковский киң танылған һәм цитата итеп килтерелгән рифмовкаһын яҙа:

Ешь ананасы, рябчиков жуй,
День твой последний приходит, буржуй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Об условности отнесения описываемой в данной статье группы растений к классу однодольных см. раздел «Системы APG» статьи «Однодольные».
  2. Ананас / Д. Д. Бриндаров // А — Анкетирование. — М. : Большая российская энциклопедия, 2005. — С. 667. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 1). — ISBN 5-85270-329-X.
  3. Сааков С. Г. Род Ананас // Оранжерейные и комнатные растения и уход за ними. — Л.: Наука, 1985. — С. 262.
  4. 4,0 4,1 Ананас // А — Ангоб. — М. : Советская энциклопедия, 1969. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 1).
  5. Ананас // Новая российская энциклопедия. — М.: Энциклопедия, 2005. — Т. 2. — С. 384. — ISBN 5-94802-009-6.
  6. Сьеса де Леон, Педро. Хроника Перу. Часть Первая. — Киев, 2008 (пер. А. Скромницкий). Архивировано 9 июль 2012 года.
  7. 7,0 7,1 7,2 Ананас. hij.ru. Дата обращения: 11 ноябрь 2021.
  8. 8,0 8,1 Ананас. edaplus.info. Дата обращения: 11 ноябрь 2021.
  9. 9,0 9,1 По данным сайта KULINA. www.kulina.ru. Дата обращения: 11 ноябрь 2021.
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 Шипунов А. Б. Ананас // Биология: Школьная энциклопедия / Белякова Г. и др. — М.: БРЭ, 2004. — 990 с. — ISBN 5-85270-213-7.
  11. Диетологи назвали главные полезные свойства ананаса. rg.ru. Дата обращения: 11 ноябрь 2021.
  12. Ананас настоящий (Ananas comosus). lektrava.ru. Дата обращения: 11 ноябрь 2021.
  13. Производство ананасов по странам, отсортированный список стран по количеству произведённой продукции в 2016 году. Продовольственная и сельскохозяйственная организация ООН (2018). Дата обращения: 6 декабрь 2018.
  14. Игорь Северянин «Увертюра». www.stihi-rus.ru. Дата обращения: 11 ноябрь 2021.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]