X системаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

X системаһы (эспер. ikso-sistemo, ikso-kodo, X-sistemo) – эсперанто телендә яҙыу системаларынан береһе. Был системала эсперантоның диакритик тамғалы хәрефтәрҙең урынында тура килгән диакритикаһыҙ хәреф һәм x хәрефенән торған диграфтар ҡулланыла. Был Людвиг Заменһоф тарафынан тәҡдим ителмәгән әммә хәҙергә иң йыш ҡулланылған система. Эсперанто Академияһында X системаһы ҡулланылмай, Юникод һәм Заменһоф тарафынан тәҡдим ителгән H системаһы ғына ҡулланыла.

Диакритикалы хәреф (ĉapela litero) x-системаһында яҙыу
ĉ cx
ĝ gx
ĥ hx
ĵ jx
ŝ sx
ŭ ux

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]