Root Capital

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Root Capital
Тип

коммерциялы булмаған ойошма

Нигеҙләү йылы

1999

Нигеҙләүселәр

Уильям Фут

Урыны

Кембридж, Массачусетс, АҠШ

Эшмәкәрлек өлкәһе

ауыл хужалығы өлкәһендә социаль эшҡыуарлыҡ

Веб-сайт

rootcapital.org

Root Capital — Африканың һәм Латин Америкаһының ярлы һәм экологик яҡтан насар булған райондарҙа эшләгән коммерциялы булмаған Америка социаль инвестициялар фонды. Ҙур булмаған фермерҙар һәм уларҙың берләшмәләре өсөн оҙайлы социаль, экономик һәм экологик тотороҡлоҡто башҡарған ауыл хужалыҡ компанияларыны инвестициялар яһауҙа шөғөлләнә. Root Capital фермер ассоцияцияларына һәм кооперативтарға, үҫеп барған һәм ҙур булмаған агросәнғәт компанияларына оҙайлы һәм ҡыҫҡа ваҡытлы кредиттар бирә, әлеге һәм киләсәк клиенттарҙы уҡыта, фермарҙарҙы эштең экологик ысулдарына этәрә, уларға үҫтергән уңышты яҡшы һатырға ярҙам итә[1][2][3][4].

Root Capital 1999 йылда Ecologic Finance (Ecologic Development Fund филилалы) кеүек нигеҙләнә, 2000 йылда ҡәһүә һәм кардамон үҫтергән Гватемалағы кооперативҡа тәүге ссуда бирә. Оҙаҡламай Коста-Рика, Мексика һәм Панама илдәре фермерҙары был фондтың клиенттары була. «Starbucks» корпорацияһы — Root Capital кредиттарын гарантиялаған тәүге компния, ә абруйлы «The Wall Street Journal» гәзите фонд тураһында тәүге битендә яҙа. 2002 йылда Root Capital Перу ҡәһүә кооперативына кредит биреп, Көньяҡ Америка баҙарына сыға, «Green Mountain Coffee Roasters» корпорацияһы фондтың тәүге корпоратив инвесторы була[5].

2004 йылда Root Capital Руанда ҡәһүә кооперативына кредит биреп, Африка баҙарына сыға, 2006 йылда Мексика һәм Үҙәк Америка фермерҙары өсөн уҡытыу программаһын башлай, шулай уҡ коммерциялы булмаған ойошма кеүек рәсми рәүештә теркәлә (фондтың исеме EcoLogic Finance-тан Root Capital-ға үҙгәрә). 1999 һәм 2012 йылдар араһында Root Capital 2,6 миллиондан артыҡ хужалыҡ өсөн 436 миллион долларға тиң булған кредиттар бирә (2015 йылға ҡарата ойошманың кредит портфеле 740 миллион долларҙан аша).

2007 йылда Уильям Фут Ashoka Global Fellowship ойошмаһынан йәш социаль эшҡыуар премияһын еңә, 2008 йылда Social Venture Network компанияһынан социаль инвестициялар өсөн премия ала. 2009 йылда Root Capital Financial Times гәзитенән һәм Халыҡ-ара финанс корпорацияһынан премия ала. Root Capital ойошмаһын айырым кешеләр һәм ҙур социаль фондтар (Билл һәм Мелинда Гейтс фонды, Шәхси сит ил инвестициялар корпорацияһы, Mulago Foundation, Jasmine Social Investments һәм Peery Foundation) финанслай. Charity Navigator тикшереү ойошмаһы Root Capital компанияһын дүрт йондоҙға (максималь рейтинг) билдәләй[6][7][8].

Root Capital 2012 йылда Латин Америкаһының һәм Африканың ауыл төптәрендә ҡатын-ҡыҙҙарға алға барырға ярҙам иткән Women in Agriculture Initiative программаһын башлап ебәрә[9][10][11].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Root Capital (ингл.). The Social Enter­prise Insti­tute. Дата обращения: 25 май 2015.
  2. Root Capital (ингл.). Fast Company & Inc. Дата обращения: 25 май 2015. 2015 йыл 28 апрель архивланған.
  3. Root Capital: Pioneering Finance for Rural Communities (ингл.). Ashoka Changemakers. Дата обращения: 25 май 2015. 2015 йыл 25 май архивланған.
  4. Programs: Root Capital (ингл.). The Clinton Bush Haiti Fund. Дата обращения: 25 май 2015. 2015 йыл 25 май архивланған.
  5. Root Capital Timeline (ингл.). Root Capital. Дата обращения: 25 май 2015. 2015 йыл 24 май архивланған.
  6. Who We Fund (ингл.). Jasmine Charitable Trust. Дата обращения: 25 май 2015.
  7. Root Capital (ингл.). Charity Navigator. Дата обращения: 25 май 2015.
  8. Root Capital (ингл.). Bill & Melinda Gates Foundation. Дата обращения: 25 май 2015. 2015 йыл 25 май архивланған.
  9. Women in Agriculture Initiative (ингл.). Root Capital. Дата обращения: 25 май 2015.
  10. Allegro Coffee Empowers Women Farmers in Peru (ингл.). The Huffington Post. Дата обращения: 25 май 2015.
  11. INSIDE ROOT CAPITAL’S WOMEN IN AGRICULTURE INITIATIVE (ингл.). Skoll Foundation. Дата обращения: 25 май 2015.