Global Impact Investing Network

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Global Impact Investing Network
Тип

501(c)3

Барлыҡҡа килеү йылы

2009

Урынлашҡан урыны

Нью-Йорк, АҠШ

Әйҙәүсе шәхестәр

Амит Бури (ингл. Amit Bouri)

Эшмәкәрлек сфераһы

йоғонто яһаусы инвестициялары

Ағзалар һаны

200 артығыраҡ (ойошмалар)[1]

Веб-сайт

http://www.thegiin.org/

Global Impact Investing Network (GIIN; ингл. «йоғонто яһаусы инвестицияларҙың глобаль селтәре») — Американың коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы[2], йоғонто яһаусы инвестициялар баҙарының төп ҡатнашсыларын берләштерә[1][3][4][5].

Ойошма ағзалары өсөн методологик нигеҙ һәм стандарттар, берлектәге стратегиялар эшләү, эшмәкәрлекте координациялау һәм киңәйтеү, йоғонтололоҡ ҡеүәһен арттырыу һәм ағзаларҙың транзакциялау сығымдарын кәметеү маҡсатында ойошторолған[1][3][4][5].

Ойошторолоуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Социаль инвесторҙарҙың эшмәкәрлеген көйләүсе селтәр ойоштороу Рокфеллер фонды тарафынан уйлап табыла һәм ул 2007 йылдың октябрендә баҙарҙағы хәлдәр тураһында фекер алышыу өсөн социаль инвесторҙарҙың ҙур булмаған төркөмөн йыйып ала. Рокфеллер фондынан тыш, JPMorgan Chase һәм АҠШ-тың Халыҡ-ара үҫеш агентствоһы ла берләшеү өсөн сығыш яһай[1][3][6][7]. Шул саҡта уҡ «йоғонто яһаусы инвестиция» терминына билдәләмә бирелә, шулай уҡ баҙарҙарҙың проблемалары ҡарала, уларҙы хәл итеүгә артабан социаль инвестициялар йүнәлтелә. 2007 йыл, ул мәлгә бер ниндәй ҙә яңы юридик берәмек асылмаһа ла, ойошма-партнёрлыҡ барлыҡҡа килеү йылы булып иҫәпләнә[5][7].

Бер йылдан, 2008 йылдың июнендә, Рокфеллер фонды эгидаһы аҫтында инвесторҙарҙың был йүнәлешенә ҡыҙыҡһыныу күрһәтеүселәрҙән торған тағы ла ҙурыраҡ төркөм йыйыла[3][7]. Осрашыуҙа тармаҡта стандарттар, социаль эшҡыуарлыҡтың һөҙөмтәлелеген баһалау методологияһы, көстө берләштергәндә тағы ла күберәк социаль мәсьәләне хәл итеү мөмкинлектәре мәсьәләләре тикшерелә[3][7]

2009 йылда, ҡаралған бөтә тәҡдимдәргә нигеҙләнеп, Global Impact Investing Network ойошторола, уның менән таныштырыу Клинтондың Глобаль инициативаһы осрашыуында үткәрелә.

Ойошманы ойоштороусылар араһында баҙарҙың билдәле ҡатнашыусылар була[1][4]. Улар араһында, мәҫәлән, Oxfam һәм Shell Foundation, Royal Bank of Canada, Endeavor, Бөйөк Британияның халыҡ-ара үҫеш министрлығы, Нидерландтарҙың сит ил эштәре министрлығы һ.б. бар[1][8].

Һуңғарыраҡ уларға Big Society Capital, BNP Paribas, Credit Suisse, Deutsche Bank, JPMorgan Chase, Morgan Stanley, National Australia Bank, Standard Chartered Bank, UBS, Халыҡ-ара финанс корпорацияһы, Омидьяр селтәре, Билл менән Мелинда Гейтстар фонды, Рокфеллер фонды, Сколл фонды, Accion, Acumen, Gray Ghost Ventures, Oikocredit, Root Capital, Triodos, АҠШ Халыҡ-ара үҫеш агентствоһы һ.б. ҡушыла[1][8].

Лютер Рагин (кесе; ингл. Luther Ragin Jr.) ойошманың беренсе башҡарма директоры була[9]. 2015 йылға Global Impact Investing Network'тың баш башҡарма директоры — Амит Бури (ингл. Amit Bouri), быға тиклем ул стратегия директоры булған[10].

Global Impact Investing Network'тың штаб-фатирыАҠШ-та Нью-Йорк ҡалаһында урынлашҡан[5].

Ойошма эшмәкәрлеге нигеҙҙә Рокфеллер фонды тарафынан финанслана, ләкин ҡайһы берҙә башҡа ағзаларҙан да, мәҫәлән, Омидьяр селтәренән һәм USAIN’дан ярҙам килә[7].

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Global Impact Investing Network эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре[1][4][5]:

  • Йоғонто яһаусы инвестицияларҙы пропагандалау.
  • Йоғонто яһаусы инвестициялар баҙары ҡатнашыусыларын берләштереү.
  • Йоғонто яһаусы инвестициялар буйынса ғилем базаһы төҙөү.
  • Йоғонто яһаусы инвестицияларҙың социаль һөҙөмтәлелеген баһалау һәм был өлкә өсөн стандарттар булдырыу.
  • Инвесторҙар советы һәм эш төркөмдәре аша төрлө йүнәлештәрҙә, мәҫәлән, Африкала ауыл хужалығының тотороҡло үҫеше, бәләкәй һәм уртаса предприятиеларға финанс инфраструктураһы һәм ресурстар менән файҙаланыу мөмкинлеге асыу йүнәлешендә тырышлыҡтарҙы берләштереү.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Kevin Davis, Angelina Fisher, Benedict Kingsbury, Sally Engle Merry. Governance by Indicators: Global Power through Classification and Rankings. — OUP Oxford, 2012. — С. 405-409. — 504 с. — ISBN 0191632783, 9780191632785.
  2. 501(c)3.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Marc J. Lane. The Mission-Driven Venture: Business Solutions to the World's Most Vexing Social Problems. — John Wiley & Sons, 2015. — С. 215-220. — 288 с. — ISBN 1118336054, 9781118336052.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Georgia Levenson Keohane. Social Entrepreneurship for the 21st Century: Innovation Across the Nonprofit, Private, and Public Sectors. — McGraw Hill Professional, 2013. — С. 97. — 263 с. — ISBN 0071801677, 9780071801676.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Company Overview of Global Impact Investing Network (ингл.). Bloomberg. Дата обращения: 28 май 2015.
  6. Cecilia Grieco. Assessing Social Impact of Social Enterprises: Does One Size Really Fit All?. — Springer, 2015. — С. 50-51. — 111 с. — ISBN 3319153145, 9783319153148.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 Astrid Zweynert. Global Impact Investing Network gets $6.5 million boost (ингл.). Thomson Reuters Foundation (3 октябрь 2012). Дата обращения: 28 май 2015. 2015 йыл 28 май архивланған.
  8. 8,0 8,1 См. GIIN Members 2015 йыл 19 март архивланған..
  9. Executive Profile Luther Ragin Jr. (ингл.). Bloomberg. Дата обращения: 28 май 2015.
  10. Executive Profile Amit Bouri (ингл.). Bloomberg. Дата обращения: 28 май 2015.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]