Sokol 1000 (мотоцикл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

1000 Sokół (шулай уҡ CWS M111 билдәләнә) — Варшавалағы Үҙәк автомобиль оҫтахананаһында граждандар һәм шулай уҡ хәрбиҙәр өсөн ауыр Польша мотоциклы (пол. Centralne Warsztaty Samochodowe) 1933 йылдан башлап, 1939 йылда башланған Икенсе донъя һуғышына тиклем сығарыла. Барлығы 3400 самаһы машина сығарырыла. Стандарт версияла мотоцикл коляскаһы менән бергә сыҡҡан[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Армия өсөн төҫө 1000 Sokol.

1918 йыл, Польша республикаһы барлыҡҡа килгән саҡтан башлап, хәрбиҙәр етди проблема алдында тора- хәрби хеҙмәт һәм граждандар ҡуллана аларлыҡ мотоциклдар булмай. Беренсе донъя һуғышы разведка, бәйләнеш тотоуҙа һәм транспорт бүлегендә мотоцикл кәрәклеген күрһәтә. Бигерәк тә армия, пулемёт менән йыһазландырылған, коляскалы мотоциклға мохтаж була. Совет — поляк һуғышы бөткәндән һуң, Польша армияһында мотоциклдың бер нисә төрө: B. S. A , Triumph, Harley Davidson һәм Indian кеүек мотоциклдар була. 1927 йылда Польша армияһының командованиеһы яңы ауыр мотоцикл проектларға техник задание бирә. 1932 йылда Үҙәк автомобиль оҫтаханалары ҙур булмаған, коляска менән йыһазландырылған,CWS M55 мотоцикл партияһы сығара (яҡынса 200 машина). CWS W55 өсөн Harley-Davidson нигеҙ итеп алынған, ә двигателе Индиан мотоциклын тулыһынса тиерлек ҡабатлай. Конструкторҙарҙа кәрәкле тәжрибә булмай, шуның арҡала машина ышанысһыҙ була. 1931 йылда Үҙәк автомобиль оҫтаханаһында бөтөнләй яңы ауыр мотоцикл булдырыға ҡарар ҡабул ителә. Яңы типтағы мотоциклдарҙың баш конструкторы Зигмунд Околув була (пол. Zygmunt Okołów). Ышаныслы, уңайлы, хеҙмәтләндереүҙә ябай, ҡаты эксплуатация шарттарына һәм хеҙмәтләндереүҙәге етешһеҙлектәргә бирешмәгән мотоцикл булдырырға кәрәк була. Польша хөкүмәтенең финанс ярҙамы арҡаһында, CWS M55 моделе тулыһынса яңынан төҙөлә. Яңы мотоцикл CWS M 111 тигән исем ала. Һөҙөмтәлә, машина иҫкергән, хатта үҙ класы өсөн ауыр, һәм бигерәк ҡиммәтле булып сыға. 1935 йылда граждан мотоцикл версияһының хаҡы 4200 злота була, был СШАның 800 долларына тора, был хаҡ, ул ваҡыттағы автомобиль хаҡы менән бер иш була. Һатып алыусыларҙы йәлеп итеү өсөн, 1936 йылда мотоцикл исеме «Sokol 1000 М 111» тип үҙгәртелә.

Сериялы етештереү 1933 йылда башлана һәм 1939 йылдың сентябрендә туҡтала, был Икенсе донъя һуғышы башланыу менән бәйле. Мотоциклдың бөтә деталдәре (яҡынса 95 %) тиерлек Польшала етештерелгән һәм яҡынса 5 % ғына импортланған. 1936 йылдан һуң тәгәрәү подшипниктары ғына импортлы деталдәр булып ҡалдылар. Сығарылған осорҙа, ҡаты контроль арҡаһында, мотоцикл юғары сифатын һаҡлай. Шулай уҡ етештереү ваҡытында мотоцикл конструкцияһы, бер аҙ өҫтәмәләрҙе иҫәпкә алмағанда, бөтөнләй тиерлек үҙгәрешһеҙ ҡала. Двигателдәре Варшава янында урынлашкан «Урсус» заводында эшләнә (пол. Zakłady Przemysłu Ciągnikowego „Ursus”). Һәр унынсы машинала барлыҡ узелдарҙы һәм агрегаттарҙы ентекләп тикшергәндәр, һәр бер мотоцикл клиентҡа һатыу алдынан юл һынауҙарын үтә.

Ҡулланыу даирәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Sokół 1000 Польша полицияһында, почта хеҙмәтендә ҡулланылған.

Польша армияһында элемтә ғәскәрҙәре, разведҡа подразделенияларында, бронетанк ғәскәрҙәрендә ҡоралда торған[2]. Мәҫәлән, 12-се танк батальонында был төрҙөң 37 мотоциклы булған, ә 10-сы кавалерия бригадаһында — дөйөм алғанда 266 мотоцикл була[3]. 1939 йылдарҙа Польша армияһында 1100 машина самаһы иҫәпләнә.

Икенсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң, Венгрияла тиҫтәләгән мотоцикл тапҡандар, ошо факт Венгрия армияһы был мотоциклдарҙы файҙаланыуы тураһында дәлил булып тора[4].

1000 Sokół, 1939 йылда Берлинда, XII-се Олимпия уйындары асылыу уңайынан ойошторолған мотоциклеттарҙың "Йондоҙло съезы"нда ҡатнаша, дөйөм алғанда 2800 км үтә[5].

Белгестәр нисек баһалай[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Sokół 1000 мотоциклының төп өҫтөнлөгө, эксперттар билдәләүенсә- уның оҙаҡҡа етеүе. Шулай уҡ машинаның тиҙлеге, быға хәтле ҡулланышта булған Америка аналогтарынан күпкә юғарыраҡ була. Арбаһында йомшаҡ подвеска булыуы иң шәп яңылыҡ, тип билдәләнә, сөнки был мотоцикл менән идара итеүҙе еңеләйтә һәм юлһыҙ ерҙә тиҙ йөрөргә мөмкинлөк бирә.

Етешһеҙлектәренә инә: ҙур ауырлыҡ, яғымлыҡ күп тотонола һәм бик юғары хаҡ[6].

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Sokół 1000 базаһында, коляскаһының тәгәрмәстәренә приводы булған, Sokół M121 трициклы прототибы ойошторола.
  • Тимер юл дрезинаһына мотоцикл двигателе урынлаштырғандар.
  • Польшала энтузиастар төркөмө ретро-мотоциклдар һөйөүселәр өсөн ҙур булмаған производство тергеҙергә планлаштыра[7].

Галереяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Adam Jońca, Jan Tarczyński, Krzysztof Barbarsk. Pojazdy w Wojsku Polskim. — 1918—1939.
  2. Andrzej Zasieczny. Broń Wojska Polskiego 1939-1945: wojska lądowe. — Alma-Press, 2006. — 160 с. — ISBN 9788370203542.
  3. Pojazdy w Wojsku Polskim: 1918-1939. — Komisja Historyczna b. Sztabu Głównego PSZ, 1995. — 414 с. — ISBN 9788385621577.
  4. Ian V. Hogg, John S. Weeks. The Illustrated Encyclopedia of Military Vehicles. — Prentice-Hall, 1980-01-01. — 332 с.
  5. motocafe.ru. Мотоциклы довоенной Польши - Мотокафе (билдәһеҙ). motocafe.ru. Дата обращения: 7 апрель 2018.
  6. Aleksander Sowa. Legendy naszej motoryzacji. — Lulu.com. — 308 с. — ISBN 9781365497346.
  7. Польский «Сокол». /www.oldtimer.ru (21 июль 2014).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Zbigniew Otoczyński, 600-ҙән 1000 Sokół i, WKiŁ, 1999 Warszawa, ISBN 83-206-1292-6
  • Jan Tarczyński, motocykle 1918—1945 Polskie, The Polish motorcycle industry 1918—1945, Wyd. 3 rozsz., WKiŁ, 2005 Warszawa, ss. 268+12.ISBN 83-206-1579-8
  • Adam Jońca, Szubański Rajmund, Tarczyński Jan, 39 Wrzesień — Polskiego Pojazdy Wojska — i broń barwa, WKiŁ, 1990 Warszawa, ss. 272. ISBN 83-206-0847-3
  • Adam Jońca, Jan Tarczyński, Barbarski Krzysztof, Pojazdy 1918—1939 Wojsku w Polskim, Army Vehicles Polish — 1918—1939, Wyd. AJaKS, Polskich Komisja Sił byłego Sztabu Historyczna Głównego Zbrojnych, Pruszków, 1995 Londyn, ss. 403.ISBN 83-85621-57-1

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Видео — Кнышинский урман ландшафт Витольд Славинский исемендәге паркта Sokół 1000 .