Auticon

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Auticon — ИТ-консалтинг хеҙмәттәре күрһәтеүсе немец фирмаһы, аутистик сирҙәре булған кешеләрҙе эшкә алыуы менән билдәле. Үҙен социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһенә индерә. Фирманың хеҙмәттәре сифатты тәьмин итеүҙән, кодтың статик анализынан, ҙур күләмле мәғлүмәттәр һәм ҡатмарлы мәғлүмәт системалары менән эштән ғибәрәт[1].

Компанияла 70 кеше эшләй, уларҙың өстән ике өлөшөндә аутистик тайпылыштар бар[2]. Компанияның төп офисы Берлинда урынлашҡан, Мюнхен, Дюссельдорф, Франкфурт, Штутгарт һәм Гамбург кеүек ҙур немец ҡалаларында ла вәкиллектәре бар[3]. Auticon 2011 йылда Ananda Social венчур фонды ярҙамы менән ойошторола, фонд әле лә иң ҙур акционеры булып ҡала[3]. Компания асыу идеяһын Дирк Мюллер-Ремус бирә, уның улы ла аутист була[3]. Ул ИТ-консалтинг өлкәһендә аутизмлы кешеләрҙе файҙаланған Passwerk тигән Бельгия компанияһы тәжрибәһен үрнәк итеп ала. Auticon өлгәшкән уңыш был үрнәктең башҡа илдәрҙә лә таралыуына этәргес бирә[4][5]. 2013 йылда Auticon ҡулланған эш моделе G8 Social Impact Investment Forum’да күрһәтелә[3].

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • New Work Award: 2015
  • IQ Award: 2013

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Services (ингл.). Auticon. Дата обращения: 28 апрель 2015.
  2. FAQ (ингл.). Auticon. Дата обращения: 28 апрель 2015.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 An Overview (ингл.). Auticon. Дата обращения: 28 апрель 2015.
  4. Hal Hodson. Rise of the autistic workforce (ингл.). New Scientist (23 май 2013). Дата обращения: 28 апрель 2015.
  5. Laura Lucchini. La genialidad que firmas alemanas buscan en una forma de autismo (исп.). lanacion (6 июль 2013). Дата обращения: 28 апрель 2015. 2015 йыл 8 ғинуар архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]